Ата алмаған йәйә һайлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Йондоҙнамә
  • Июль
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Флюрография кабинеттары бушлай эшләй Сәләмәтлек
    Кисә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө булды

    Йыл һайын донъяла миллионлаған кеше туберкулездан вафат була. Планетала, үлтереүсе инфекция булараҡ, туберкулез беренселекте бирмәй. Шул уҡ ваҡытта был инфекция менән көрәш өсөн көслө тәьҫирле дарыуҙар әллә ҡасандан уҡ етештерелә, һауығам, тип дауаханаға килгәндәрҙең бөтәһе лә яҡшыға өмөт итә ала.
    Башҡортостанда туберкулез сирлеләрҙең һаны, дөйөм Рәсәй менән сағыштырғанда, аҙыраҡ, беҙҙә 100 мең кешегә 43,2 ауырыу тура килә. Әммә был күрһәткес тә проблемаға тыныс ҡына ҡарарға нигеҙ бирмәй. Шуға ла республикала туберкулез менән көрәшеүгә ҙур иғтибар бүленә, етмәһә, был ауырыу - ассоциаль күренештәрҙең береһе. Ҡурҡыныс инфекция иркенән мәхрүм ителгән кешеләр араһында бигерәк тә йыш осрай. Шулай уҡ мигранттар ҙа республика буйынса ауырыуҙарҙы билдәләгән күрһәткестәрҙе арттырыуға үҙ өлөшөн индерә. Туберкулез сирлеләрҙең 65 проценты бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ассоциаль тормош алып барған кешеләр, уларҙың күбеһендә башҡа төр инфекциялар ҙа йыш осрай.
    Быйыл беҙҙә 240 урынға иҫәпләнгән Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырырға йыйыналар. Бынан тыш, республикала туберкулездың дарыуҙарға ҡаршы тора алған төрө менән интеккән ауырыуҙар һәм «ВИЧ+туберкулез» бүлексәләре лә асыласаҡ. Ғөмүмән, Башҡортостанда ҡурҡыныс инфекцияға ҡаршы бик күп саралар тормошҡа ашырыла. Тик ҡайһы берәүҙәр туберкулез менән ауырыусы кешенең йылына 20 - 25 кешене сиргә һабыштырырға һәләтле икәнлеген уйлап та бирмәй, дауаханаға барып тикшерелмәй йәшәүен дауам итә. Бигерәк тә ауырыу менән йәнәшә ятаҡта, коммуналь фатирҙарҙа йәшәүселәргә ҡурҡыныс. Ә табиптар кешене дауаханаларға көслөк менән килтерә алмай. Туберкулез сирлеләрҙе дауалау «мотлаҡ» булһа ла, «мәжбүри» түгел.
    Башҡортостанда туберкулез менән ауырыусылар күберәк Өфө, Туймазы, Белорет ҡалаларында, Бишбүләк, Дәүләкән, Әлшәй, Иглин, Нуриман, Балаҡатай, Бөрйән, Мәләүез райондарында теркәлә.
    24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө айҡанлы, республика табиптары, белгестәр ошо ҡурҡыныс күренеште бөтөрөү, профилактикалау буйынса файҙалы лекциялар уҡыны, кәңәштәр бирҙе. Кисә лә, бөгөн дә бик күп урындарҙа бушлай күсмә флюорография кабинеттары эшләй, унда теләгән һәр кемдең барып, медицина тикшереүе үтеү, табиптар менән кәңәшләшеү мөмкинлеге бар. Өфөлә был кабинеттар халыҡ күп йөрөгән урында - Үҙәк, Колхоз, Затон баҙарҙарында урынлаштырылған.
    Әлбиттә, һаулығына иғтибарлы булған кешеләрҙең башҡа көндәрҙә лә дауаханаларға барып, тикшереү үтергә мөмкинлеге бар. Флюорография кабинеттары һәр ваҡыт бушлай эшләй. Бөтә нәмә лә кешенең үҙенә бәйле, кеше үҙен хөрмәт итмәй, һаулығын төп байлығы итеп ҡабул итмәй тороп, планетала инфекция ауырыуҙары ла, башҡа төр насар күренештәр ҙә бөтмәйәсәк.
    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: админ | 25 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сәсемде тарайым әле...
  • Янғындай ялмаған сир
  • Өфө Республика советына әҙерләнә
  • Тырышҡанда, ышанғанда яман сирҙе еңеп була
  • «СУСҠА КИҘЕҮЕ»НӘ ҠАРШЫ ВАКЦИНА
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru