Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Атың булһа, ил таный
  • Берҙәмлектә – көс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡолаҡ һал! Сәләмәтлек

    Организмдың ваҡытынан алда ҡартайыуын, шулай уҡ теге йәки был ауырыуҙың көсәйеүен иҫкәртеү өсөн түбәндәге туҡланыу рационын тоторға кәрәк.
    Итте һәм балыҡты, бешереп, йәшелсәнән әҙерләнгән гарнир менән ашау яҡшыраҡ.
    Эремсек – көнөнә 50 г, шул тиклем үк балыҡ, ит – 60 г (ул майһыҙ булһа, яҡшыраҡ).
    Ит һәм балыҡ менән бешкән һурпалы ашты аҙнаға 2 – 3 тапҡыр ашағыҙ, ә ҡалған көн­дәрҙә вегетариан аштарға өҫтөнлөк бирегеҙ.
    Шәкәрҙең көндәлек нормаһы – 30 г, йәғни 4 балғалаҡ күләмендә.
    Икмәктең кисә бешкәнен һайлағыҙ. Көндәлек норма 200 грамдан артмаһын.
    Йоҡлар алдынан бер стакан кефир йәки әсегән һөт эсегеҙ, алма йәки кишер ашағыҙ.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эскелек һәм СМС хәбәрҙәр Сәләмәтлек

    Фажиғәгә илтеүсе сәбәптәр араһында беренсе баҫҡыста, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, руль артына һалмыш, йәғни иҫерек көйөнсә ултырыу. Ҡушма Штаттарҙа юл-транспорт фажиғәләренең 40 проценты иҫерек водителдәргә тура килә. Быға аптырарлыҡ түгел, әлбиттә. Бер нисә шешә һыранан һуң кемдең һелкенә-һелкенә йәмәғәт транспортында йәки аҡса туҙҙырып таксиҙа ҡайтҡыһы килһен. Әммә әлеге күренеш бер АҠШ-ҡа ғына хас бәлә түгел. Беҙҙә лә иҫерек килеш «тимер ат»ҡа ултырырға баҙнат итеүселәр бихисап. Мәскәү ҡалаһының Краснопресненск яры буйында юлдағы эскелек темаһына арналған һәйкәл дә бар хатта. Ул шешә формаһында эшләнгән, ә эсенә фажиғәләрҙә емерелгән, иҙелгән, ватылған машиналарҙың фрагменттары тултырылған. Рәсәй ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылдың 11 айы эсендә илдә 185237 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙың 11475-енә иҫерек водителдәр ғәйепле. Һөҙөмтәлә 2059 кеше һәләк булған, 17000 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Үкенескә күрә, һалмыш водителдәр арҡаһында теркәлгән фажиғәләр тураһындағы ҡурҡыныс мәғлүмәттәрҙе көн дә тиерлек ишетергә тура килә.

    авторы: admin | 11 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө вакциналары ил буйлап тарала Сәләмәтлек

    Баш ҡаланың «Иммунопрепарат» предприятиеһы эске баҙарҙа киҙеүгә ҡаршы вакцина етештереү буйынса алдынғылар рәтендә килә.
    Ул йыл һайын «Гриппол» вакцинаһы етештереп, дәүләт заказын уңышлы үтәй. Мәҫәлән, былтыр 21 миллион доза әҙерләнгән. Иммунобиологик препарат «Һаулыҡ» федераль программаһы сиктәрендә халыҡты бушлай вакцинациялау өсөн илдең төрлө төбәктәренә таратылды. Быйыл май айында предприятиела грипҡа ҡаршы донъя стандарттарына ярашлы яңы вакцина цехын төҙөү күҙаллана. Был заманса мини-завод йылына 50 миллион дозаға тиклем вакцина етештерәсәк. Яңы цехты ҡороуҙа Чехия белгестәренең дә ярҙам итеүе көтөлә.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телеңде йоторлоҡ Сәләмәтлек

    Телеңде йоторлоҡҠайнатманан бәлеш

    1 стакан ҡайнатма (ниндәйе булһа ла ярай, эре еләклеһе бигерәк тә шәп), 1 балғалаҡ сода, 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2,5 стакан он, ярты стакан шәкәр.
    Ҡайнатмаға сода һалып яҡшылап бутарға ла, өс минут тирәһе ултыртып торорға. Һуңынан ошо массаға кефир, йомортҡа, шәкәр һәм ондо һалып бутарға.
    Майланған формала 40 минут тирәһе бешерергә.

    авторы: admin | 9 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүге билдәләр «алдай» Сәләмәтлек

    Белгестәр фаразлауынса, йылдағыса, февралдең икенсе яртыһында киҙеүҙең көсәйеүе ихтимал. Шуға күрә улар, ауырыңҡырап тороусылар­ға үҙ аллы дауаланыуҙан тыйылып, ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итергә саҡыра.
    Сөнки киҙеүҙең тәүге билдәләре ғәҙәттәге киҫкен респиратор-вируслы инфекцияларҙан бер нәмә менән дә айырылмай. Һандарға күҙ һалһаҡ, йылдың бишенсе аҙнаһына республикала 17 729 кеше ОРВИ менән ауырыған, уларҙың 12 466-һы – балалар. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда, сир 7,6 процентҡа юғары. Шул уҡ ваҡытта бер-ике йәшлек сабыйҙар араһында ауырыу 6,5 процентҡа кәмегән.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йүтәл Сәләмәтлек

    Йүтәлдең нимә икәнен белмәгән кеше юҡ. Шуғалыр ҙа күптәр, ҡажҡылдап йөрөһә лә, быға артыҡ әһәмиәт бирмәй. Ул ғына ла түгел, йүтәл дә булғанмы сир тип, үҙ аллы дауаланыуҙы өҫтөн күрә. Йәнәһе, аптырарлыҡ нимәһе бар, ана, телевизорҙан көнө-төнө йүтәлде баҫыусы дарыуҙарҙы рекламалайҙар. Имеш, уларҙы ашаның да – һауыҡтың! Ғәмәлдә иһә, йүтәлгә ныҡ һаҡ ҡарарға кәрәк. Тәү сиратта үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн булһа, икенсеһе – бүтәндәргә ҡарата хөрмәт йөҙөнән.
    Әгәр ҙә йүтәл температура, тирләү, кәүҙә ауырлығын юғалтыу, күкрәк тирәһе ауыртыу, арыу, аппетит юғалыу, күңел болғаныу, ҡаҡырыҡ бүленеү, тын быуылыу, шешенеү кеүек билдәләр менән оҙатылһа, табипҡа күренеүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Хатта йүтәл ул тиклем йонсотмаған хәлдә лә сәбәбен асыҡлау зарур. Ә инде өс ай дауамында үтмәгән йүтәл уғата хәүефле. Сөнки дауаланмағанда, сирленең етди проблемаларға юлығыуы ихтимал.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә нисек яраҡлашырға? Сәләмәтлек

    Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә нисек яраҡлашырға?Кәйеф менән сәләмәтлеккә һауа шарттары ла көслө йоғонто яһай. Әйтәйек, көндөң ҡапыл һыуытыуы, йә кинәт йылытыуы организмда кире реакциялар тыуҙыра. Баш ауырый, арыта, хәл бөтә, йөрәк сәнсә, тирләтә, ярһыта һ.б. Атмосфера баҫымы үҙгәргән көндәрҙә лә шундай уҡ хәл күҙәтелә.
    Статистикаға күҙ һалһаҡ, һауа шарттары һәр өсөнсө кешегә ауыр тәьҫир итә. Был көндәрҙә бигерәк тә сабыйҙар, гормональ үҙгәреш кисереүсе үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар һәм климакс йәшендәге гүзәл заттарға ауыр. Шулай уҡ артроз, ревматизм менән интегеүселәр, бөйөр сирлеләр, ҡан баҫымы юғары булыусылар яфалана: тәүгеләре һыҙланып йонсоһа, гипертония менән интегеүселәрҙең йөрәк тибеше боҙола, ҡан тамырҙары киңәйә. Ә инде ҡан баҫымы түбән булғандарҙың, киреһенсә, ҡан тамыр­ҙары ҡыҫыла.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тамағығыҙҙы сыныҡтырығыҙ Сәләмәтлек

    Ҡаты һыуыҡтарҙа нисек бирешмәҫкә? Баҡтиһәң, тамаҡты сыныҡтырыу ҡағиҙәләре лә бар икән.
    Мәҫәлән, бер стакан һыуға – һалҡын, икенсеһенә йылы һыу ҡойор­ға. Икеһе менән дә алмаш-тилмәш тамаҡты сайҡатырға. Иң һуңғы йотом менән сайҡатҡанда, һыу йылы булырға тейеш. Һалҡын һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалырға мөмкин.
    Киҙеү, инфекция ауырыуҙары көсәйгән мәлдә өс тамсы йод йәки марганцовка өҫтәһәң, тағы ла яҡшыраҡ. Календула ла ярҙам итә. Һыуға ромашка, йылан тамыры, һары мәтрүшкә ҡушыу ҙа файҙалы.

    авторы: admin | 6 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru