Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • Ҡарбуз күп!
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һәләкәткә илтер сир Сәләмәтлек

    Томра эҫе, тынсыу, һауа етмәй... Был көндәр айырыуса юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусылар өсөн хәүефле. Шуға күрә табиптар был хаҡта әленән-әле иҫкәртеп кенә тора. Юғары ҡан баҫымы инфаркт, инсульт ауырыуына сәбәпсе булыуы мөмкин. Шуға күрә ҡан баҫымын түбән төшөрөү зарур. Ә инде быға ниндәйҙер препарат арҡаһында түгел, ә сәләмәт рацион йәки физик күнегеү ярҙамында өлгәшһәң – бигерәк тә яҡшы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыуҙарҙың күпселеге тик дарыуҙарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Шулай ҙа, табип дарыу эсергә кәрәклекте билдәләгән хәлдә лә, сәләмәтлектәренә ҡул һелтәүселәр ҙә юҡ түгел. Һәләкәткә илтер сирҙән ҡайһылайтып һаҡланырға, нисек аяҡтан йығылмаҫҡа һуң?

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ифтар өсөн рецептар Сәләмәтлек

    Ифтар өсөн рецептарҠара емеш менән ит
    Ярты кило һарыҡ ите, 4 баш һуған, ярты ҡап аҡ май, ярты стакан он, 300 грамм ҡара емеш, шәкәр, дәрсен, тоҙ, ҡара борос.
    Ит йоҡа ғына оҙонса өлөштәргә бүленә. Бынан һуң тәүҙә аҡ майҙа һуған, һуңынан ит ҡыҙҙырыла. Иткә он, тоҙ, ҡара борос, дәрсен һибеп, саҡ ҡына тотоп торорға кәрәк. Табаға һыуына төшкән итте ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойоп, талғын утта бешерергә. Ит әҙер булыр­ға 20 минут самаһы ҡалғас, алдан ебетелгән ҡара емеште өҫтәргә. Өҫтәлгә дөгө менән бирергә мөмкин.

    авторы: admin | 18 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәс ағарыуы һәм йәш Сәләмәтлек

    «Һаумыһығыҙ, «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Халҡыбыҙҙа, кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигән әйтем бар. Мин дә ошондай ҙур ауырлыҡҡа юлығырмын тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Сәбәбе шул: йәшләй генә сәсем ағарыуы тормошомдо ғазапҡа әйләндерҙе. Ҡыуанысым, ышанысым юғалды. Ә был үлемгә тиң. Зифа буй-һынлы ҡыҙҙарҙы күргән һайын йөрәк яна, йән әрней. Сибәр ҡыҙҙарға минең һымаҡ иртә ҡартайған «бабай»ҙың кәрәге юҡ бит инде. Шулай, бар рухымды, ҡеүәтемде, дәртемде, йәшәү йәмен сал сәстәр «урланы». Эй, Хоҙайым, сәсем ниндәй гонаһтарым өсөн шулай иртә ағарҙы икән? Уйлап ҡараһам, насар кеше лә түгелмен, күңелем дә, уйҙарым да таҙа. Ҡыҫҡаһы, үҙемде сал сәсле итеп ҡабул итә алмайым. Берәй сараһын белһәм, сал сәстәрҙән нисек тә ҡотолоу яғын ҡарар һәм бының өсөн бар көсөмдө һалыр инем.
    Ҡәҙерле «Йәшлек», миңә нимә эшләргә, гел генә сәсте буяп та йөрөп булмай бит? Сәс ағарыу сәбәптәре тураһында аңлатып, берәй кәңәш бирһәгеҙ ине. Аҡ сәстәрҙән ҡотолоу юлы, ысулдары бармы икән?
    Илшат.

    авторы: admin | 18 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йомортҡа менән ҡыҙҙырылған һарыҡ ите Сәләмәтлек

    Йомортҡа менән ҡыҙҙырылған һарыҡ ите500 г ит, 1/3 стакан үҫемлек майы, 250 г йәшел һуған, 200 г башлы һуған, ярты литр әсегән һөт, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы он, 2 стакан һыу йәки һурпа, тоҙ, борос.
    Итте 4х5 см ҙурлығындағы шаҡмаҡ рәүешендә турарға, онда әүәләп, табала ҡыҙҙырырға ла икенсе һауытҡа бушатырға. Туралған башлы һәм йәшел һуғанды көршәккә һалып, биш минут бешереп алыр­ға. Аҙаҡ итте һалып, 25 минут бешерергә, шунан һыу йәки һурпа өҫтәргә, тоҙ, борос һалырға һәм һауытты духовкаға ҡуйырға. Һурпа яртылаш кәмегәс һәм ит йомшарғас, һаҡлыҡ менән генә әсегән һөттә болғатылған, тоҙ өҫтәлгән йомортҡаны ҡушырға. Тағы 2 минутҡа духовкаға ҡуйып алырға.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Медицинаның мөмкинлектәре арта Сәләмәтлек

    Йөрәк сирлеләр Рәсәй баш ҡалаһы табиптарының консультацияһын телеэкрандан алыу мөмкинлегенә эйә булды.
    Яңыраҡ Республика кардиология диспансерында телемедицина үҙәге асылды. Хәҙер Мәскәүҙең әйҙәүсе медицина белгестәренә күренеү өсөн унда барыу ҙа кәрәкмәй – Өфөлә яңы асылған үҙәк сирлеләргә алыҫтан тороп консультация бирә.
    Тәүге телекүпер кардиодиспансерҙы Мәскәүҙәге Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы үҙәгендәге хеҙмәттәштәре менән бәйләнешкә индерҙе. Быға тиклем Башҡортостанда бындай телеүҙәктәр менән Республика клиник дауаханаһы, Стәрлетамаҡ, Сибай, Белорет, Мораҡ дауаханалары ғына маҡтана алһа, киләсәктә

    авторы: admin | 23 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Донорҙар шәмбеһе» иғлан ителә Сәләмәтлек

    7 августа республиканың ҡан хеҙмәте бүлектәре булған барлыҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ла донорлыҡты пропагандалау буйынса «Донорҙар шәмбеһе» акцияһы үтә.
    Уның барышында көндөң тәүге яртыһында ҡан бирергә теләүселәрҙе ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Ҡан тапшырыу өсөн 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге граждандар саҡырыла. Үҙең менән паспорт алып килеү мотлаҡ.
    Мәҫәлән, Республика балалар клиник дауаханаһында поликлиниканың 3-сө ҡатында иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 12-гә тиклем ҡан тапшырырға мөмкин. Бында Өфө ҡалаһында һәм Өфө районында пропискала торған граждандар ҡан тапшыра ала.

    авторы: admin | 14 ноября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йондоҙ» печеньеһы Сәләмәтлек

    «Йондоҙ» печеньеһы200 грамм аҡ май, 2 йомортҡа һарыһы, 2 стакан он, 4 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы шәкәр онтағы, аҙыраҡ ванилин.
    Йомортҡа һарыларын шәкәр менән ныҡлап туғырға ла, иҙелгән май, ванилин һәм он һалып бутарға. Ошо ҡамырҙан печеньелар эшләнә, улар мейестә 12 - 15 минут тирәһе бешә.
    Әҙер печеньеларҙың өҫтөнә ванилин менән буталған шәкәр онтағы һибеп, өҫтәлгә бирелә ҡуйыла.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Малды һуймай ғына һатырға Сәләмәтлек

    Мәҫәлән, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ашата алмаған өсөн малын һатыусылар бөгөнгө көнгә бик аҙ. Хужалар танаһын йәки үгеҙен балаларын мәктәпкә кейендереү кеүегерәк көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн, «тере аҡса» алыу маҡсатында һата. Әгәр урындарҙа хәлдәр башҡасараҡ икән – үҙегеҙгә генә үпкәләргә ҡала, тимәк, проблемағыҙҙы етәкселеккә еткереү өҫтөндә эшләмәйһегеҙ!
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әлеге көнгә БР Хөкүмәтенең мөһим ҡарарының проекты әҙер. Был проект буйынса ауыл хужалығы тауарын етештереүселәргә «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһы аша мал аҙығы, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары алыу өсөн заем биреләсәк. Ҡоролоҡтан зыян күргән райондарға финанс ярҙамы күрһәтелә.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru