Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Янылыктар
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тикшерелмәй ҡалмағыҙ! Сәләмәтлек

    Илдә 2007 йыл дауамында үткән медицина тикшереүҙәре зарарлы эштә эшләүселәрҙең 35 процентының ғына сәләмәт икәнен күрһәткән.
    Йыл эсендә табиптарға барыһы 3,4 миллион эшсе күренгән. Уларҙың 43 процентының ентекле тикшереүгә һәм дауаланыуға мохтаж булыуы асыҡланған.
    Йыл һайын Рәсәйҙә зарарлы производство йоғонтоһона бәйле сәбәптәр арҡаһында 180 мең кеше вафат була. Йыл да эш урынында 200 мең кеше йәрәхәтләнә, 10 мең кешелә профессиональ сир асыҡлана, 14 мең кеше эштәге йәрәхәте йәки профессиональ сире сәбәпле инвалид булып ҡала.

    Г. БАЙҒОТЛИНА әҙерләне.

    авторы: админ | 15 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ахмаҡмы һин, гениймы? Сәләмәтлек

    Тест
    Был тесты һорау алыу ысулы рәүешендә (бер кеше икенсеһенә һорау бирә) үткәрергә кәңәш ителә. Яуаптар яҙып барыла.
     
    alt1. Профессор сәғәтте иртәнге туғыҙға ҡуйып, киске һигеҙҙә йоҡларға ята. Ул нисә сәғәт йоҡлай?

    2. Әхмәттең 10 һарығы булған. Бер ваҡыт уның туғыҙ һарығынан башҡа барыһы ла үлеп бөткән. Әхмәттең нисә һарығы ҡалған?

    3. Атай һәм ул аварияға эләккән. Атаһы үлгән, ә малай дауаханаға эләккән. «Эй, Аллам! Был бит минең улым», – тигән хирург. Былай булыуы мөмкинме?

    4. Төнгө ҡарауылсы көндөҙ вафат булған. Уға пенсия түләнәсәкме?

    авторы: Азамат Исмәғилев | 10 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Учалы быуаһынан – Һары диңгеҙгә! Сәләмәтлек

    Nazima MagafurovaНәзимә Мәғәфүрова, тормош юлдашы Әхмәҙей яҡты донъянан көтмәгәндә китеп барғас, албырғап, юғалып ҡала. Өс бала әсәһе производство алдынғыһы булған билдәле спортсы иренең ышығында йәшәп өйрәнгәс, бөтә ел-ямғырҙар ҡаршыһында япа-яңғыҙ ҡалғандай тоя үҙен. Стресс эҙһеҙ үтмәй – бер ни тиклем ваҡыттан һуң Нәзимә апай бөтөнләй ауырыуға һабыша. Йөрәге ауыртыуына түҙә алмай, ҡайһы бер көндәрҙә икешәр тапҡыр «ашығыс ярҙам» саҡырырға мәжбүр була. Йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә ашҡаҙан ауыртыуы ла ҡушыла... Урамға йомош-фәлән менән сыҡҡан саҡта, йөрәгем туҡтап үлеп ҡалдыниһәм, кемлегемде белһендәр, тип, үҙе менән документтарын да алып йөрөй – донъя хәлен белеп булмай...

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 8 января 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Грипп килә, тиҙәр Сәләмәтлек

    Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор-вируслы инфекция ауырыуҙарын эпидемиологтар әлегә тыныс тип тапҡан.

    Башҡортостан Республикаһы буйынса Ростпотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса әлегә грипп менән сирләүселәр теркәлмәгән. Рәсәйгә гриптың ҡышҡы каникулдарҙан һуң ябырылыуы билдәләнгән.

    Медиктар иҫәпләүенсә, гриптан һаҡланыуҙың төп сараһы булып әлегә халыҡҡа вакцина яһау ҡала бирә.

    авторы: админ | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшел сәйҙең йәшел шифаһы Сәләмәтлек

    Сәйҙе кем генә эсергә яратмаһын инде? Тормоштоң төрлө осраҡтарында ла – өҫтәл артында аралашҡанда ла, йылынып алыу, көс-хәл йыйыу, сарсауҙы ҡандырыу йәки аштан һуң да беҙ сәй эсергә күнеккәнбеҙ. Сәй эсмәүселәр беҙҙең илдә бик һирәк, ундайҙар башҡалар күҙлегенән сәйер ҙә тойола. Сәйҙе үҙенә күрә «наркотик» тип атаусылар ҙа дөрөҫ фекерҙә. Сөнки, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, саҡ ҡына сәй эсмәй торһаҡ, баш ауырта башлай, кәйеф тә юғала.

    Баҡтиһәң, сәйгә ҡарата һөйөүебеҙ бер нисә көнсығыш иленән һәм Англиянан ғына ҡалыша икән.

    авторы: Вадим Хәбиров | 8 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru