Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Яңылыҡтар
  • Компьютерға аллергиямы?
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитрат Сәләмәтлек

    Танһыҡ та ҡанһын, организм витаминдар менән дә тулыланһын тип ҙу-у-р ҡарбуз алғайныҡ. Тик уны рәхәтләнеп ашарға ғына яҙманы – эсе ҡып-ҡыҙыл да түгел, етмәһә, ниндәйҙер һарғылт юлаҡтар күренгеләй. Баҡтиһәң, ҡарбуз эсендәге һарғылт юлаҡтар унда нитраттың артыҡ булыуы тураһында һөйләй икән. Ә бит беҙ емеш-еләкте, тәмле лә, файҙалы ла тип ышанып, ҡиммәт хаҡҡа алабыҙ. Матур булып теҙелеп ятҡан емеш-еләктә ниндәйҙер зарарлы матдәләр бар икән тип уйлағы ла килмәй. Тик уйларға тура килә шул: йә берәй танышыбыҙ серегән помидор ашап дауаханаға эләгә, йә 80 һумға алған персигыбыҙ тәмһеҙ булып сыға.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сифатлы йәшелсә-емеш һайлау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләр Сәләмәтлек

    Иң мөһим ҡағиҙә – йүнле тауар арзан булмай!
    Эштән ҡайтып барышлай юл ситендә, юлды ер аҫтынан сығыу урындарында арзаныраҡ хаҡҡа емеш алып отолмаған кеше ҡалдымы икән? Ҡышын, имеш, «туңдырып» һатҡан хөрмә емештәре серек булып сыға, етмәһә, бик йыш ҡына күмәртәләп һатыу баҙарҙарынан сығарып ташлан­ған йәшелсә-емеште арзанға бирәләр. Баҙарҙан ситтә алып барылған сауҙала ҡулланыл­ған үлсәүҙәрҙең дөрөҫ үлсәүенә ышаныу ҙа көлкө тойола.
    Йәшелсә-емеш һайлағанда уртаса ҙурлыҡтағыларына иғтибар итегеҙ.
    Тәбиғәт мөғжизәләргә ни тиклем генә бай булһа ла, емеш-еләктең артыҡ ҙурлығы һәр ваҡыт тиерлек химикаттарға бәйле була. Ә инде артыҡ бәләкәстәр йә сирле, йә бөтөнләй етлекмәгәндәр иҫәбенән.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә һөтө – изге ризыҡ Сәләмәтлек

    1 августа 120-нән ашыу илдә Бөтә донъя күкрәк һөтө имеҙеүҙе яҡлау аҙналығы башланды. Акция сиктәрендә Башҡортостанда ла төрлө саралар үтәсәк. Был көндәрҙә медицина учреждениеларында асыҡ ишектәр көнө, тематик һөйләшеүҙәр уҙғарыла. Белгестәр билдәләүенсә, күкрәк һөтө имеҙеү – йәш сабыйҙы туҡландырыуҙың алтын стандарты. Әсә һөтө баланың аҡыл һәм физик үҫешенә, иммунитетын нығытыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, төрлө аллергик ауырыуҙарҙан һаҡлау сараһы булып та хеҙмәт итә. Был йәһәттән аңлатыу эштәре республикала киң йәйелдерелгән. Бөгөн республиканың өс тиҫтәнән ашыу дауалау учреждениеһы «Балаға мәрхәмәтле дауахана» статусына эйә.

    авторы: admin | 12 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аквапарк в Затоне рулит! Сәләмәтлек

    Аквапарк в Затоне рулит!Аквапарк в Затоне рулит!Быйыл аквапаркка инеү бер кешегә 250 һум тора. Автомобиль менән инеүе - 50 һум. Мунча - парная - түләүһеҙ. Бәҙ барғанда иң ҙур шыуғаҡ тауы(горка) боҙоҡ ине. Тик бәләкәйҙәре эшләй ине. Кискә табан уныһын да эшкә ектеләр.
    Бынан башҡа шунда уҡ кафелар бар. Ултырып шашлык-машлык ашарға була, сәй эсергә. Янда ғына бушлай шашлык өсөн мангал бар - үҙегеҙ бешереп ашай алаһығыҙ. Ятаҡтар, әлбиттә, һәр кемгә етмәй(лежанка), уның ҡарауы одеялдарығыҙҙы үләнгә йәиһә ҡомға йәйеп иркенләп ята алаһығыҙ!

    авторы: admin | 29 июня 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    РЮКЗАКТА – ПАЛАТКА, Ә КҮҘҘӘРҘӘ – ОСҠОН! Сәләмәтлек

    Их! Ниһайәт, эҫе көндәр башланды! Көттөрҙө, әлбиттә, әммә шулай ҙа тәбиғәт ыңғайланы тип әйтергә була.
    Йәй – йыл буйы эшләгәндән һәм уҡығандан һуң ял итеп алыу осоро. Күпселек халыҡ ялын ошо миҙгелгә тура килтереп алырға тырыша. Әлбиттә, ял итеү бер ай буйы карауатта йоҡо һимертеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Хәҙер халыҡ әүҙем ял итеүҙе хуп күрә. Кемдер йылға буйлап аға, берәүҙәр мәмерйәләрҙе ҡарап йөрөй, икенселәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн алыҫ диңгеҙ буйҙарына ла юллана.
    Әммә һәр рәхәттең бер михнәте булған кеүек, ял итеү осоронда, бигерәк тә тәбиғәттә, беҙҙе төрлө көтөлмәгән, күңелгә ятмаған, һаулыҡты ҡаҡшатҡан күренештәр ҙә һағалап тороуы ихтимал. Бигерәк тә белгестәр тарафынан ойошторолмаған, ҡырағай ял итеү урындарын һайлаусыларға иркенләп йөрөргә генә түгел, күп кенә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен дә иҫтә тоторға тура килә.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәскәйҙәрең толом-толом... Сәләмәтлек

    Әгәр сәсегеҙҙең шыма булып йылҡылдап тороуын теләһәгеҙ, йыуғандан һуң сайҡағанда һыуға бер аҙ ғына (бер литрға өс ҡалаҡ) һеркә (уксус) өҫтәгеҙ. Сәсегеҙ матур һәм тере булһын өсөн уны даими ҡырҡып торорға кәрәк. Ҡыҫҡа сәсте 4 – 6, оҙонон 6 – 10 аҙна һайын тигеҙләп тороу та­лап ителә. Сәсегеҙҙе тиҙ генә дауалап алғығыҙ килһә, йыуыр алдынан йомортҡа һарыһы һылап, йылы итеп урап, ярты сәғәт самаһы шулай тотоғоҙ.

    авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    һеҙгә лә файҙаһы тейһен Сәләмәтлек

    Мин оҙаҡ ваҡыт һөйәк сире менән яфаланам. Табиптар «ревматоидлы артрит» диагнозы ҡуйҙы. Ауыртыуҙан арыныу өсөн бик күп рецепт ҡулландым. Ләкин уларҙың береһе генә ысынлап та ярҙам итте. Ул ауыртыуҙы ла бөтөрҙө, быуындағы тоҙ йыйылыуын да туҡтатты. Рецебын башҡаларға ла тәҡдим итәм.
    Бер тауыҡ йомортҡаһы алығыҙ. Уны туҡығыҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәгеҙ, тағы туҡығыҙ һәм туҡыуҙы дауам итеп, ҡатнашмаға ике ҡалаҡ һеркә эссенцияһы өҫтәгеҙ.

    авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәләмәтлек – үҙ ҡулыңда Сәләмәтлек

    Табиптар түлһеҙлеккә ду­сар иткән төп сәбәптәр­ҙең береһе тип йомортҡалыҡтағы проблемаларҙы атай. Йомортҡалығында ниндәй­ҙер проблема булған ҡатын-ҡыҙҙың Д витаминына ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Д витамины менән дауаланыу әлеге органдағы сирҙәрҙе 93 – 99 процентҡа тиклем кәметә. Шулай ҙа был витаминды элеккесә ҡояш нурҙары аша үҙләштереү хәйерле. Әгәр тире яман шешенән ҡурҡаһығыҙ икән, ҡыҙыныу мотлаҡ түгел. Бары тик ҡояшта күберәк йөрөү ҙә (тәүлегенә 20 минут самаһы) етә.

    авторы: admin | 20 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru