Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Тормош күренештәре
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Теплоёмкость, т.е. то количество теплоносителя, которое необходимо прокачивать.. Все эти факторы как поодиночке, так и в совокупности, могут послужить причиной размораживания системы и создать неблагоприятные предпосылки для нарушения режима эксплуатации теплообменного оборудования, что чревато возникновением аварийных ситуаций. Особое внимание необходимо обращать на показатели токсичности применяемых тепло- и хладоносителей, поскольку эта составляющая может внести свою отрицательную компоненту в качество выпускаемой продукции. ООО «НПП Спецавиа» производит...
    Ашағаның аш булһын! Сәләмәтлек

    Йәй теге йәки был ризыҡтан ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә. Саҡ ҡына оҙағыраҡ, йә ҡояшта ятҡан аҙыҡты ҡаптыңмы, ауырығаныңды, эс китеүен көт тә тор! Һандарға күҙ һалһаҡ, йыл һайын ризыҡтан һәр өсөнсө кешенең ағыуланыуын күрәбеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙә генә 600 мең кешенең аҙыҡтан ағыуланыуы билдәле. Ә теркәлмәгәндәре күпме?! Түбәндә һеҙгә хәүефле аҙыҡтар рейтингын тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булып, төп ҡағиҙәләргә тоғро ҡалһағыҙ, әлбиттә, күңелһеҙлек һеҙҙе урап үтер. Шулай ҙа...

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сыҙар әмәл юҡ... Эҫе! Сәләмәтлек

    Сыҙар әмәл юҡ...     Эҫе!
    Аңламаҫһың әҙәм балаһын. Эҫе лә, һыуыҡ та ярамай. Ҡояш ҡыҙҙырһа, эҫе, тын ҡурыла, тип уфтана башлайбыҙ. Ямғыр яуһа, күктең төбө тишелдеме икән әллә, тип һүгергә тотонабыҙ. Хәйер, быйыл­ғы йәй ямғырға һаран, һибәләгән һәр тамсыһы ҡәҙерле. Уның ҡарауы, ҡояш сағыу нурҙарын йәлләмәй, ҡыҙҙыра ғына... Көндөҙ эҫелек хатта 38 – 40 градусҡа етә. Исмаһам, еле иҫһәсе, тип зарланаһың, томра эҫегә сыҙай алмайынса. Айырыуса йөрәк сирлеләр, ҡан баҫымы юғары булғандар ауыр үткәрә был көндәрҙе. Шуға ла сәләмәтлеге өсөн борсолоп, табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр­ҙең һаны ике тапҡырға арта. Йәйҙе нисек имен-һау һәм һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә мөмкин? Ҡояш артыҡ ҡыҙҙырғанда нимә эшләргә? Был һорауҙар айырым һөйләшеү талап итә.

    авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дауалау өсөн шарттар тыуҙырыла Сәләмәтлек

    Кесе йомала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бер көн элек Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына визитынан һуң клиниканың матди-техник базаһын нығытыу буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Премьер-министр визит барышында дауахана ихтыяжын тиҙ арала хәл итеү тураһында белдергәйне.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Табипты һайлау мөмкинлеге буласаҡ Сәләмәтлек

    йәки Илебеҙҙә мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы камиллаша
    РФ Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында» закон проектын ҡабул итте.
    Был закон проекты страховкаланған пациентҡа медицина страховкаһы ойошмаһын һайлап алыу, медицина учреждениеһын йәки табипты алмаштырыу, медицина страховкаһы ойошмаһы системаһында эшләүсе теләгән медицина учреждениеһында медицина ярҙамы алыу хоҡуғына эйә. Медицина ярҙамына түләү тарифтары страховкаланған кешеләргә бер медицина ойошмаһында күрһәтелгән медицина ярҙамына түләүсе бөтә медицина страховкаһы ойошмалары өсөн дә бер үк.
    Мотлаҡ медицина страховкаһы базаһы программаһына яйлап «Ашығыс ярҙам» һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы ла индереләсәк.

    Р. ЙӘНСУРИНА.

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеүәҫ әҙерләү серҙәре Сәләмәтлек

    Йәйге эҫе көндәрҙә йыш ҡына кеүәҫ эске килә. Ләкин оҡшаған эсемлекте һайлап алғансы күп кенә магазинды айҡайһың. Шуға ла кеүәҫте өйҙә етештереү ҡулайыраҡ. Сөнки уны әҙерләү өсөн ваҡыт та күп талап ителмәй һәм сығымдар ҙа аҙ.

    авторы: Нур | 13 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Боролош» яҙмыштарын ыңғайға борһон Сәләмәтлек

    «Боролош» яҙмыштарын ыңғайға борһон
    Быйылғы йәй башы эш өсөн әллә ни ҡулай булмаһа ла, ял итергә теләүселәргә ожмах инде. Көндәр эҫе, ямғыр юҡ, рәхәтләнеп һыу ин дә, ҡояшта ҡыҙынып тик ят!
    Республикала балаларҙың йәйге ялы матур, ҡыҙыҡлы ойошторола. Нуриман районында ла уҡыусылар өсөн бер нисә лагерь ойошторолған.
    Район үҙәге Ҡыҙылъярҙан алыҫ урынлашмаған бер урында, йыл һайын һабантуй үтә торған йәмле яланда «Боролош» профилле-спорт, һаулыҡты нығытыу лагеры урынлашҡан. Әле унда утыҙлаған бала ял итә. Бында бөтәһе лә йәйгесә – балалар палаткаларҙа йәшәй, аҙыҡ та, усаҡ яғып, ялан шарттарында әҙерләнә. Урыны бик шәп инде – «Боролош»то уратып ҡына Һалдыбаш йылғаһы аға, вожатыйҙар менән балалар көнөнә әллә нисә тапҡыр һыу инә. Лагерҙа кәмәләр, катамарандар ҙа бар. Бынан тыш, ял итеүселәр көн һайын тиерлек райондың тарихи урындары, тәбиғәт байлыҡтары менән таныша. Лагерь етәксеһе Дамир Сабитовтың әйтеүенсә, көндәр шул тиклем күңелле, әүҙем һәм ҡыҙыҡлы үтә – балалар хатта тәүлегенә 3 – 4 сәғәт кенә йоҡларға ла риза!

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сая бөркөттәр» күкте иңләй Сәләмәтлек

    Әбйәлил районы Асҡар ауылындағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияның ихатаһы иртәнән гөрләп торҙо. Сөнки бында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә башҡорт батыр­ҙары иҫтәлегенә арналған «Сая бөркөттәр» темаһына иртәлек үтте. Йәйге көндөҙгө лагерҙа ял итеүселәр Башҡортостан гимнын төҙ тороп, тын да алмай тыңланы, иң йәш бөркөт Айнур Мусиндың лагерь флагын күтәреүен сабыр ғына күҙәтте һәм ихласлап «Салауат батыр» йырын күтәреп алды:
    «Сая бөркөттәр» күкте иңләй
    Үрһәләнеп яуға саба
    Салауаттың атҡайы.
    Ай-һай малҡайы,
    Топ-топ-топ тояҡҡайы.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Табиптар саң ҡаға Сәләмәтлек

    Утыҙ градуслы эҫелек кешенең сәләмәтлеген һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Өфөлә кардиология бригадаларын саҡырыу һаны ҡырҡа артҡан. Шуға күрә медиктар хәүеф төркөмөнә ингән граждандарға урамда мөмкин тиклем әҙерәк йөрөргә тәҡдим итә.
    Ҡояшта ҡыҙыныу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Даими рәүештә ҡан баҫымын күҙәтеп торорға һәм табиптар яҙған препараттарҙы ҡабул итеүҙе туҡтатмаҫҡа кәрәк. Тағы ла алкоголь эсемлектәр менән мауыҡмаҫҡа, юғиһә, инсульт менән инфаркттың янауы көн кеүек асыҡ.
    Синоптиктарҙың әйтеүенсә, көн торошо яҡын арала үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙ һауа температураһы 37 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был кесе йомаға тиклем дауам итәсәк – һауа температураһы был көндө бер аҙ түбәнәйәсәк.
    Урамға сыҡҡанда башығыҙҙы ҡаплағыҙ, ҡояштың тура нурҙарынан ҡасығыҙ һәм күберәк һалҡын һыу эсегеҙ.
    Р. ЙӘНСУРИНА.

    авторы: Нур | 29 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru