Иренсәккә эш ярамаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәҙистәр
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Йондоҙнамә
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балаларҙы йәйге лагерҙар көтә Сәләмәтлек

    1 июндән республикала балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу һәм йәйге ялын ойоштороу кампанияһы башланды.
    БР Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Раил Сарбаев әйтеүенсә, әлеге көндә 100 меңдән ашыу бала 2234 ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһына урынлаштырылған.
    Быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн республика бюджетынан 930,3 млн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Был 2009 йылға ҡарағанда 85,4 млн һумға күберәк.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә Сәләмәтлек

    Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусы үҙенең икенсе һулышын кисерә. 1974 йылда төҙөлгән бинала 2009 йылда төҙөкләндереү эштәре башлана, һәм ошо көндәрҙә ул файҙаланыуға тапшырылды. 9471 квадрат метр майҙанлыҡ биш ҡатлы дауаханала ауырыуҙар өсөн бөтә шарттары булған палаталар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция блогы урынлаш­ҡан. Был иһә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күпкә яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.
    Был корпуста бер айҙан 15 йәшкә тиклемге балаларҙы дауалау өсөн травматология, урология, ортопедия, нейрохирургия, эндоскопия, хирургия, реанимация бүлектәре урынлашҡан. Дөйөм алғанда, корпус 300 пациентты ҡабул итә ала.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаһы сәләмәтлеген хәстәрләгән – киләсәген ҡайғыртҡан Сәләмәтлек

    Балаһы сәләмәтлеген хәстәрләгән – киләсәген ҡайғыртҡан
    Ауыл балаһы өсөн генә түгел, ғөмүмән, бала өсөн, өҫтәүенә, өс йәштән ун бер йәштәгеләргә, ата-әсәһенән, тыуған йортонан, ихатаһы, ауылы һәм ҡалаһынан ситкә сығып, санаторийҙа үҙ алдына ял итеү, сәләмәтлеген нығытыу айға осоуға тиңдер инде. Ул, бәлки, үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр бер айға тиерлек ата-әсәһе ҡулы аҫтынан сығып, үҙен ҡанаттарын үҙ аллы нығытырға ты­рышҡан ҡошсоҡ кеүек тоялыр. Әлбиттә, бында яныңда «һайт» тигәнеңә «тайт» тип торған әсәкәйең, туғандарың юҡ. Тәрбиәселәрең менән дауалаусыларыңдың ҡушҡанын һүҙһеҙ үтәп, бер ваҡытта ғына тороп, йыуынып, ашап, дауаланып, уйнап, мәктәп йәшендәгеләргә дәрестәр менән шөғөлләнергә һәм йоҡларға ятырға тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, шифахана үҙенә күрә бәләкәй генә әрме: унда бала тәртипкә, режим­ға, республиканың төрлө мөйөштәренән килгән тиҫтерҙәре, ололар менән аралашырға, мөғәмәләлә һығылмалы булырға, тынышып йәшәргә өйрәнә. Тәү арала өйөн һағынып, балауыҙ һығып алһа ла, тормош тип аталған шундай ҙа ҙур, киң диңгеҙҙә яйлап бына шул рәүешле үҙ аллы (әлбиттә, өлкәндәр ярҙамында) йөҙөү күнекмәләрен үҙләштерә.

    авторы: Нур | 1 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙҙәренән үрнәк алырлыҡ! Сәләмәтлек

    1988 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 31 май Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө тип иғлан ителде. Донъя йәмәғәтселеге алдына егерме беренсе быуатҡа тәмәкенән арыныу бурысы ҡуйыла. Шулай ҙа ул бөгөн дә ҡотолғоһоҙ проблема һанала, никотинға ҡаршы көрәш һаманғаса дауам итә.
    Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә йыл һайын тәмәкенән 300 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Был хатта юл-транспорт фажиғәләренән, наркотик ҡулланыуҙан йәки СПИД-тан үлеүселәргә ҡарағанда ла күберәк.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эремсектән манты Сәләмәтлек

    Эремсектән мантыЯрты кило самаһы манты (билмән) ҡамыры, ярты кило эремсек, 2 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, төйөлгән аҡ борос, тоҙ.
    Эслек өсөн эремсек, йомортҡа, тоҙ, борос­то ҡушып бутарға. Ҡамырҙы 10х10 см ҙурлығында дүртмөйөшләп ҡырҡырға. Һәр киҫәккә 1 аш ҡалағы эслек һалына.
    Манты 25 минут самаһы бешә, өҫтәлгә ҡаймаҡ һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ябығырға теләһәң! Сәләмәтлек

    «Әгәр ябығырға теләһәгеҙ, һис кенә лә ас тормағыҙ», – тип кәңәш бирә атаҡлы һинд табибы, күҙәнәк һәм молекуляр биология үҙәге белгесе доктор П. Гупта. Ас торғанда кеше организмы көслө стресҡа дусар була. Һөҙөмтәлә, артыҡ күп ашағандағы кеүек үк, организмдың үҙ-үҙен көйләү механизмы боҙола, ти ул. Бынан тыш, ас тороу ваҡытында углеводтың төп запасы – гликоген резервы аҙая. Дауаланыу маҡсатында ас тороу сәләмәтлеккә файҙа килтерһә лә, оҙаҡ ваҡыт ашауҙан тыйылыу барыбер зифа һәм һылыу итмәйәсәк.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолаҡ һал Сәләмәтлек

    Итте бер нисә сәғәт һөттә тотһаң, йомшағыраҡ булып бешә.
    Балыҡ ҡыҙҙырғанда аш-һыу бүлмәһендә тәмһеҙ еҫ таралмаһын өсөн табаға сей картуф киҫәге һалығыҙ.
    Ҡыҙҙырғанда балыҡ таралмаһын өсөн уны әҙерләргә 15 минут ҡалғас тоҙларға кәрәк.
    Балыҡты ҡыҙҙырыр алдынан ҡайнар майға бер аҙ тоҙ өҫтәһәң, кетерләп торор.
    Тәңкәләре еңел ҡупһын өсөн балыҡты башта ҡайнап торған һыуға һалырға, аҙаҡ һеркә ҡушылған йылымыс һыуҙа тоторға кәрәк.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һаҡланыу саралары Сәләмәтлек

    Бигерәк тә ҡайын урмандарында талпандың күп булыуы билдәле. Ҡайһы берәүҙәр, ниңәлер ҡан эскесте, ағастан ырғый, тип уйлай. Ғәмәлдә иһә талпандың үләндән күтәрелеүе лә ихтимал. Ул бер ҡасан да кешегә шундуҡ ҡаҙалмай. Тәнгә эләккәндән һуң бөжәк бер нисә сәғәт дауамында үҙенә уңайлы йомшаҡ урын эҙләй. Иғтибарлы булғанда, тән буйлап хәрәкәт иткән талпанды асыҡ тойомларға мөмкин. Хәйер, талпан ҡаҙалыу ихтималлығы булған ерҙә йөрөгәндә сәғәт һайын тәнде тикшереп тороу хәйерле. Белгестәр фекеренсә, был бик күп күңел­һеҙлектән арындырыр ине.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru