Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эш солтаны
  • Рәсәй көнө менән!
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Ислам әҙәбе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Талпан бәләһе ҡалҡа Сәләмәтлек

    Әгәр районығыҙҙа талпан энцефалиты күҙәтелә икән, анализ һөҙөмтәләрен көтмәйенсә, талпан энцефалитын көкөрт менән профилактикалау пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Ашығыс ярҙам тәүге өс тәүлектә, иң яҡшыһы – беренсе тәүлектә күрһәтелә.
    Талпан энцефалитынан һаҡла­ныуҙың иң ышаныслы юлы – прививка. Был – тәбиғәт ҡосағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ рәүештә эшләнергә тейешле вакцина. Бүтәндәр уны теләк буйынса эшләтә ала. Прививка ағас япраҡ ярғансы, үлән морон төрткәнсе ике аҙна элек яһалырға тейеш. Ошо ваҡыт эсендә иммунитет барлыҡҡа килеп, организмда инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡ барлыҡҡа килергә тейеш.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Энцефалиттың билдәләре Сәләмәтлек

    Талпан энцефалиты – баш һәм арҡа мейеһен зарарлаусы киҫкен нейровируслы инфекция. Латин теленән тәржемә иткәндә «энцефалит» баш мейеһенең шешеүе тигәнде аңлата. Ул кешегә инфекциялы талпан тешләгәндә йоға. Ауырыу киҫкен формала, талпан ҡаҙалғандан һуң ике-өс аҙна үткәс тә үҫешә. Вирус баш һәм арҡа мейеһен, периферик нервыларҙы зарарлай. Көҙән йыйыра, фалиж һуға, тире һиҙгерлеген юғалта, сирленең йөҙө һәм күҙҙәре ҡыҙара. Һуңғараҡ быға көслө баш ауыртыуы, күңел болғаныуы ҡушыла. Иҫте юғалтып ҡолау осраҡтары ла күҙәтелә.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр талпан ҡаҙалһа... Сәләмәтлек

    Шуны иҫтә тотоғоҙ: тәнгә ҡаҙалған талпанды тартҡыларға, өҙгөләргә ярамай. Сөнки артыҡ көс ҡулланыуҙың эште ҡатмарлаштырыуы ғына ихтимал. Мәҫәлән, бөжәктең башы, томшоғо өҙөлөп ҡалһа (ә талпан кәүҙәһеҙ ҙә йәшәй ала), уны сығарыуы тағы ла ҡыйынлашасаҡ. Бөжәкте тәндән һурып алыу өсөн башта үҫемлек йәки камфора майы һөртөргә кәрәк. Һауа етмәүҙән бөжәк әкренләп хәлһеҙләнә, шунан уны әкренләп, 10 – 15 минут дауамында тартып сыға­рырға мөмкин. Тешләнгән урынды зеленка йәки йод менән эшкәртергә кәрәк. Әгәр талпандың бер өлөшө тире ҡатламында тороп ҡалһа, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур, сөнки бөжәк тәндән тулыһынса сығырға тейеш.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йоҡтороуы тиҙ булһа ла, һауығыуы ауыр Сәләмәтлек

    Медицинала рәсми рәүештә 1957 йылда теркәлгән геморрагик биҙгәк – донъялағы иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, бигерәк тә Башҡортостанда һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан, Удмурт Республикаларында был сир киң таралған. Беҙҙә иһә сысҡандарҙың үрсеүенә тәбиғәт шарттары булышлыҡ итә. Мәҫәлән, республикабыҙҙа йүкә, имән ағастары күп үҫә. Ә сысҡандар уларҙың орлоҡтарын ашап зарарлана һәм вирус тарата. Республика медицина профилактика үҙәге белгестәре хәбәр итеүенсә, геморрагик биҙгәк менән коллектив баҡсалар урынлашҡан Өфө, Благовещен, Иглин, Нуриман, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәүселәр айырыуса күп сирләй.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кекс Сәләмәтлек

    Кекс250 грамм шоколад, 2 стакан он, 1 аш ҡалағы кофе, 200 грамм маргарин, 1 стакан һөт, 1 йомортҡа, ярты стакан самаһы шәкәр, 1 балғалаҡ сода, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы.
    Шоколадтың яртыһын кофе, маргарин һәм һөт менән бер туҡтауһыҙ бутап тороп, талҡын утта иретергә.
    Йомортҡа, он, шәкәр, сода һәм тоҙ һалып, ҡамыр туғырға. Ошо массаға иретеп һыуытыл­ған шоколадлы массаны, ҡалған шоколадты ваҡлап өҫтәргә.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер наркоман ауыҙынан... Сәләмәтлек

    – Наркотикты ҡасан һәм ҡайҙа тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарағанымды хәтерләмәйем. Хәйер, мин күп нәмәне онотҡанмын инде. Тик шуныһын беләм: ҡайҙалыр төптә мейемдең бәләкәй генә өлөшө әле сәләмәтлек күҙәнәктәрен юғалтмаған. Ана шуның менән генә ни ҙә булһа уйларға һәләтлемен.
    Ни өсөн был хәл минең менән булды һуң? Беҙ, наркомандар, сираттағы доза өсөн ниндәйҙер бер үтә гонаһлы эштәр эшләнек, әхлаҡты оноттоҡ, кәрәкмәгән пландар менән (енәйәткә илтә ине ул) йәшәнек. Сәбәбе нимәлә икән? Мин дуҫтарымдың күпселеге кеүек ябай ғаиләлә үҫтем. Унда иман да, дин дә булманы. Партия, комсомол, пионерҙарға хас идеалдар ҙа юҡҡа сығып өлгөргәйне. Бары тик, ҡайҙан аҡса табыр­ға, нисек эшһеҙ ҡалмаҫҡа, тип борсола ине атай-әсәй. Уларҙың минең менән шөғөлләнергә ваҡыты булманы.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан балаларының һаулығын ҡайғыртып Сәләмәтлек

    2010 – 2014 йылдарға иҫәпләнгән был программа Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан төҙөлгән. Шулай уҡ уны әҙерләүҙә «Индиго» медик-психологик-социаль ярҙам үҙәге лә ҡатнашҡан.Бындай программа ҡабул ителеү мөһим ине, сөнки халыҡҡа хәүеф килтереүсе наркотиктар әйләнеше илдә, шул иҫәптән республикала ла түбән кимәлдә тип булмай. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк, тигән әйтемде табиптар йыш ҡуллана. Ул насар ғәҙәттәрҙе үҙ итеү арҡаһында таралған сирҙәргә лә ҡағыла, әлбиттә. Ошо иҫәптә – наркомандар, эскеселәр, ВИЧ-инфекциялылар. Уларҙың күпселек өлөшөн йәштәр биләй тиһәк, хата булмаҫ. Был – ҡыҙғаныс хәл.

    авторы: admin | 15 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шифахананың яңы уңышы Сәләмәтлек

    Ошо көндәрҙә Екатеринбург ҡалаһында үткән «Урал туризмы индустрияһы: дауалау һәм ял» тип аталған халыҡ-ара күргәҙмәлә «Янғантау» шифаханаһының презентацияһы уңышлы үтте. Уның экспозицияһы күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға билдәле шифахананың дауалау һәм ял итеүселәрҙең ваҡытын күңелле һәм зауыҡлы итеп үткәреү өсөн булдырылған мөмкинлектәр менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Шулай уҡ «Янғантау» шифаханаһының ижади коллективының сағыу сығышы ла халыҡта матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, «Янғантау» тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙең юғары кимәле һәм күргәҙмә эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн гран-приға лайыҡ булды.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru