Күнсе күнде күндерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һандар һәм факттар Сәләмәтлек

    Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, былтыр 2,5 миллион Рәсәй кешеһенә «алкоголизм» диагнозы ҡуйылған. Был һан йыл һайын арта. Шуныһы ла бар: медицина статистикаһы менән ысынбарлыҡтағы һандар йыш ҡына тап килмәй. Һуңғыһы хатта 17 миллионға барып еткән булыуы мөмкин.
    Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һәр кеше йылына уртаса 14 литр алкоголь ҡуллана. Был күрһәткес имсәк балаларҙы ла иҫәпләп индерелгән, дөрөҫөн әйткәндә, өлкән кешеләр иҫерткесте күпкә артығыраҡ ҡуллана. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, бер кешегә йылына 8 литр спиртлы эсемлек тә сик тип иҫәпләнә һәм милләт генофондына хәүеф менән янай.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эскелеккә ҡаршымы Бәлки, айыҡлыҡ өсөндөр Сәләмәтлек

    Был һорауҙарҙа тәү ҡарашҡа әллә ни айырма юҡ кеүек. Икеһе лә бер маҡсат хаҡында һөйләй бит. Әммә төптәнерәк уйлағанда, тәүгеһе эскелеккә ҡаршы көрәште, тимәк, ҡатыраҡ алымдар менән эш итеүҙе аңлата. Был осраҡта эшмәкәрлек объекты – эскеселәр һәм һүҙ уларҙы айыҡлыҡ юлына баҫтырыу өсөн күрелгән алымдар тураһында бара. Икенсе осраҡ – айыҡлыҡ өсөн эшмәкәрлекте көс ҡулланып алып барыу мөмкин түгел. Яҡшы ниәт сыбыртҡы менән ғәмәлгә ашырылмай, һәм эш итеү объекты булып та эскеселәр түгел, ә айыҡ кешеләр күҙ уңында тотола. Дөрөҫ, һирәк осраҡта был объектҡа эскелектән бөтөнләй ҡотолорға ҡарар иткән кешеләр ҙә инеүе ихтимал. Тимәк, эскелеккә ҡаршы көрәш, тибеҙ икән, беҙ бер өлкәне – социаль төркөмдө, айыҡлыҡ өсөн тигәндә, икенсеһен күҙ алдына килтерәбеҙ. Күренеүенсә, айырма бар.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә! Сәләмәтлек

    Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә!Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә! йәки Ғалимдар тәҡдим иткән 16 ҡағиҙә.
    Күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан «Рәсәй: беҙ оҙаҡ йәшәргә тейеш» проекты илдә демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, халыҡтың ғүмерен оҙонайтыуға йүнәлтелгән. Үҫешкән илдәрҙә ул күптән эшләй һәм үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәп йәшәһәк, беҙгә лә яҙыҡ булмаҫ ине.
    Таҙалыҡ. Гигиена, әлбиттә, төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумау ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдар тикшеренеүе күрһәтеүенсә, ябай һабын урынына махсус антибактериаль таҙарт­ҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Анализ алдан иҫкәртә Сәләмәтлек

    Анализ алдан иҫкәртәАнализ бирер алдынан дарыу, алкоголле эсемлек эсеүҙән, әсе ризыҡ ашауҙан тыйылығыҙ. Юғиһә һөҙөмтәнең дөрөҫ булмауы ихтимал. Шулай уҡ дауаланғандан һуң ике аҙна үтмәйенсә, анализ биреү дөрөҫ түгел. Сирләгән мәлдә тапшырылған анализ да хата һөҙөмтә күрһәтеүе бар.
    Бәүелгә, флораға анализ шунда уҡ лабораторияға ебәрелә. Был процесты бер нисек тә тиҙләтеп булмай. Бәүелгә дөйөм анализ, гинекологик һәм ирҙәрҙең уретраһына тикшереүҙәр тиҙ әҙер була. Ни өсөн тигәндә, бындай төр анализдар ҡатмарлы ысул талап итмәй. Уларҙың һөҙөмтәһен бер көн эсендә белергә мөмкин. Хәҙер яңы технологиялар буйынса ауырыуҙы башланған стадияһында уҡ иҫкәртеүсе иммунофермент анализдар ҙа бирергә була. Был төр анализ ярҙамында әсә булырға әҙерләнгән гүзәл заттар үҙенең генә түгел, буласаҡ балаһының да әллә күпме ауырыуын кисектерә ала.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Диспансер тикшереүҙәре нимә хаҡында һөйләй? Сәләмәтлек

    Рәсәй Федерацияһында эшләүсе граждандарҙы диспансерлаштырыу буйынса Башҡортостан әүҙем төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә.
    Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фондынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр диспансерлаштырыуҙы финанслауға яҡынса 149,6 миллион һум аҡса күсерелгән һәм был программа нигеҙендә 144 928 кеше медицина тикшереүе үткән. Өҫтәмә диспансерлаштырыу буйынса план тулыһынса үтәлгән.
    Диспансерлаштырыу һөҙөмтәләре буйынса һаулыҡтың беренсе төркөмөнә (сәләмәттәр төркөмө) тикшерелгән халыҡтың 23,2 проценты ингән. Икенсе төркөмгә ҡараусылар (сирләү хәүефе янағандар) 21 процент тәшкил итһә, өсөнсө төркөм – амбулатор дауаланыуға мохтаждар 54,4 процент иҫәпләнгән.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәрәкәт ғүмергә бәрәкәт өҫтәй Сәләмәтлек

    Хәрәкәт ғүмергә бәрәкәт өҫтәйБашҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға элек-электән иғтибар ҙур. Ирешелгән ҡаҙаныштар федераль үҙәк тарафынан да башҡа төбәктәргә өлгө итеп, маҡтап телгә алына. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа миокард инфаркты, йөклө ҡатындарҙың өҙлөгөүе, йөрәк сирҙәре, бронхиаль астма менән яфаланыусылар һаны һиҙелерлек кәмегән. Һандар теле менән әйткәндә, балалар араһында үлем осрағы – 19, әсәләрҙеке – 27, хеҙмәт йәшендәгеләрҙең ғүмере өҙөлөүе 20 процентҡа кәмегән. Республиканың 19 районында тыуымдың артыуы күҙәтелгән. Йәрәхәттәрҙән һәм ағыуланыуҙан үлеү осрағы – 7,4, туберкулездан – 2,3, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һәләк булыу 13 процентҡа түбәнәйгән. Яман шештән вафат булыусылар иһә 100 мең кешегә 155, 9 осраҡ тура килә. Был Рәсәй күрһәткесенән 26 процентҡа түбән. Һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла – республикала йәшәүсе халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһе.
    1948 йылдың 7 апрелендә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ойошторола. Ике йылдан һуң был көн Бөтә донъя сәләмәтлек көнө булараҡ билдәләнә башлай. Сәләмәтлек көнөнөң төп маҡсаты – халыҡта үҙ һаулығына ҡарата иғтибарҙы арттырыуға, ауырыуҙарға ярҙам итеүгә өлгәшеү.

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡолаҡ һал! Сәләмәтлек

    Һөткә мансыл­ған сепрәк менән көҙгө, һүрәт тирәстәрен, пианино телдәрен таҙартырға була.
    Сәйнүктәге юшҡынды һеркәле һыуҙы ҡайнатып бөтөрөргә була. Бер литр һыуға 2 – 3 балғалаҡ һеркә һалығыҙ.
    Алтын әйбер­ҙәрҙе ялтыратыу өсөн уларға сей йомортҡа ағы һөртөгөҙ. Һуңынан яҡшылап ышҡығыҙ.
    Ыуалып торған торт йәки бәлеште ҡырҡыр алдынан бысаҡты бер-ике минут ҡайнар һыуҙа тотоғоҙ.

    авторы: admin | 3 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Геноцид ҡоралы Сәләмәтлек

    Тормошта минең бер шәхси дошманым бар – иҫерткес эсемлек уның исеме. Төрлө йөҙгә инеп, төрлө исем аҫтына йәшеренһә лә – виски, бренди, ром, джин, абсент, аквавит, арак, ликер, текила, шарап, коньяк, араҡы, һыра, көмөшкә – уны танымау мөмкин түгел. Ул кешене алйыта, албырғата, алдата. Ул һәр кемде упҡынға этәрә, яҡындарҙы үлтерә, иң изге төшөнсәләрҙе лә юҡҡа сығара. Ул, ысынлап та, «геноцид ҡоралы» – беҙҙе юҡ итеүгә генә көйләнгән дошман. 25 февралдә баш ҡалабыҙҙың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында йәштәр өсөн ойошторолған алкоголгә ҡаршы ток-шоу мәлендә «Геноцид ҡоралы» тигән фильмдың презентацияһы ла үткәйне. Шул саҡта эскелек арҡаһында тыуған фажиғәләр күҙ алдынан үтте. Ҡот осҡос ине уларҙың барыһы ла. Әммә бөгөн күптәребеҙ уларҙы бәлә-ҡаза тип тә һанамай, шулай булырға тейеш хәл-күренеш кеүек ҡабул итә.
    Бына ата менән ул араҡы һауытын бушата. Бер-береһенә яҡын, ғәзиз кешеләр – көттөрөп кенә тыуған бала һөйҙөрөп кенә үҫә, «атайым» тип өҙөлөп тора. Ун һигеҙ йәшен билдәләйҙәр егеттең. Тик ниндәйҙер мәлдә шайтан эсемлегенең ҡотҡоһона эләгеп, улар һүҙләшеп-эләгешеп китә, улы атаһының арҡаһына бысаҡ менән сәнсә. Тағы, тағы...

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru