Егәрленең ҡулы ете.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • ХӘҘИСТӘР
  • Әсә абруйы
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфө Республика советына әҙерләнә Сәләмәтлек

    Быйыл көҙ Өфөлә үтәсәк Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә ар­налған Республика советының күсмә ултырышына баш ҡалала урынлашҡан республика әһәмиәтендәге медицина учреждениелары ҙур үҙгәрештәр кисерәсәк.
    Мәҫәлән, мөһим сараға әҙерлек һәм уны ойоштороу сиктәрендә Республика онкология клиник диспансерында хирургия, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 120 койкаға иҫәпләнгән акушер-гинекология корпустары төҙөлһә, Туберкулезға ҡаршы диспансерҙы һәм Республика психиатрия дауаханаһын медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙ беләhегеҙме? Сәләмәтлек

    Баҫҡыстан йәйәү йөрөргә тырышығыҙ. Америка ғалимдары фекеренсә, hәр баҫҡыс кешенең ғүмерен дүрт секундҡа оҙонайта икән.
    Аяғығыҙҙы көҙән йыйыр­ғанда ҡулығыҙ менән бармаҡтарығыҙҙы тотоғоҙ hәм үҙегеҙгә табан тартығыҙ. Икенсе ҡулығыҙ менән аяғығыҙҙы теҙҙән тубыҡ hөйәгенә табан hыпырығыҙ.
    Күҙ төбөгөҙ күгәрhә, шул урынға тиҙерәк боҙ hалынған пакет ҡуйығыҙ. Әгәр боҙ булмаhа, ҡалай консерва банкаhы ла (буш булмаhын) ярай.
    Күҙегеҙгә сүп инhә, ыуа күрмәгеҙ. Өҫкө ҡабағығыҙҙы аҫҡыhына табан тартығыҙ. Шулай эшләгәндә күҙҙән йәш сыға hәм ул сүпте йыуа.
    Әгәр яраланhағыҙ, бер төймә стрептоцидты иҙегеҙ ҙә уға бер нисә тамсы йод тамыҙығыҙ hәм яраға һалығыҙ. Ярағыҙ күҙ алдында төҙәлер.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫендә тот! Сәләмәтлек

    Аҙыҡ-түлектә витаминдар һаҡланһын тиһәгеҙ, ризыҡты һалҡын, ҡараңғы урында һаҡлағыҙ. Йәшелсә-емеште, үләндәрҙе һыуҙа оҙаҡ тотмағыҙ. Ҡояш нурҙары ла витаминдарҙы үлтерә. Ашарға әҙерләһәгеҙ, ризыҡты ваҡытынан алда ҡырҡмағыҙ. Ит менән балыҡты ҡурғашҡа төрөп бешерһәгеҙ, витаминдары күберәк һаҡланасаҡ.

    Тоҙло кәбеҫтәне һыуҙа сайҡатмағыҙ. Ярмаларҙы йыуып, ебетергә ҡуйһағыҙ, һыуын түкмәгеҙ, витаминдары сайыласаҡ. Йәшелсәләрҙе бешергәндә кәстрүлде ҡаплағыҙ. Итте бүлмә температураһында иретегеҙ, һыуға һалмағыҙ. Ашарға бешергәндә туҡтауһыҙ болғатмағыҙ.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Витаминдар күп, ҡайһыһын һайларға? Сәләмәтлек

    Аэровит: А, С, Е һәм В төркөмө витаминдары инә. А ғәҙәттәгенән күберәк. Составы бик яҡшы. Микроэлементтар юҡ.
    Декамевит: микро һәм макроэлементтар юҡ. Составында В1, В12 күп. Йышыраҡ ололар эсә.
    Дуовит: витаминдарға һәм минералдарға бай тип әйтеп булмай. Берҙән-бер үҙенсәлеге – организмдағы ферменттарҙы әүҙемләштереүҙә ҡатнашыусы молибден күп.
    Лайфпак мультивитамины: А витамины, биотин юғары, С – әҙ. Магний, кальций, цинк, тимер, йод бар. Сәс, тырнаҡтар һәм тире өсөн файҙалы.
    Пиковит: антиоксидант әүҙемлеккә эйә түгел, микроэлементтар юҡ. Макроэлементтарҙан кальций менән фосфор бар. А, С бик аҙ күләмдә.
    Ревит: составына А, С, В1, В2 инә. Оҙайлы ваҡыт эсергә мөмкин. Витаминдарға ярлы, минералдар юҡ.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кешенең аҙыҡлата эквивалентта тәүлегенә ҡабул итергә тейешле витаминдар нормаһы Сәләмәтлек

    С
    – 80 г кесерткән, – йәки ярты килограмм лимон, – йәки алты алма, – 10 йомортҡа, – йәки 200 г бауыр.
    Күреүегеҙсә, бер кем дә был тиклем ризыҡты, булған хәлдә лә, ашай алмай. Шуға күрә иң хәйерлеһе – табип кәңәшенә ҡолаҡ һалып, витамин препараттарын ҡабул итеү.
    Тикшеренеүҙәрҙән мәғлүм булыуынса, ултырып эшләүселәргә өҫтәмә рәүештә Д витамины ашарға кәңәш ителһә, үҫеүсе организм витаминға бөтөнләй ҡытлыҡ кисерергә тейеш түгел.
    Ә бына олоғайған һайын, организм витаминдарҙы һәм микроэлементтарҙы насар үҙләштереү сәбәпле, алтмышты уҙыусыларға мультивитаминдарҙы һәм минералдарҙы даими эсеү мотлаҡ.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Авитаминоз Сәләмәтлек

    Тышта яҙ. Тик нишләптер үҙеңде насар тояһың, арыйһың, йоҡо туймай, юҡҡа ғына кәйеф төшә, бушҡа ғына ярһып китәһең. Ул ғына ла түгел, тырнаҡтар һына, сәс ҡойола. Быларға, әлбиттә, баш күтәрмәй эшләү, аҙ йоҡлау ғына сәбәпсе түгел. Төп бәлә – витаминдарға ҡытлыҡ кисереүҙә.
    Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәй халҡының 70 процентына – С, 80 процентына В төркөмө витаминдары, фолий кислотаһы етешмәй. Ошо уҡ хәл башҡа витаминдар менән дә күҙәтелә.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Картуфлы пицца Сәләмәтлек

    Картуфлы пиццаЯрты килограмм картуф, 1 йомортҡа, 200 грамм сыр, 100 грамм бәшмәк, 1 баш һуған, йәшел тәмләткестәр, 4 аш ҡалағы майонез, бер ҡалаҡ маргарин, тоҙ, 2 помидор.
    Картуфты әрсеп тоҙло һыуҙа бешерергә лә, бер ҡалаҡ майонез, йомортҡа ҡушып, иҙергә. Һуғанды балдаҡлап турап, үҫемлек майы һалынған табала алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға. Уға туралған бәшмәкте ҡушып, бутай-бутай ҡыҙҙырырға.
    Маргарин менән майланған формаға иҙелгән картуфты һалырға, уның ситтәрен күтәртеп бөгөргә, иҙмәнең өҫтөнә ҡырылған сырҙың ярты­һын, помидор, бәшмәк, һуған һалырға. Унан һуң йәшел тәмләткестәр, майо­нез менән ҡаплап, иң өҫкә ҡалған сыр тигеҙләп һибелә.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айыҡ йәштәр – илебеҙҙең киләсәге Сәләмәтлек

    Эскелекте фашлап, уның кеше ғүмеренә, булмышына, һаулығына ни тиклем зыян килтереүен аңлатырға тырышып, йәш быуын уйланһын, ваҡытында аңына килһен тип, күрһәтелгән видеороликтарҙа шундай ҡот осҡос хәлгә тарыған кешеләр яҙмышын күрһәтеү сараға килеүсе һәр кемде һиҫкәндергәндер, моғайын.
    Йәштәрҙә рухи аң уятыу, заман афәте булған эскелеккә ҡаршы пропаганда идеялары менән һуғарылған кисәне Өфөләге «Әбйәлил йәштәре» берлеге – «Йәштәр – айыҡ Рәсәй өсөн!» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең республика бүлексәһе (рәйесе Марат Абдуллин), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ойошторҙо. Унда Силәбе өлкәһенән, Магнитогорск, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Һәр сығыш араһында башҡорт йәштәре эстрадаһының таныл­ған йырсылары М.С. Баш, Дени, «Ҡара- таш», «Ике йөҙ», «Фарман» төркөмдәре үҙәренең матур фекерҙәр менән һуғарылған йырҙары аша халыҡты айыҡ аҡыл менән йәшәргә өндәне. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары эскелектең кеше һаулығына, иң беренсе сиратта аҡылына ни тиклем ҙур зыян килтереүе хаҡында һөйләне.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru