Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Иман
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Йондоҙнамә
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уңалмаҫ яра булмай Сәләмәтлек

    Һуңғы ваҡытта үҙ-үҙенә ҡул һалған йәштәр тураһында йыш ишетергә тура килә. Был бик ауыр, күп яҡлы мәсьәлә. Әлбиттә, кеше ниндәй генә сетерекле хәлгә ҡалһа ла, унан сығыу ысулдарын ғүмерен ҡыймайынса хәл итергә бурыслы. Был ябай ғына хәҡиҡәтте бөтәһенә лә аңлатыу өсөн төрлө юлдар, йүнәлештәр бар. Кемгәлер – бер ауыҙ йылы һүҙ, кемгәлер «ҡамсы» кәрәк.
    Кеше ғүмеренең Исламдағы урыны хаҡында һөйләшеү өсөн «Фәләҡ» дини ойошмаһының имамы Ишморат Хәйбуллинға мөрәжәғәт иттек. Ул Мысырҙағы Ҡаһирә ҡалаһындағы «Әл-Әзһәр» университетының педагогия факультетында ғәрәп бүлегендә уҡыған. Бөгөн Ишморат Хәйбуллин – ике китап авторы, уның «Ғәрәп теле грамматикаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе», «Ғәрәп теленең стилистикаһы» тип аталған хеҙмәттәре донъя күрҙе. Учалы районының Озерный ҡасабаһында тыуып үҫкән кәләше менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сусҡаға нимә булған? Сәләмәтлек

    Изге китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, кешенең һаулығына ҡағылған ҡағиҙәләрҙең дө­рөҫ­лөгө быуаттар буйына йыйылған тәжрибә менән генә түгел, фәнни тикшеренеүҙәр менән дә иҫбатлана. Исламда, үләкһә менән бер рәттән, сусҡа итен ашау ҡәтғи тыйыла. Ғөмүмән, уны ҡулланырға өндәгән, рөхсәт иткән бер генә дин дә, табип та юҡ. Тәүратта ла сусҡа итен «бысраҡ» тип атаған урындар бар. Донъяның башҡа динен тотоусылар ҙа унан алыҫ тора.
    Билдәле булыуынса, Хоҙай Тәғәлә беҙҙе зыян килтереүсе нәмәләрҙән генә арындырған. Сусҡа итен ҡулланмау – сәләмәтлегеңде ҡайғыртыу, бында бер ниндәй ҙә мистика юҡ. Уның ни өсөн зарарлы икәнлеген медицина күҙлегенән сығып баһалайыҡ. Ҡайһы бер кешеләр: «Элек һыуытҡыстар булмаған, шуға ла итте ашарға ярамаған», – тип фаразлай. Әммә был уйҙырманың нигеҙе юҡ. Һәр хәлдә, башҡа итте ашауҙан тыймағандар бит.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр оҙаҡ йәшәргә теләһәгеҙ... Сәләмәтлек

    Эшкә йыйынғанда, бик ашығыс булһа ла, бер аҙ йәйәүләп барырға тырыш. Был күңел күтәренкелеге бирер.
    Күберәк һуған, һарымһаҡ, кишер ашаһаң, ауыҙ ҡыуышлығында микробтар үрсемәҫ.
    Теш ҡаҙналарын нығытыу өсөн аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ауыҙҙы тоҙло һыу менән сайҡарға кәрәк.
    Арыған аяҡтарҙы кисен йылы тоҙло һыуҙа тот.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зефир Сәләмәтлек

    1 килограмм шәкәр, 3 аш ҡалағы желатин, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 1 балғалаҡ ванилин, 1 балғалаҡ сода. Әлеге ингредиенттарҙан яҡынса 90 зефир килеп сыға.
    Желатинды ҡайнатып һыуытылған (саҡ ҡына кәрәк) һыуҙа 2 сәғәт тоторға. Шул уҡ ваҡытта шәкәр ҙә 200 мл һыуҙа 2 сәғәт ебетелә. Бынан һуң уны утҡа ҡуйырға ла, бер туҡтау­һыҙ болғап, 7 – 8 минут киптерергә. Шәкәрҙе уттан алғас, уға желатин өҫтәп, 10 минут тирәһе ныҡлап бутарға (миксер булһа, тағы ла яҡшыраҡ). Массаға лимон кислотаһы өҫтәп, 5 минут бутарға ла, ванилин менән соданы ла һалып, яҡшылап туҡырға. Был массаны 10 минут тотоп торорға.
    Бынан һуң кулинария шприцы йәки ҡалаҡ ярҙамында зефирҙар эшләнә һәм 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйыла. Тик бутамағыҙ – туңдырғысҡа түгел!

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Прививкалар һаны артмаҡсы Сәләмәтлек

    Рәсәй педиатрҙары конгресы РФ Хөкүмәтенә Милли прививкалар календарын киңәйтеүҙе тәҡдим итмәксе.
    Һүҙ пневмококк инфекцияға һәм папиломавирусҡа ҡаршы вакцина индереү тураһында бара. Белгестәр билдәләүенсә, балаларҙы пневмококк инфекцияға, йәғни стрептококтар затынан булған бактерияға ҡаршы вакциналауға мохтажлыҡ шул тиклем юғары. Йыл һайын сабыйҙар араһында теркәлгән биш миллион үлем осрағының бер миллионы ошо инфекцияға тура килә. Уның менән зарарланыусыларҙың теүәл генә иҫәбе алып барылмай. Сөнки балала ҡәҙимге һыуыҡ тейҙереү кеүек билдәләр булғанда, махсус анализ үткәрелмәй. Шулай ҙа, эпидемиологтар фекеренсә, пневмококк биш йәшкә тиклемге балалар пневмонияһының 80 процентынан ашыуына төп сәбәпсе булып тора. Был – йылына 75 – 115 мең осраҡ.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аборт йәки йәки Ғәйепһеҙ йән хата ҡорбаны булмаһын Тормош юлдары ҡатмарлы, Сәләмәтлек

    Аборт – ҡатын-ҡыҙ тормошонда ғәҙәттән тыш хәл, сәләмәт тәнгә яһалған берҙән-бер операция ул. Хоҙай тарафынан бирелгән сабыйҙың ғүмерен өҙөп, ул үҙенең һаулығын, әсә булыу бәхетен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ә бит күптәр бер генә аборт менән сикләнмәй. Операция ҡабатланған һайын үрҙә телгә алынған хәүеф арта ғына! Ә тәүге йөклөлөктө өҙөү ҡатын-ҡыҙ тормошонда тәрән эҙ ҡалдырыуы, физик һәм психологик йәрәхәт һалыуы, хатта түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
    Йөклөлөктө өҙөүҙең зыяны иҫ киткес ҙур. Ҡатын-ҡыҙҙың яралғының үҫешенә көйләнгән организмы һәм бөтә системалары уны алып ташлағандан һуң «юғалтыу» кисерә. Гормональ, иммун, бөйөр-бауыр функцияларының, артериаль баҫымдың, ҡан әйләнешенең эшмәкәрлеге боҙола. Ҡатын-ҡыҙ көйһөҙләнә башлай, йоҡоһо насарая, йыш арый. Ошо ваҡытта организмға төрлө инфекциялар еңел үтеп инә. Аналыҡ өҫтәмәһенең елһенеүе йыш ҡына аналыҡ көпшәһенең үткәрмәүсәнлегенә килтерә. Бындай осраҡтарҙың ҡатын-ҡыҙға аналыҡ тышында булған йөклөлөк, хатта түлһеҙлек менән янауы ихтимал.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүҙә – ир-аттар, һуңынан – ҡатын-ҡыҙҙар Сәләмәтлек

    БДМУ-ның урология кафедраһы белгестәре район-ҡалаларҙа ир-аттың һаулығын тикшерәсәк. Ошо көндәрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Башфар­мация» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Марсель Тойғонов һәм уның урынбаҫары Павел Самойлов ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте. Унда республиканың ҡала һәм райондарын медицина препараттары, белгестәр менән тәьмин итеү, льготалар, айырым акциялар тураһында һүҙ барҙы.
    Павел Самойлов әйтеүенсә, республикабыҙҙың ҡайһы бер төбәктәрендә юғары белемле, тәжрибәле белгестәр етешмәй, урологтар юҡ кимәлендә. Ә демографик күҙлектән ҡарағанда, ир-егеттәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара, уларҙың һаулығы белгестәрҙә борсолоу уята.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙыл раузалар – һөйөү билдәһе Сәләмәтлек, Башҡортостан

    Ғашиҡтар көнө рәсми рәүештә ХVI быуаттан билдәләнеп килһә лә, мөхәббәт байрамдары боронғо мәжүсиҙәр мәҙәниәтендә лә булған. Римдә, мәҫәлән, ғашиҡтар аллаһы Жуно Фебрюата иҫтәлегенә февраль урталарында фестивалдәр үткәргәндәр. Уларҙың маҡсаты – икенсе яртыңды табыу. Ошонан һуң күп ғаиләләр ҡоролған. Улар ошо ваҡытта әсәлек, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар аллаһы Юнонаға бағышлап ҡорбан салған.
    Боронғо Рәсәйҙә ғашиҡтар байрамы ҡыш түгел, ә йәй башында билдәләнгән. 469 йылда Рим папаһы Геласиус 14 февралде Изге Валентин көнө тип белдерә. Көнбайыш Европала был көн – ХIII быуатта, Америкала – 1777 йылда, ә беҙҙә ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан билдәләнә башлай. Мөхәббәт хаттары – «валентинка»лар яҙыу ҙа тап ошо ваҡытта модаға инә. Был көндө өйләнгәндәрҙең мөхәббәте лә мәңгелек булып һаналған.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru