|
 |
 |
Депутаттар сираттағы ултырышҡа йыйылды |
Сәйәсәт |
|
БР Дәүләт Йыйылышы − Ҡоролтай депутаттары дүртенсе саҡырылыштың 39-сы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә 37 мәсьәләне ҡарау индерелгәйне. Улар араһында 2010 йылда 2008 − 2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын, сеймалды көйләү программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһе тураһында доклад, үткән йылда республикала дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында БР Хөкүмәте отчеты, Өфө һәм республика райондарына мировой судья вазифаһына тәҡдим ителгән кандидатураларҙы ҡарау, Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы проектын уҡыу бар ине. Әйткәндәй, Кодекс проекты былтыр декабрҙә беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән. |
|
|
 |
Һуғыш шахмат партияһы түгел шул... |
Сәйәсәт |
|
 Аптыратты был полковник Каддафи. Илендә ни тиклем болғаныш, шартлау, ҡорбандар, ә ул шахмат уйнап йөрөй. Нимә был: үҙенең ҡеүәтен шулай аңғарттымы, әллә кәйефен белдерергә теләнеме? Әлбиттә, НАТО-ның даими бомбаға тотоуына ҡарамаҫтан, Ливия хөкүмәте армияһы революционерҙар һөжүмен уңышлы рәүештә кире ҡаҡлыҡтырып тора, шулай ҙа бола туҡталырға уйламай. Муаммар Каддафиҙың Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (FIDE) Кирсан Илюмжинов менән шахмат уйнауын әйтәм, «ничья»ла туҡталғандар. Тәүҙә Кирсан Каддафиҙың Олимпия комитетын етәкләгән улы Мөхәммәт менән осрашҡан, шахмат үҫешен күҙаллағандар, аҙаҡ полковник та әңгәмәгә ҡушылған. |
|
|
 |
Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә үҙгәрештәр |
Сәйәсәт |
|
Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән Президент хакимиәте структураһына етди үҙгәрештәр индерҙе. Указға ярашлы, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, БР Президенты Секретариаты, БР Президентының Эштәр идаралығы, Эске сәйәсәт идаралығы, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы, Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы ойошторолдо. |
|
|
 |
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе |
Сәйәсәт |
|
Ултырышта төбәк башлығы Хөкүмәттә булып үткән бер нисә кадрҙар үҙгәрешен әйтеп китте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажитдинов тәғәйенләнгән. Фәтих Ҡаҙаҡбаев Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылған. Рөстәм Хәмитов уға күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм уның тәжрибәһе һәм белеме республикала кәрәк буласағына өмөтөн белдерҙе. Ултырышта Рөстәм Хәмитов тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән төп социаль-иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Урман янғындары һәм ауыл хужалығында ҡоролоҡ менән бәйле хәлдәр тикшерелде. Башҡортостан Президентына ҡоролоҡтан иң ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Республика ҡаҙнаһынан орлоҡ, мал аҙығы, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға, ужым культураларын сәсеүҙе үткәреүгә средстволар бүленгән. |
|
|
 |
Ағиҙел ҡалаһының киләсәген ҡайғыртып |
Сәйәсәт |
|
Ағиҙел ҡалаһындағы төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы базаһында төҙөлөш тармағына йүнәлешле индустриаль парк төҙөләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Росатом» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Кириенко осрашыу барышында шундай һығымтаға килде. С. Кириенконың һүҙҙәренсә, «Росатом» Рәсәй территорияһында һәм сит илдәрҙә туғыҙ атом электр станцияһы төҙөй, һәм Башҡортостан предприятиелары был объекттар өсөн продукция етештерә аласаҡ. Индустриаль парк ҡала һәм республика өсөн дә файҙалы буласаҡ: бюджет килем менән тулыланасаҡ, ҡалала эшһеҙлек проблемаһы хәл ителәсәк. |
|
|
|
 Республика хәрби комиссариаты армия сафына сираттағы яҙғы саҡырыуҙың уңышлы тамамланыуы һәм, һәр ваҡыттағыса, Башҡортостандың армияға саҡырылыусылар буйынса планды теүәл үтәүе тураһында рапорт бирҙе. Кемгәлер – дан вә шөһрәт, ә кемгәлер... «Кемгәлер» тигәндә, атай-әсәйҙәрҙе һәм хеҙмәткә алыныусы йәш егеттәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Ғәзиз балаһының ниндәй ғәскәргә, ҡайһы ергә һәм кемдәр ҡулына барып эләгерен белмәгән ата-әсә улын оҙатҡан көндән, тыныслығын юғалтып, йоҡоһонан яҙа. Аҙна-ун үтеп өлгөрмәй, балаһынан үҙенең хәл-әхүәлен белдереп яҙған ҡош телендәй генә булһа ла сәләм хатын көтә башлай. |
|
|
|
Француз Ҡаршылығында ҡатнашыусы Мөждәбә Шаһиевтың ейәндәре Асаф менән Ғаяз, бүләләре Денис менән Айваз хәрбиҙәр тормошон һайлаған  Әхмәр Үтәбайҙың: «Ир-егеттән азаматлыҡ китһә, азатлығы бөтә, халҡы бөтә», – тигән һүҙҙәре бар. Уйлыларҙы уйландырмай ҡалмай был фекер, шиғри юлдар күңелде шомға һала. Әйтмәксе лә, батырҙарыбыҙ бахырға әйләнеп бөтһә, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, кемдәргә таянырбыҙ, кемдәрҙән яҡлау эҙләрбеҙ, кемдәрҙә һаҡлау табырбыҙ? Үкенескә күрә, сит илдәрҙең йоғонтоһо арҡаһында бөгөн йәмғиәттә көслө заттың абруйы махсус рәүештә кәметелә, юҡҡа сығарыла: ир-егеттең һүҙе хәҙер һүҙ түгел, ғаиләлә ҡатындар хакимлыҡ итә, уландар әсә итәгенә йәбешеп үҫә. |
|
|
|
|
|