Ике ҡуяндың ҡойроғон тотоп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был донъя ҡоролған хәйләгә... Сәйәсәт
    Ошонан бер аҙна элек баҫылып сыҡҡан мәҡәләлә бахырлыҡтан арынып, үҙебеҙҙә мәртәбәлелек, еңеүселәр рухы тәрбиәләү зарурлығы хаҡында hүҙ алып барғайныҡ. Ысынлап та, илебеҙ тарихында бөтә кешелекте hоҡландырырлыҡ ваҡиғалар аҙ булмаған. 1945 йылдың 24 июнендә ҡаhарман яугирҙарыбыҙҙың Ҡыҙыл майҙан таштарын ҡалтыратып үтеүе үҙе генә лә ни тора!
    Хәтер гелән яңырып торорға тейеш булhа ла, юғалтыуҙар ауырлығынан бөгөлөп, аh-зарҙарға бирелеп йәшәр ваҡыт түгел. Сәйәси бәхәстәр әлегә глобаль хәрби ҡапма-ҡаршы тороу рәүешен алмаhа ла, дәүләт-ара мөнәсәбәттәр үҙенең киҫкенлеген hис юғалтмай. НАТО-нан бүтән хәрби-сәйәси союз hәм Евросоюздан башҡа интеграцияланған илдәр берләшмәhе хәҙерге ваҡытта булмаhа ла, Көнбайыш менән Рәсәй, Көнбайыш менән мосолман донъяhы, Көнбайыш менән Көнсығыш араhында аралашыу мәнфәғәттәр ҡаршылығы төҫөн алды. Был бәхәстәрҙә оппоненттарыңдың хәлен аңлау, ташламалар яhау юҡ, киреhенсә, маҡсатҡа ирешеү өсөн, ҡаршы яҡтар hәр мөмкинлекте файҙаланырға тырыша. Әгәр Рәсәйҙә, АҠШ-та, Ҡытайҙа, Англия менән Францияла стратегик йәҙрә ҡоралдары бер-беребеҙҙе ихтыярhыҙ тыйылырға мәжбүр итмәhә, туҡтауhыҙ бәхәстәр, кескәй генә дәүләттәрҙең дә ҙур мин-минлеге донъяны нимәгә алып барып еткерер ине икән?
    Ә мин-минлек, тарих hабаҡтарын иғтибарға алмау – хәҙер иҫ китмәле. Бәлки, осраҡлы ғына шулай тура килгәндер, әммә Германияның Советтар Союзына баҫып ингән хәсрәтле көндәрҙә НАТО блогының рәсми вәкилдәре Украинала ошо дәүләт Президенты В. Ющенко менән hөйләшеүҙәр алып бара, илдең иң төп ҡалаларына сәфәр ҡыла. Һүҙ Украинаны йыл аҙағында Төньяҡ Атлантика союзына ағза итеп алыу тураhында бара.
    Әлбиттә, бойондороҡhоҙ hәр дәүләт үҙенең тышҡы сәйәсәтенең йүнәлешен үҙе билдәләй. Дөрөҫөрәге, ул йүнәлеш илдәрҙең идара итеүсе даирәләре ҡулында. Украинаның НАТО-ға күҙ йомоп ынтылыуына, бәлки, ысынлап та, күҙ йоморға кәрәктер ҙә бит, ләкин Рәсәй менән Украина халыҡтарының күп быуатлыҡ уртаҡ тарихы, тел, дин, ҡан яҡынлығы, бергә-бергә йәшәү традициялары бар. Украина ғүмер баҡый Рәсәй менән арҡаҙаш булып, хатта бер дәүләт составында йәшәгән. Уның Европа менән мөнәсәбәттәре, мәҫәлән, Польша, Австро-Венгрия менән дошманлыҡҡа ҡоролған була. Украинаны Осман империяhы hәм Ҡырым ханлығының яфалауҙарынан, ахыр сиктә, Рәсәй ҡурсалаған. Хәйер, Бөйөк Ватан hуғышы тарихын ғына хәтергә төшөргәндә, украин милләтле 2072 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Был hан рустарҙан ғына ҡалыша.
    Тарих, туғанлыҡ тип, ниндәйҙер ғәҙеллек эҙләү файҙаhыҙҙыр. Грузия менән хәл нисек булып бөтөр, әммә Украинаның декабрь айында НАТО ағзаhы буласағы мәғлүм. Рәсәйҙең ризаhыҙлығы ла, украиндарҙың урамға шаулашып сығыуы ла эҙhеҙ ҡаласаҡ, сөнки Украиналағы менталитет – беҙҙәге кеүек, халыҡ шаулап ала ла тына, ә етәкселәр барыбер үҙенекен эшләй. НАТО уставында, ағзалыҡҡа дәғүә итеүсенең территорияhында сит ил хәрби базалары hәм хәл ителмәгән территориаль мәсьәләләр булмау шарт, тип әйтелhә лә, АҠШ менән Европа хатта үҙ талаптарына ла күҙ йоммаҡсы. Маҡсатыңа ирешеү өсөн закондарҙы боҙорға ла, намыҫты онотоп торорға ла була икән.
    Кемделер ҡурҡытырға теләүҙән түгел, әммә Рәсәйҙең геосәйәси hәм геостратегик хәле hаман насарая килә. АҠШ-тың элекке Дәүләт секретары Генри Киссинджер менән Бөйөк Британияның йәнә элекке премьер-министры Энтони Блэрҙың Рәсәй иҡтисады, Европаға Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү зарурлығы тураhында әйткән hүҙҙәрен сәйәси комплимент булараҡ ҡына ҡабул итергә кәрәк. Көнбайыш, элеккесә, беҙҙең илгә газ келәте hәм нефть күле тип кенә ҡарай, hәм уҙаҡташлыҡты ла үҙ яғына ғына отошло итеп ойошторорға теләй. Ҡыҫҡаhы, мөнәсәбәттәрҙә тиңлектең булмауы hәм Рәсәйҙе кисәге туғандарынан айырырға тырышыуҙы ғәмәлдәге факт итеп ҡарарға hәм ул тырышлыҡтарға дипломатик алымдар менән ҡаршы торорға тура килә. Сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән бер ҡатарҙан Президенттың да, Хөкүмәт рәйесенең дә тышҡы сәйәсәт менән әүҙем шөғөлләнеүе ошо йүнәлештең ифрат мөhимлеге тураhында hөйләй.
    Американдар, европалылар беҙҙең ил тарихын өйрәнәме-юҡмы, әммә Рәсәй мәктәптәрендә hәм юғары уҡыу йорттарында Америка тураhында мөмкин ҡәҙәр тулыраҡ мәғлүмәт бирергә тырышалар. Был – насар ҙа түгел, аңлашыла ла: фәрештәләр бай кешенең hәр «бисмилла»hын аҡ ҡағыҙға бутал менән яҙып бара. Фәҡир алтын hүҙҙәр hөйләhә лә, ул ҡара кенәгәлә теркәлә. Һеҙ ҡасан да булhа, хәҙерге сәйәсәттә йәиhә иҡтисадта Америка hүҙенең аҫта ҡалғанын күргәнегеҙ булдымы?
    Тотош донъяның hәм, айырым алғанда, Рәсәй Федерацияhының Ҡушма Штаттар менән мөнәсәбәттәре шаярыу йәки кинәйә менән ҡарала алмай. «Илебеҙ элеккесә бөйөк булып ҡала», – тип шауламаhаҡ та, ғәмәлдә донъя йөҙөндә берҙән-бер супердәүләт – Америка ғына. Тулайым милли продукцияның күләме, гигант сәнәғәт, фән, коммуникация, ауыл хужалығы, алтын-валюта запастары йәhәтенән был илгә ниндәйҙер дәрәжәлә яҡын килерлек дәүләт әлегә юҡ. Дөрөҫ, футурологтар ошо быуатта Ҡытай, Һиндостан, Бразилияның продукция күләме hәм халҡының тормош кимәле буйынса Ҡушма Штаттарға тиңләшә алыуын, хатта уҙып китеүен дә фаразлай. Был күрәҙәлектә Рәсәйгә лә йыуаныслы бер урын бирелә.
    Әлбиттә, Америка Ҡушма Штаттары – донъяның бер генә иленә оҡшамаған бөтөнләй икенсе мөхит. Бүтәндәр американдарса йәшәргә, фекерләргә ынтылып ҡараhа ла, европалы ла, ҡытай ҙа американ була алмай. Американдарса йәшәү рәүешен беҙгә үҙебеҙҙең шарттарға уйламай-нитмәй күсереү мөмкин түгел. Әммә илгә hөйөү hәм патриотизмдан тыш, ошо халыҡтағы тағы бер сифат тәрән ихтирамға лайыҡ. Ул – ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәт. Американдар – ғаиләгә hәм балаға табынып йәшәүсе халыҡ. Сабыйҙың кес кенә шатлығы ла – уртаҡ, бәләкәй генә уңышы ла күренә, баhалана, дәртләндереү таба. «Ниндәй матур шиғыр яҙғанhың, балам! Һин булдыраhың! Һинең hәләтең беҙҙе hоҡландыра!» Fаиләлә шундай дәртләндереүҙәр булып торhа, кем генә ҡанатланмаҫ.
    Рәсәй – Евразияның икhеҙ-сикhеҙ киңлектәрен биләп ятыусы ҙур дәүләт. Уның «иҡтисад потенциалы» – Себер, Алыҫ Көнсығыш hәм Төньяҡтың әле үҙләштерелә генә башлаған матди байлыҡтарында. Был – бер. Икенсенән, дәүләттең ниндәй фәнгә йөҙ менән боролоуы сәнәғәттә, ауыл хужалығында заманса технологиялар инәсәгенә өмөттө нығыта. Бөтә донъяла тарала барыусы «белем иҡтисады» беҙҙең илдә лә дәүләт доктринаhына әйләнә.
    Элегерәк беҙҙең пропаганда Америка Ҡушма Штаттарын расизм, наркомания, эшhеҙлек ҡоторонған дәүләт итеп күрhәтеп килде. Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр тиерлек йыйылып йәшәп ятҡан ҙур илдә михнәттәре лә, сихәттәре лә күптер инде. Ләкин Америка наркомания менән аяуhыҙ hуғыш алып бара. Террорсылыҡ бөтә донъяны тетрәткән саҡта йөктөң ауыры, башлыса, шул ил иңенә төшә. Беҙ американдарҙың самаhыҙ мин-минлеген, әҙәпhеҙлеген ҡабул итә алмайбыҙ. Әммә уларса йүнселлеккә, эште ойошторорға өйрәнhәк ине. Һәр йәhәттән тегеләр ҡайҙа ла, беҙ ҡайhы тирәлә? Ҡушма Штаттарҙағы Принстон, Стэнфорд, Дюк университеттарында байтаҡ ваҡыт эшләгән, Америка аэрокосмик йәмғиәтенең ағзаhы булған академик Марат Илhамов мәсьәләне ябай ғына итеп аңлата: «Улар эшләй. Беҙ – юҡ!» Шулайҙыр. Хеҙмәткә хөрмәт юғалғанда – ил бөлә, кешегә хөрмәт булмағанда – халыҡ бөлә. Үҙебеҙҙең мәртәбәне үҙебеҙ юйҙыҡ. Американдар иhә донъяның теләhә ҡайhы төбәгендә лә үҙҙәренең ҡеүәтле, дәрәжәле илдең гражданы икәнлеген онотмай hәм дәүләтенең үҙен яҡлаясағына иманы камил.
    Бөгөнгө hөйләшеүҙе тамамлау өсөн, тағы бер тезисҡа туҡталырға кәрәктер. Донъяла нефть hәм газ, уран, алтын кеүек стратегик запастар өсөн көрәш киҫкенләшә. Уның барышында, әлбиттә, АҠШ самаhыҙ агрессивлыҡ күрhәтә, hәм үҙ сәйәсәтен «демократик ҡиммәттәр өсөн көрәш» тигәнерәк сафсата менән матурларға маташа. Шул уҡ ваҡытта Америка, донъяла етештерелгән продукцияның биштән бер өлөшөн етештерhә лә (ә Рәсәйгә 2 процент тура килә), Ер шарына үҙе генә хужа булырлыҡ супердәүләт үк түгел. Өҫтәүенә, уның ил эсендәге проблемалары ла бихисап. Шуға күрә Американың йоғонтоhо кәмей барасаҡ. Рәсәй менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа йөрьәт иткән хәлдә лә, АҠШ туранан-тура эш итеүҙән тартынасаҡ, бәлки, Европа, Төркиә, Япония менән беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе ҡатмарлаштырыу юлын hайлаясаҡ.
    ... Мостай Кәрим ағай, ошо донъя тураhында уйланып, бер шиғырында: «Бер аҙым арала – даръялар, күктәргә ҡаҙалған ҡаялар...» – тигән фәлсәфәүи фекерен еткергәйне. Ысынлап та, даръялар hайыҡмай, ҡаялар hаман ыуалмай шул.
    Марсель ҠОТЛОFӘЛЛӘМОВ.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көлөп килгәндән абай бул
  • Кавказ: ныһлыһһа hынау
  • Медведев – Азияға, Путин – Европаға
  • Яуҙар тынмаҫ тауҙар
  • Рәсәй ихтыярын туплай
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru