Ике кәмә ҡойроғона йәбешһәң, береһен дә тота алмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Мин тормошто һайлайым
  • Ниңә шулай?
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уйhыҙ ҙа ғына егет – hуйыр ташы... Сәйәсәт
    Беҙҙең мосолман халыҡтарында ир кеше булыу – енси үҙенсәлек кенә түгел. Ирлек – социаль статус, әхлаҡи категория hәм ул шул сифатты йөрөтөүсе кешегә бер ниндәй ҙә ҡанундарҙа ҡаралмаған рухи бурыстар hәм вазифалар йөкмәтә. Ир кешенең кешелек сифаттарын, беренсе нәүбәттә, уның Ватан улы hәм ҡатын-ҡыҙға терәк була алыу hәләттәре менән билдәләйҙәр. Был йәhәттән бөтә халыҡтарҙа ла тапҡыр hәм тәрән мәғәнәле әйтелгән бик күп мәҡәл, йор hәм кинәйәле hүҙ бар. Кешелектең ир сифаттарына айырым иғтибары уның йәмғиәттә hәр йәhәттән биләгән ифрат мөhим урыны тураhында hөйләй. «Ир – келәт, ҡатын – йоҙаҡ», «Ир үлде – итәк йыртылды», «Ир хәстәрле булhа, ҡатын таҫтарлы була». Ҡайсаҡ, нимәгәлер намыҫланып киткән мәлдәрҙә: «Ирме мин, түгелме?» – тип тә ебәрәләр.
    Урыҫтың бөйөк шағиры Михаил Лермонтов: «Баhадирҙар беҙ түгел шул...» – тип үкенгән. Элекке замандар батырҙары, донъя йөгөн иңгә hалған ирҙәре тураhында hағынып hөйләп, уларҙың күркәм образдарын китап биттәренә, кинофильмдарға ҡабат-ҡабат ҡайтарып, үҙебеҙ ҙә реаль булмаған шул алhыу томан бишегендә бәүеләбеҙ hымаҡ. Ниндәйҙер идеалды йөрәк түрендә hаҡлау, әлбиттә, хистәрҙе сафландыра, әммә бөгөнгө ир-егеттәрҙең ни рәүешлерәк йәшәүе, улар күңелендәге әхлаҡи ҡиммәттәр тураhында ла онотмаҫҡа ине.
    Төрлө социологик, демографик тикшеренеүҙәрҙә, матбуғатта ирҙәрҙең йәмғиәттә hәм ғаиләлә тотҡан урынының үҙгәрә барыуы хаҡында фекерҙәр йышыраҡ әйтелә. Ир-егеттәр физиологияhы hәм психологияhындағы үҙгәрештәрҙең дөйөм демографик хәлгә туранан-тура йоғонто яhауы hәм уның hөҙөмтәләренең иҡтисадҡа, мәҙәниәткә, фәнгә hәм башҡа өлкәләргә ҡағылыуы тураhында hүҙ ҡуйыртмайым. Проблема гәзит мәҡәләhенә генә hыйырлыҡ түгел. «Ирҙәр ваҡлана. Улар тәбиғәт тарафынан бирелгән hәм hәр милләттең борондан нығытыла килгән традициялары, менталитеты менән нығытылған сифаттарын юғалта». Былай тип раҫлау – мәсьәләгә асыҡлыҡ та индермәй, етди социаль hәм психологик күренештең тамырҙарын да күрhәтмәй. Теге йәки был күренеште тәҡрарлау менән бергә уның тәбиғәтенә төшөнөү ҙә фарыз.
    Ысынлап та, хәҙер донъя тотҡаhы булырлыҡ ир булып ҡалыу өсөн салбар кейеү генә етмәй. Үҙгәрә барыусы тормош шарттары, ғаилә мөхитендәге «ир-ҡатын» мөнәсәбәттәрендә ирҙең табышсы, ҡатындың аш-hыусы, бала бағыусы тәғәйенләнешенең юйыла барыуы ирҙәрҙең ғаиләләге патерналистик урынын ныҡ ҡына ҡаҡшатты. Күп ғаиләләрҙә хәҙер ир-ат hис hүҙhеҙ хужа ла, төп мал табыусы ла түгел. Һәр кемдең ғаиләләге урынын физик өҫтөнлөк түгел, бәлки, зыялылыҡ сифаттары, тормоштоң ҡатмарлы шарттарына тиҙ яраҡлаша алыу hәләтлеге билдәләй. Әйткәндәй, ғалимдар фекеренсә, үҙгәреп тороусы шарттарға ҡатын-ҡыҙ тиҙерәк күнегә, хәл ни дәрәжәлә экстремаль булған hайын, көсhөҙ тип йөрөткән юлдаштарыбыҙ тәбиғәтендә көтөлмәгән ғәйрәттәр асыла.
    Ә ир-егеттәр hуң? Тормош, социаль шарттар hәм талаптар үҙгәрә бара замана ирҙәренең дә ғаиләгә, йәмғиәткә, хеҙмәтенең үҙенсәлегенә мөнәсәбәте үҙгәреш кисерә. Бындай үҙгәрештәр гел генә ыңғай процесс тип hанала алмай, сөнки ирҙәр ғәҙәтләнгән шарттарҙан аҙ ғына тайпылыуҙы ла ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ауырыраҡ ҡабул итә. Экстремаль шарттарға юлыҡҡан хәлдә ир-ат йә еңеп сыға, йә иhә – hына. Әгәр тулы ғаилә булып йәшәп, гүр эйәhе булыу өлөшө ҡатынға тәүҙә төшhә, ир кеше өсөн был хәл йыш ҡына hәләкәткә бәрәбәр. Яңғыҙ донъя көтөү ауырлығын сыҙамлы hәм рухлы ирҙәр генә күтәрә ала.
    Юғарыла әйтелгән фекерҙәр менән килешеү-килешмәү – hәр кемдең шәхси эше. Фәлсәфәүи уйланыуҙар ир-егеттәрҙең тормош терәге булып ҡалыуын hис тә шик аҫтына алмай. Интеллектуаль хеҙмәттең кешелек донъяhында күберәк урын яулай барыуын инҡар итмәгән хәлдә лә, тормошта ирҙәрҙең генә ҡулы талап ителгән эштәр бик күп. Хәрби хеҙмәт, тау-мәғдән эштәре, hыу аҫты, төрлө караптар, зарарлы hәм хәүефле мөхит – әсә булырға тейешле ҡатын-ҡыҙҙы ҡайhы бер өлкәләр hәм шөғөлдәргә яҡын ебәрмәү хәйерлерәк. Донъяла әсә булыу hәм бала табыуҙан да мөhимерәк hәм мәртәбәлерәк бер эш тә юҡ hәм булмаясаҡ та. Ошоно уйлағанда, кешелек ирҙәр hәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт hалыу өлкәhен анығыраҡ билдәләргә бурыслы. Йәмғиәткә нимә кәрәклерәк: тимер юл полотноhында рельс күсереп өҙгөләнгән ҡатын-ҡыҙмы, әллә бала әсәhеме? Был риторик hорау, ғәмәлдә, бирелергә лә тейеш түгел.
    Шул уҡ ваҡытта кешелек йәмғиәтендә парадоксаль күренеш күҙәтелә. Ир-ат быуаттар буйы тотоп килгән власть теҙгенен бүтәндәргә тапшырыу тураhында ишетергә лә теләмәй. Дәүләт, хөкүмәт, ҡала hәм райондар менән идара итеү фәҡәт ирҙәр өлөшөнә төшкән эш тип иҫәпләнә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың власҡа килеүе, ҡағиҙә булыуҙан бигерәк, осраҡлы хәл рәүешендә ҡала. Мәскәүҙә Дәүләт советының сираттағы ултырышы үткәйне. Ҙур залға йыйылған бихисап түрә араhында – Санкт-Петербург губернаторы Валентина Матвиенко япа-яңғыҙы. Ярай, министрҙар ҡорона, исмаhам, Эльвира Нәбиуллина менән Татьяна Голикова өҫтәлде. Хәйер, әйтерhең, үҙебеҙҙең республикала министрлыҡ, ҡала йә район башында, исмаhам, бер ханым эшләй.
    Пародоксаллектең икенсе яғы шунда: хәҙер ирҙәр етештереүсе, матди хеҙмәттән ситләшә. Уларҙың идара итеү өлкәhенә традицион ынтылыуын аңларға мөмкин. Йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ, менеджмент менән шөғөлләнеүе лә тәбиғи, сөнки табышлы эшләү өсөн оператив фекерләү, баҙар конъюнктураhын hиҙемләй белеү кәрәк. Хеҙмәт баҙарындағы тенденцияларҙың үҙгәреүе дөйөм бер процесс тип ҡабул ителергә тейеш. Әммә типhә тимер өҙөрлөк егеттәрҙең завод цехтарынан, иген баҫыуҙарынан ситләшеүе hәм етештереү урынына еңел кәсеп менән аҡса табырға ынтылыуы уйландырырға тейеш. Мин башҡорт, татар, урыҫ булмаған башҡа халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәм hәм баҙарҙарҙа, урамдарҙа сауҙа итеүсе үзбәк, тажик, әзербайжан кешеләренең шөғөлөн аңларға тырышам. Һәр кем үҙе белгәнсә мал таба, үҙенсә йәшәй. Ҡайhы бер халыҡтарҙа ашнаҡсылыҡты ирҙәр эше тип hанайҙар. Төрөктәр, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарын ғаиләнән сығармай, донъя йомоштарын ирҙәр үҙҙәре генә хәстәрләй.
    Икенсе бер күренеш ғәжәпләндерә. Баҙарҙа ҡатын-ҡыҙ эс кейеме йә шуға оҡшаш ваҡ-төйәк hатып торған үҙебеҙҙең ирҙәр ҙә күбәйә бара. Ир-егеттәребеҙ аш-hыуға ла әүәҫләнде. Телевизорҙағы «Тәмле» тапшырыуын ҡарайhың да, ҡатын-ҡыҙ йәнле ирҙәребеҙҙе икенсерәк итеп аңлай башлайhың.
    Мин hәр иртән эшкә барғанда бер олпат учреждение эргәhенән үтә торғайным. Юлым әлеге йортта ҡарауылсылар алмашҡан мәлгә тура килә. Ҡара униформа кейгән ете-hигеҙ ир вахтала тора. Мин ул йортта булғаным бар, аҫтағы турникетты ике-өс кеше hаҡлай, ә хужа ултырған ҡатта хатта юғары званиелағы офицер ултыра. «Нимә hаҡлайhығыҙ, кемде кемдән ҡарауыллайhығыҙ?» – тигән hорауыма мин бер ваҡытта ла ышандырырлыҡ яуап ала алманым. Нисәмә ир-арыҫландың тупhа төбөн ҡарауыллауын иҫәпләп сығараhы ине. Һаҡлау, эҙләү агентлыҡтарының ғәмәлдә нимә менән шөғөлләнгәнен белге килә.
    Үҙем дә шул заттан булғас, әлбиттә, ирҙәр баҡсаhына таш атыуҙан алыҫмын. Әгәр ил башларлыҡ дәүләт эшмәкәрҙәре улар араhынан күберәк сыға икән, хәйерлегә булhын. Fалимлыҡ, игенселек, ҡорос ҡайнатыу, хирург булыу ирҙәр шөғөлө икән, быға ниңә шатланмаҫҡа? Ир булып донъяға килгән кеше бары ир намыҫын, ғорурлығын hәм ғәйрәтен hаҡлап ҡалhын. Ул йәрминкәлә шешлек ҡыҙҙырыу йә урамда hыра hемереү өсөн тыумаған. Йәмғиәттә ир аҡылы, ир абруйы әле лә юғары баhалана.
    Һөнәрем мине юлымда байтаҡ hоҡланғыс кеше менән осраштырҙы. Улар араhында игенселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, металлургтар ҙа, ғалимдар ҙа, урмансылар ҙа бар ине. Дүртөйлөлә тыуып-үҫкән, Әбйәлилгә барып сиҙәм күтәргән hәм шул ерҙе төйәк иткән ағалы-ҡустылы Рәзих менән Фәнәүи Fабрахмановтар оноторлоҡмо hуң?! Тәүгеhе – данлыҡлы комбайнсы, икенсеhе – шофер. Күкрәктәре тулы – наградалар. Туймазыла СССР Дәүләт премияhы лауреаты, урмансы Йосоп Фәррәхов менән таныштым. Белоретта ҡорос иретеүсе Хәсән Шәрәфетдиновты осраттым. Саҡмағошта хужалыҡ етәксеhе Марсель Хужин менән дуҫ булдыҡ. Мәртәбәле дуҫтарҙың, таныштарың күберәк булған hайын үҙеңде рухи йәhәттән байыраҡ, тормошта ышаныслыраҡ тояhың.
    Донъя хәҙер буталсыҡ. Феминизация тип, нәзәҡәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ир-ат ҡына шөғөлләнергә тейешле эштәргә ынтыла. Штанга күтәреү, рингта бер-береhен дөмбәҫләү – наҙ менән генә яратылған ҡыҙҙар шөғөлөмө ни инде? Fаиләhенән, әүҙем хеҙмәттән ҡасып, башын тилегә hәм яуапhыҙлыҡҡа hалып аҙып-туҙып йөрөүсе ир йораттарын да көслөләр затына индереү ситен. Кемдең кемлеген ул башҡарған hәм уға лайыҡ булған хеҙмәт кенә билдәләй.
    Марсель ҠОТЛОFӘЛЛӘМОВ.
    авторы: Нур | 8 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ир, ер һәм ғаилә
  • Йөрәктән hибелгән нур
  • Әсә абруйы
  • «Федеральный» бабай менән «региональный» әбей
  • Һүҙ менән hүҙ баhаhы – дарыу менә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru