Ҡалбырҙыңэше ялбыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Рәсәй көнө менән!
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Йәштәр көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хикмәтле заман икмәге Сәйәсәт
    Икмәк ҡәҙерен белгән кешенең күңелендә бөгөн тағы байрам – ураҡ өҫтө. Хеҙмәттең бөтә төрҙәре лә, hөнәрҙәрҙең барыhы ла, әлбиттә, ихтирамға лайыҡ. Әммә йәшәйештә тотҡан урыны, матди hәм рухи ҡиммәте йәhәтенән икмәккә тиңләшерлек ризыҡ, игенсе хеҙмәте менән сағыштырырлыҡ шөғөл донъяла юҡтыр. Кемдәрҙер, ниндәй дәлилдәр менән генә бының киреhен иҫбатларға маташмаhын, әле әйткәнемә барыбер иманым камил.
    Башҡортостан телевидениеhында, hирәгерәк булhа ла, «Крәҫтиән ихатаhы» тигән тапшырыу сығып килә. Сюжеттарының бер-береhенә оҡшашлығы «Ихата»ны ҡарауҙан алған кинәнесте кәметмәй. Ҡыйынлыҡтар менән донъя көтөүсе кешеләр унда тормош ауырлыҡтарына зарланмай, «юҡ»ты онотоп, «бар»ҙы ишәйтеп йәшәү өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклегенә hабаҡ бирә. Һәм экранда барған hәр hөйләшеүҙең мәғәнәhе бер үк тиерлек – эшләргә, тырышырға кәрәк.
    Телевизорҙа ҡайсаҡ ҡунаҡсыл хужаларҙың табыны hәм ашъяулыҡ күрке булып ятҡан әпәкәй күренеп ҡала. Шул икмәкте телгән хужабикәнең йөҙөнә, ҡулына иғтибар итегеҙ. Хәләл көс менән табылған икмәккәй генә кешене күтәреп ебәрә, рухына ҡанат ҡуя, йөҙөнә нур йүгертә. Беҙҙең халыҡта икмәкле кеше меҫкен дә, фәҡир ҙә hаналмай.
    Икмәктең ябай, ләкин шул ғадилығы менән ғәжәпләндергән hәм уйландырған бер үҙенсәлеге бар: ул Хоҙайҙың ерҙәге вариҫы hаналғандар өсөн дә, иң бахыр әҙәми заттарға ла берҙәй үк ризыҡ. Хакимдар алдындағы алтын hауыттарға hалынған әллә ниндәй ниғмәттәр эргәhендә лә барыбер икмәк, әпәкәй ята. Донъя кешене, ожмахҡа тиң урындарҙа йөрөтөп-йөрөтөп тә, ахыр килеп, иген баҫыуына килтереп терәй. Яҙмыш беҙҙе ниндәй генә тарафтарға таратмаhын, ғүмер юлыбыҙ, шөкөр, баҫыу аша үтә.
    «Иген икмәк – тир түкмәк», – тип раҫлауҙары хаҡтыр. Иген башағы – тропик урмандарҙағы емеш түгел, бешеп-өлгөрөп, өҙөлөп төшөргә тормай. Ҡайҙалыр тупраҡ уңдырышлы, тәбиғәт мәрхәмәтле, тип ышандырыуҙарға ҡолаҡ hалмағыҙ. Дөрөҫ түгел улар. Бер урында йылы булhа, яуыны етмәй, яуым-төшөм етерлек икән, йә ҡырау, йә боҙо яфалай. Көньяҡ Уралда йәшәйбеҙ, ҡояшлы Башҡортостан, тип маҡтаныуыбыҙҙы йә йәйге ҡоролоҡ, йә ҡыштың самаhыҙ hалҡынлығы ҡыра hуға. Иген тураhында hүҙ йөрөткәндә, hәр ваҡыт тиерлек, «көрәш», «стратегия», «тактика», «маневр» кеүегерәк хәрбиҙәр теле йәнәшә йөрөй. Улар hүҙ матурлығы өсөн генә түгел. Меңдәрсә кешенең уй-фиғеле, белеме hәм ғүмер кисерештәре икмәккә генә арналған. Башҡортостандың дәүләт етәкселәре лә, иншалла, иген-икмәк мәсьәләләрен беренсе сиратҡа ҡуя. Был – дөрөҫ hәм халыҡсан сәйәсәт. Икмәккә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәтте юғары әхлаҡ менән дә тиңләп булалыр.
    Хеҙмәте дәүләт сәйәсәтенең иң ныҡлы нигеҙен тәшкил итhә лә, иген игеүсе сәйәсмән түгел. Ул кеше күҙенә лә бик салынып бармай. Телекамера йә микрофон алдында ҡойолоп төшә, сөнки ҡулынан эш килгән кешене Хоҙай, ғәҙәттә, таҫма телдән мәхрүм итә. Fөмүмән, тормош логикаhы үҙенсәлекле: берәүҙәр эшләй, икенселәр – хәбәр hөйләй. Әллә экрандарға, гәзит биттәренә бик атлығып тормағанға, батырҙарыбыҙ, баҫыуҙан китеүе була, онотола ла башлай.
    Бер мәл, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә башлауға ярты быуат тулыуҙы билдәләү тураhында hүҙ сыҡҡас, Ауыл хужалығы министрлығының кадрҙар бүлеге етәксеhе Рәүеф Сиражетдинов менән сиҙәм ветерандарының исем-шәрифтәрен барларға тотондоҡ. Оят, әммә ҡасандыр ал-ял белмәй эшләгән сиҙәмселәрҙең ҡайҙа, ни хәлдә йәшәүенә хәбәрҙар түгел икәнбеҙ. Кемдер ғүмер кисен кисерә, күптәр инде баҡый иленә күскән... Әллә гел игенселәр араhында йөрөгәнгә, әллә журналист hөнәренең шауҡымы, күп исемдәр hәм байтаҡ яҙмыштар хәтеремдә hаҡланып ҡалған. Йөҙҙәрсә, меңдәрсә кеше менән яҡын булып йәшәү мөмкин түгел, әммә күргән-танышҡан кешене онотмау өсөн күп кәрәкмәй.
    Иген, әлбиттә, бер генә кешенең эше түгел. Хатта ҡала ерҙәрендә йәшәүсе байтаҡ халыҡ үҙен игенселәр иҫәбенә индерә ала. Ләкин, игенсе тигәндә, беҙ иң тәүҙә ер эшкәрткән, тупраҡҡа орлоҡ hипкән, ашлыҡ урған кешене күҙ алдына килтерәбеҙ. Ураҡ осоронда бүтәндәрҙең түгел, нәҡ комбайнсыларҙың иңенә башаҡтарҙан үрелгән венок hалабыҙ. Яңы иген ононан бешерелгән беренсе икмәк, тәбиғи рәүештә, игенселәр ҡулына тотторола. Изге йолаға әйләнгән ғәҙеллек был.
    Күңелеңә яҡын кешеләр менән бергә-бергә эшләү – яҙмыш бүләк иткән уңыш, ә ил күрке булырҙай ир-арыҫландар менән аралашып йәшәү – бәхет. Баймаҡ районының Ленин орденлы «Йылайыр» совхоз-техникумында Риза Яхин исемле мәшhүр комбайнсы эшләй торғайны. Беҙ, журналистар, Риза Хажиәхмәт улын Социалистик Хеҙмәт Геройы булған өсөн генә түгел, ә ғәжәп инсафлы, тыйнаҡ, ысын мәғәнәhендә зыялы булыуы өсөн ярата инек. Шөhрәт ҡаҙанғандар араhында ла төрлө халыҡ осрай, әммә оло быуындың данлы игенселәренә маhайыу, кәпәренеү ят булды.
    Беҙҙең йәшлек осоро игенселәре, hеҙ хәҙер ҡайҙарҙа икән? «Урал» совхозында лафетлы урғыс менән бер сменала 105 гектар арышты яҫмаларға hалған сиҙәмсе Сергей Ефимович Музыка, Башҡортостанды ҡалдырып, Украинаhына ҡайтып китте. Иҫән-аман булhа, ул инде сит дәүләт гражданы, ләкин бынан ғына игенсегә хөрмәтебеҙ hис кәмемәй. Хәйбулла районының Ленин орденлы «Матрай» совхозында Леонид Кулиненко исемле шәп комбайнсы эшләне. Ул да ялдалыр. Мәләүездән Шафиҡ Бураҡанов, Әбйәлилдән Рәзих Fабдрахманов, Учалынан Әнғәм Fарипов, Саҡмағоштан Хәмит Зәйнуллин, Илештән Рәғип Бәҙретдинов, Дүртөйлөнән Зиф Данаев. Минең өсөн, мәҫәлән, был исемдәр – йыр ҙа, легенда ла. Уларҙы хәтерләйҙәрме икән, улар тураhындағы хәтер, кәҫ аҫтындағы ҡамыл hымаҡ, күмелеп, онотолоп ҡалмағанмы?
    Хәйер, көнөнә бер нисә тапҡыр икмәк ҡабырға онотмайбыҙ бит, шулай булғас, уның ижадсылары ниңә хәтерҙән юйылырға тейеш?
    Миңә бер мәл, «Ҡайҙа hеҙ, Еңеү игенселәре?» тип аталған опера яҙырға уйлап, архив аҡтарып ултырырға тура килгәйне. Һуғыш йылдарының ҡәhәрлеге менән бергә, шул ауыр hынау менән hуғарылған героика ла йөрәктә яңырып киткәндәй булды. Ирҙәрен фронтҡа оҙатҡан ҡатындар, ейәндәренә алмашҡа эшкә сыҡҡан ҡарт-ҡоро, ата-әсәләре менән тиң хеҙмәткә баҫҡан бала-саға. Батырлыҡ дөйөм күренешкә әүерелгән саҡта ул, халыҡ хәрәкәте йә энтузиазмы, тип йөрөтөлә. Ә айырым кешеләр хаҡында hүҙ барғанда hәр батырлыҡтың юғарылығына хайран ҡалаhың. Ураҡ менән ашлыҡ урыу, көлтә бәйләү, hыйыр егеп hабан hөрөү, башаҡ йыйыу, ғаиләң ауыҙынан өҙөп, ашар игенеңде орлоҡҡа тапшырыу. Фиҙакәрлек өсөн йәш тә, енес тә, милләт тә булмаған. Тик шул үҙенсәлек кенә күҙгә айырылып күренә: батырлыҡ өлгөhөн Баймаҡ, Илеш, Хәйбулла, Саҡмағош, Әбйәлил, Дүртөйлө, Ейәнсура, Баҡалы фронттарында «погонhыҙ hалдаттар» сағыуыраҡ күрhәткән. Шуны уйлап, мин Дүртөйлө районында данлыҡлы тракторсы Фәүзиә Ҡаhарманова апайҙың иҫтәлеген ҡәҙерләүҙәренә шатланам. Филип Бэйли атлы бер аҡыл эйәhе: «Хөрмәт – беҙ бурыслы булған, ә мөхәббәт – беҙ бүләк итергә тейешле нәмә», – тип әйтеп ҡалдырған. Бының менән килешмәүе ауыр.
    Август аҙағы. Баҫыуҙар өҫтөндә тағы яңы ғына hуғып алынған иген еҫе. Ауылдарҙа шул иген ононан өлгөргән икмәктең баш әйләндергес хушлығы танауҙы ҡытыҡлай. Һуңлаған йәй менән иртә көҙҙөң төп хозурлығы ла, бәлки, шундалыр. Ирмен тигән ирҙәр бөгөн яландан ҡайтып инмәй. Ил әсәләре уларға фатихаhын бирә. Ил аталары игенде ырҙын табаҡтарында хөрмәтләп ҡаршылай, уларҙы имен hаҡлау хаҡында уйлай. Игенсенең күңелен игендән бүтән hис нәмә биләмәй. Ул хеҙмәтенең түбән баhаланыуын да, игендең ҡайсаҡ әллә кемдәр ҡулына барып юлығыуын да уйламай. Иген бөйөклөгө алдында донъя ваҡлыҡтары ла, сәйәси ыҙғыш-тартыштар ҙа, хатта hуғыш та артҡа сигә.
    Рәсәй, әйтеүҙәренсә, йәй hайын океан ҡәҙәр ашлыҡ үҫтерә, тау-тау иген hуҡтырып ала. Тимәк, икмәкле ил халҡы аслыҡ-мохтажлыҡ кисермәүсе дәүләт булырға тейештер. Ул ғына ла түгел, 143 миллион кеше йәшәгән илгә 75 – 80 миллион тонна иген – күмелеп ятырлыҡ хазина. Ә ниңә hуң кибет кәштәләрендәге икмәктең хаҡына күҙ эйәрмәй, ниңә икмәктән ысын икмәк тәме юғала? Хикмәтле замандың икмәккә ҡағылышлы әкәмәтле hорауҙары күп инде ул.
    Томас Морган тигән бер Америка биологы: «Ер hөрөүҙең поэма яҙыу кеүек үк маҡтаулы эш булыуын аңламайынса, бер генә милләт тә сәскә атыуға ирешә алмай», – тип әйткән, имеш. Бәлки, фәстереберәк әйткәндер, әммә хаҡлыҡ – бәхәсhеҙ.

    Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ергә берегеп, иген икмәһәк беҙ, Белмә&# ...
  • ТӘҮГЕ МИЛЛИОН!
  • Буралар тулы икән – иртәгәһе көн ышаныслы
  • Янылыктар
  • Игенсенең уйҙары – иген яландарында
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru