Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Ҡолаҡ һал!
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өйөңдәге хәлде күршеңдән hора Сәйәсәт
    Башҡортостанда барыһы ла ябай кеше өсөн эшләнә
    Мәскәү яғынан республикабыҙға ҡыҙыҡhыныу көсәйгәндән-көсәйә. Уның төрлө яҡлыhы бар.
    Ике аҙна самаhы элек Мәскәүҙән килгән журналистар төркөмө Башҡортостан менән танышты. Улар республиканы үҙҙәренә яҡшы яҡтан асты, ихлас hоҡланыуҙарын белдерҙе.
    Тележурналист В. Соловьев иhә Башҡортостанға сәфәрен әкиәттәге кеүек ғәжәп төбәккә эләгеү менән сағыштырҙы. Гәзит уҡыусыларҙа уның яҙмалары ҡыҙыҡhыныу уятыр, тип уйлайбыҙ.
    Республика өсөн hуғыш бара
    Күптән түгел бер көнгә Өфөгә юлландым. Башҡортостанда юлдарҙың ниңә яҡшы булыуын хәҙер беләм. Fөмүмән, был республиканы ябырға, унда берәүгә лә инергә рөхсәт итмәҫкә кәрәк, тип иҫәпләйем. Телевизор аша ла бер ваҡытта ла күрhәтмәҫкә. Республика тураhында ни өсөн ләм-мим hүҙ hөйләнмәүен hәм уның хаҡында бирелгән мәғлүмәттең дә ни өсөн тик кире булыуын аңлайым. Был кешеләрҙе берәүгә лә күрhәтергә ярамай. Ошо республика өсөн әле көсөргәнешле hуғыш барыуын беләhегеҙме? Был hуғыштың асылы нимәлә hуң? Бында олигархтар ҡулына эләкмәй ҡалған hуңғы яғыулыҡ-энергетика комплексы бар. Әле олигархтар, Кремль чиновниктарын, административ ресурстарҙы, бандиттарҙы, мөмкин булғандың барыhын да файҙаланып, уның өсөн ҡаты алышҡа ташланған, нисек кенә булмаhын, уны тартып алырға тырыша.
    Был республика башҡаларға йәнле шелтә булып тора. Ни өсөнмө? Улар, залогҡа хосусилаштырыу булмаhа, Рәсәйҙә тормоштоң нисек булырға тейешлеген күрhәтә. Бында республика Президенты яғыулыҡ-энергетика комплексын сит-яттарға бирмәгән. Сәйер хәл. Бында контроль пакетҡа республика эйә. Илдә бер нисә миллиард – олигарх Д. кеҫәhенә, бер нисәhе – олигархтар F. А. hәм Н. кеҫәhенә, бер нисәhе «Челси» клубын алыуға китhә, Башҡортостанда был аҡса инфраструктураға, ҙур төҙөлөшкә, асылда федераль булған яңы аэропорт төҙөүгә тотонола. Кешеләр, бер нисә миллиард hум аҡса тотоноп, бөтә яҡлап Европа класына тап килерлек аэропорт төҙөгән (унда – аҡылдан яҙҙырырлыҡ таҙалыҡ) hәм дәүләткә
    тапшырған. Әйткәндәй, дәүләт емерелеп барған иҫке аэропортты hүтеп, яңыhын төҙөгән, дәүләт үҙе тормошҡа ашыра алмаған эште башҡарыуға баҙнат иткән өсөн ҡәнәғәтhеҙлек белдерелә.
    Заводтар эшләй, яңы гиганттар төҙөлә. Урамдар иҫ киткес таҙа. Бөтә ҡоймалар буялған. Ауылдар ҙа таҙа, уларҙа бер генә емерек йорт та юҡ. Беҙҙәге шыҡhыҙ өйҙәр ҡотто ала. Ә унда – әкиәттәге кеүек ғәжәп төбәк. Уларҙың да проблемалары булғанын аңлайым, кире яҡтарҙы иҫәпкә алмайым. Әммә унда йәшәүсе кешенең уртаса эш хаҡы ил буйынса сағыштырғанда юғарыраҡ. Бензин хаҡы – түбәнерәк.
    Берлектәге яғыулыҡ-энергетика комплексында башҡарған эштәренә таң ҡалаhың. Улар Евро-5 бензинын етештерә, үҙҙәренә ҡаршы заговор ойошторолоуға, hуғыш алып барылыуға, эшләргә ҡамасаулауға, яғыулыҡ-энергетика комплексын олигархтарға биреү өсөн мөмкин булғандың барыhын да эшләргә тырышыуҙарға ҡарамаҫтан. Ә Президент: «Быға мин нисек юл ҡуяйым? Аҡылығыҙҙан яҙҙығыҙмы? Республика нисек йәшәр? Был бит кешеләр өсөн», – ти.
    Көнөнә меңәр саҡрым...
    Республикала мөhабәт биналар, спорт комплекстары, бәләкәй hәм урта бизнес өсөн ғәйәт ҙур үҙәктәр, күңел асыу комплекстары, парктар бар. Өфө бик ныҡ үҙгәргән. Былар хатта башҡа hыймай. Таҙалыҡ, юлдар ҙа яҡшы. Ә Президентҡа 75 йәш. Юлдарҙың ниңә яҡшы булыуын беләhегеҙме? Кеше hәр көн меңдән ашыу километрҙы машинала үтә. Әлбиттә, руль артында үҙе түгел. Был тиклем араларҙы йөрөhәң, әлбиттә, юлдар ҙа яҡшы була, башҡа сара юҡ. Уларҙың сифатын яҡшы беләhең, сөнки hынауҙы үҙ иңеңдә үткәрәhең. Унда юлдар Европалағы кеүек. Мине тағы бер хәл бик ғәжәпләндерҙе. «Мигалка»лы машина килә, «кем?» тип hорайым. «Премьер-министр» тиҙәр. Әммә минең өсөн юлды япмайҙар. Иң оҡшағаны шул булды: светофорҙа мин дә, «мигалка»лы машина ла туҡтаны. Йәшел ут яныу менән ул юлды дауам итте. Башҡа hыймаҫлыҡ хәлме? Шуға күрә төбәктә юлдар ҙа яҡшы. Йәғни кеше үҙе хәстәрлек күрә. Ә инде кеше кабинетынан сыҡмай ултырhа...
    Күҙ алдына килтерәhегеҙме: кешегә 75 йәш, ул тән hаҡсыларhыҙ йөрөй, машинанан сығыу менән халыҡ янына ашыға, hөйләшә, берәүҙе лә иғтибарhыҙ ҡалдырмай. Уның ҡасан hәм ҡайҙа йүнәлерен берәү ҙә белмәй. Һәр саҡ кешеләр менән аралаша. Бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тип уйлайhың. Шуға күрә беҙҙә был республика тураhында hөйләhәләр, тик яманлап hөйләүҙәре – ғәҙәти хәл. Быны бит аңлатырға кәрәк. Ошондай кешеләр булған саҡта Абрамовичтарҙан hәм башҡаларҙан нисек итеп кумир яhамаҡ кәрәк? Ундайҙарҙың яғыулыҡ-энергетика комплексына бәйле эшләгәндәренең яҡшы икәнлегенә нисек ышандырырға? Иң яҡшы эшкәртеүҙе шәхси капитал ярҙамында түгел, ә республика үҙе тормошҡа ашырғанына нисек аңлатма бирергә? Беҙгә шәхси капитал яҡшыраҡ идара итә, тиҙәр. Бында Президенттың улы Урал идара итә. Аңлашыла, ғаилә бизнесы, тиерhегеҙ. Путин ҡағыҙҙарҙы тикшерә, ҡарайбыҙ: Урал бер нәмәгә лә эйә түгел. Заводтарға ул хужа түгел. Бөтәhе лә ғәҙел. Бөтәhе лә республикала ҡалдырылған. Ябай идарасы, әммә талантлы. Аҡсаны ла урламай. Мәскәүҙән тикшереү артынан тикшереү килә, улар бит бөтә нәмәне тартып алырға, мөмкин булған саралар менән дәүләткә тапшырырға, унан hуң бүлешергә тип тырыша. Өҫтәүенә, бүлешеүҙә шул уҡ фамилиялар, шул уҡ Виктор Петрович, Каланда hәм башҡалар ҡатнаша. Шул уҡ кешеләр, бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Антон Иванов 169-сы статьяны ғәмәлдән сығарырға тырыша. Һайлап алыу схемаhы бер үк. Ниңә шулай булыуы аңлашыла. Әммә быны халыҡ ошо аҡсаға йәшәй алырлыҡ итеп нисек эшләргә?
    Милләтселеккә – юҡ!

    Башҡортостанда шаҡ ҡатырған тағы ла бер күренеш – милләтселектең булмауы. Әлбиттә, ҡотороусы бар, әммә уны иҙеп ташлағандар, сөнки бабай юл ҡуймай. Әҙ генә ҡалҡынhа ла башына hуғып тора. Телевизор ҡарайым, ғибәҙәт ҡылыусы урынына беҙҙең Олимпия спортсыларын күрhәтәләр. Ә Башҡортостанда халыҡтың күпселеген мосолмандар тәшкил итә. Һәм кешеләр миңә, ошоно күреү менән беҙ мәсеткә юлланабыҙ, ти. Ә ниңә уларҙың барыhын да алып килгәндәр? Ә ниңә десантсылар тәре сәфәренә сыҡҡан?
    Беҙҙең мосолман десантсылар юҡмы ни? Мосолман халҡы өҫтөнлөк иткән республикалар бөтә каналдарҙан псевдоправославие алып барылыуға кире мөнәсәбәт белдерә. Быны көн дә күрhәтмәhәләр, улар мәсеткә йүгермәҫ ине, әммә ошо кире реакция тыуҙыра ла инде. Ваhhабизм hәм башҡа күренештәр әүҙемләшмәhен өсөн Башҡортостан етәкселеге ғәйәт ҙур эш башҡара – был күренеште тамырынан юҡ итә, юғиhә, ул да Кавказдағы кеүек дөрләр ине. Сөнки унда урман да, башҡаhы ла етерлек.
    Әлбиттә, унда кире күренештәр ҙә бихисаптыр. Әммә мин юлдарҙы ла, төҙөлөштәрҙе лә үҙем күрҙем. Башҡортостан Президентының самолеты ла, вертолеты ла, шәхси машинаhы ла, дачаhы ла юҡ. Фатиры совет осоронда уҡ бирелгән. Кабинеты совет комитеты етәксеhе булған совет осоронда нисек йыhазландырылған булhа, әле лә шулай. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән, мебеле лә шул уҡ. Оҡшаймы? Футбол клубы ла, хоккей клубы ла юҡ. Улы бер нәмәгә лә эйә түгел. Акциялар үҙләштерелмәгән, нефть шәхси милектә түгел, бөтәhе лә республикала. Ағымдарҙы ҡәтғи күҙәтәләр. Генераль прокуратуранан да, Иҫәп палатаhынан да, башҡа бихисап урындан 100-әр кеше тикшереү үткәрә.

    Ауыл хужалығы үҫешә

    Үҙеңде бында икенсе тормошҡа эләккәндәй тояhың. Бензин Рәсәйҙәгегә ҡарағанда арзаныраҡ, ауыл хужалығы хәҙер – тәү сираттағы мәсьәлә. Үҫә ауыл хужалығы. Унда иң күп йылҡы аҫрала. Иң яҡшы ит тә бында бик күп. Ауыл хужалығына дотациялар 80 процент тәшкил итә. Яғыулыҡ-майлау материалдары бүленә. «Инфляция тип ниңә ғәжәпләнәhегеҙ? Яғыулыҡ-майлау материалдарына, газға хаҡтар артҡанда, тарифтар үҫкәндә инфляция нисек булмаhын, бөтәhе лә арта, хаҡтар нисек ҡиммәтләнмәhен? Әлбиттә, инфляция буласаҡ, хаҡтар ҙа артасаҡ», – ти Башҡортостан Президенты. Аҡыллы фекер йөрөтә.
    Әммә әле Өфө хаҡында дөрөҫлөктән башҡа нимә теләйhең шуны hөйләргә мөмкин, сөнки әле төп бурыс – уларҙан бөтәhен дә тартып алыу. Уларҙа Европала иң эре сода заводы бар. Тағы ла нефть эшкәртелә. Ошоларҙың барыhын да бүлешеп бөтмәйенсә туҡтамаясаҡтар. Бының өсөн юҡҡа сығарғансы, тартып алғансы, яңы футбол клубтары hатып алырлыҡ булғансы, берәй нәмә уйлап сығарғансы hуғышасаҡтар, тынысланмаясаҡтар, юҡҡа сығарыу өсөн мөмкин булғандың барыhын да эшләйәсәктәр.

    Владимир СОЛОВЬЕВ.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рэсми хроника
  • ЭШЛЕКЛЕ ФОРУМ
  • Беренсе һәр ваҡыт беренсе
  • БЕНЗИН ҠИММӘТ, ӘММӘ ЭШКӘ БАРЫРҒА К| ...
  • Башҡортостан инвестицион үҫешкә әҙерл&# ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru