Көсөңә күрә көсән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Тормош күренештәре
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оло булыу – ҡартлыҡ түгел Сәйәсәт
    Әгәр кемдер «ҡартайҙым, ғүмерем үтте» тиhә, ул кешегә тиҙ генә ышанып бармағыҙ. Ул, hүҙҙәренә үкенеү төҫө биргән булып, hеҙҙән киреhен раҫлауҙы, үҙен дәртләндереүҙе көтә. Әгәр бер популяр йырҙа «йәш көйөнсә килә ҡалаhы» тип йырлана икән, унда ҡылансыҡлыҡты түгел, бәлки, hәр кемдең әйтелмәгән, әммә күңелендә йөрөткән хыялын hиҙемләргә кәрәк.
    Fүмер көҙө – йыл миҙгеле түгел. Ләкин улар араhында ла бер ни ҡәҙәр оҡшашлыҡтар бар. Көҙҙәр, башлыса, күҙ йәшендәй әсе ямғырҙар, аңды томалағандай томандар менән килә. Яуын аҫтында күшеккән тауҙарға ҡараhаң, уларҙың биле йылдар йөгөнән hығылғандай. Әммә көҙ шул уҡ ваҡытта күкрәк аҫтында сабый йөрөтөүсе әсә hымаҡ – баҫыуҙары ашлыҡ, баҡсалары емеш-еләктән тулғаҡҡа әҙерләнгәндәй. Шундай ололоҡто нисек итеп бәлтерәгән ҡартлыҡ менән тиңләйhең инде!
    Мин ололарға ҡарата хөрмәт hәм йәмғиәттең ошо кешеләр алдындағы бурысы хаҡында яҙып, байтаҡ ҡәләм hәм ҡағыҙ туҙҙырҙым. Тағы, әлеге бәхәсhеҙ хәҡиҡәттәр тураhында ҡабаттан hүҙ ҡуйыртмайынса, «олоғая белеү өсөн дә ҙур аҡыл кәрәк» тигәнерәк фәлсәфәүи фекер тирәhендә hүҙ алып барғы килгәйне.
    Йәшәй килә күңелдәр әллә айырыуса нескәрәме икән, уйҙар ваҡыты-ваҡыты менән шиғырға тартым юлдарға күсеп китә.
    Оло кеше – туҙған кейем түгел, бары
    Юлда бер аҙ талған йәш уҙаман.
    Иңдәремә ятҡан яҙмыш йөгө,
    Сәсем туҙғып уҙған ап-аҡ буран...
    Олоғайыу, ҡартлыҡ хаҡында әллә күпме бәхәсләшергә, мең төрлө фекер ишетергә тура килә. Үҙең дә ошо миҙгелгә еткәс, уны hалҡын ҡан hәм битараф позициянан тороп ҡына үткәреп ебәреүе ситен.
    Әгәр олоғайыуҙы идеаллаштырып ҡарағанда, уны Хоҙай тарафынан бирелгән көстәрҙең тәбиғи рәүештә кәмеп барыуын сабырлыҡ менән кисереү осоро тип тә баhаларға мөмкин. Әммә улай ғына барып сыҡмай. Күпселек оло кешеләр ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә, йә нигеҙ буйында ултырып ҡына көн үткәреүҙе хуп күрмәй. Хәйер, ул эскәмйәлә алып барылған әңгәмәләргә ҡолаҡ hалhаң, тормош фәлсәфәhенең әллә ниндәй боролоштар яhауына шаhит булаhың. Һәр хәлдә, ҡартлыҡ уҙған ғүмергә баhаны үҙенсәрәк объективлыҡ менән бирә. «Һәйбәтерәк йәшәргә кәрәк булған» тигән хәҡиҡәтте олоғайғас ҡына аңлайhың. Йәш саҡта ул hинең уйыңа ла инеп сыҡмай. Хатта өлгөрөп еткәс тә уны бигүк hанламайhың. Fөмүмән, аҡыллы кеше олоғайғас йәшлектәге дыуамаллығынан hәм хаталарынан арынырға тырыша. Уның өсөн тормошта бик кәрәк тигән матди әйберҙәр ҙә әллә ни мөhим түгел. Ул кейемгә, мебель hәм үҙе яратып алған бүтән нәмәләргә иғтибар итмәй, уның ҡарауы философҡа әйләнә, уҙғандарҙы хәҙерге менән сағыштырғанда, бөгөнгө элеккенән насарыраҡ булып күренә. Һәм быны аңларға мөмкин, сөнки үткән заман йәшлек hәм өмөттәр менән бәйләнгән, ә бөгөнгө көн йәшәйешкә йомғаҡ яhау ғына. Ошо ваҡыт ҡартлыҡ маҡтаныуға ла бирелеп китеүсән: уныңса, элек эшләгәндәр ҙурыраҡ та, матурыраҡ та, юғарыраҡ та баhаға лайыҡ. Был психология ғүмер баҡый йәшәгән hәм беҙҙең ғүмер өҙөлөү менән генә мәңгелек даръяhында юғалмаҫ.
    Уҙған быуатта йәшәгән Америка тарихсыhы hәм философы Эрик Хоффер беҙ ҡабул итә алмаҫлыҡ бер фекер әйтеп ҡалдырған. Уныңса, олоғайғас, башҡалар менән бер рәткә баҫаhың. Мәғәнәhе, ҡартлыҡ беҙҙе хоҡуҡи йәhәттән бүтәндәр менән тиңләй. Имеш, йәш саҡта беҙ үҙебеҙҙе ерҙә йәшәүсе тәүге кешеләр кеүек тотабыҙ. Фекерҙең иң hуңғы өлөшө менән ниндәйҙер дәрәжәлә килешкән хәлдә лә, Хоффер әфәндегә Рәсәй ысынбарлығында йәшәп ҡарарға ине, тигән теләк белдерге килә. Демократия матур фразеология ғына булмаған дәүләттәрҙә, бәлки, ҡартайыу, ысынлап та, рухи яфа hәм социаль яза түгелдер. Пенсия йәшенә етеп, етеш тормоштан ысынлап ләззәт табыусы американ, алман, инглиз ҡарттарын hәм ҡортҡаларын миңә лә осратырға тура килгеләне. Пенсия, социаль яҡлау системаhы Көнбайыштың күпселек илдәрендә ололарға көнкүреше хаҡында hис тә хафаланмаҫҡа форсат бирә. Беҙҙә лә, әйткәндәй, шуға оҡшашыраҡ система бар. Әммә ул юғары чиновниктар элитаhын ғына хеҙмәтләндерә. Ә ҡартайыу бәхетhеҙлеге төшкән күпселек оло кешеләр өсөн Дәүләт Думаhы «йәшәп бөтөрөү осоро» (»период дожития») тип аталған, тәрән гуманлылыҡ менән hуғарылған термин уйлап сығарҙы. Рәхмәт инде халыҡ хеҙмәтселәренә, уларҙың ғүмере, пенсия дожитиеhына hис етмәй, мәңге дауам итhен!
    Fәжәпләнерлек инде статистика тигән нәмә. Рәсәйҙә кеше ғүмере ул ҡәҙәре ялҡытырлыҡ оҙон түгел, ир-аттыҡы хатта илле hигеҙгә лә етмәй, тиҙәр. Ә хәстәханаға инәhеңме, кибеткә бараhыңмы, hәр урында – бәлтерәп бөткән ҡарт-ҡоро. Мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөлә, иманыбыҙ ҡайта, тип дәртләнеп китhәк тә, ололарҙың яратҡан урыны шулай ҙа – пенсия фондтары hәм социаль яҡлау бүлектәре. Ул контораларға үҙем дә йөрөштөргәс, чиновниктар теле менән әйткәндә, шунда йыш ҡунаҡлаған клиенттарға күҙ hалыштырам. Илатҡыс та, көлдөргөс тә урын инде ул фондтар-бүлектәр. Бына был ҡарсыҡ, мәҫәлән, әлеге алған пенсияhына hуҡыр тин дә өҫтәмәҫтәрен белә, әммә, кабинетҡа сират көтөп инеп, уларҙан ифрат ялҡҡан хеҙмәткәрҙәргә хәлен hөйләп сығыуҙы үҙенең бурысы hанай. Ысынлап та, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигәндәй, өҫтәл хужаhы, бәлки, берәй әмәлен уйлап сығарыр? Ошо мәлдең ихтимал килеп сығырына өмөт итеп, ҡарсыҡ өйҙә табылған барлыҡ ҡағыҙҙарын да яулыҡҡа төрөп алып йөрөй. Ҡағыҙҙарынан ул хәстәханала ла, билет кассаhы янында ла айырылмай, сөнки беҙҙең илдә кемдең кемлеген билдәләүсе төп критерий – ҡағыҙ. Олоғайған кешенең халҡы алдындағы хеҙмәттәре лә, исем-бүләктәре лә, хатта уның профессиональ булдыҡлылығы ла онотола. Кемдер: «Ҡартайhаң, өйөңә үҙең түгел, кәлүшең дә hыймай», – тигән. Әммә hине үҙ күрмәгән, шыҡhыҙ иркен өйҙә лә көн күреү күңелде тарhындыра. Үҙ илеңдә артыҡ тамаҡ hәм hөймәлекhеҙ кеше булмай йәшәге hәм ғүмерҙе лә шундай хистәр менән ослап ҡуйғы килгәйне.

    Һәр әсәнән Салауаттар тыумай,
    Мостай булып үҫмәй hәр бала.
    Тамыр буйлап йөрәк hыуҙар ҡыумай, –
    Һәр усаҡта, баҙлап, ҡуҙ ҡала.
    Олоғайған кешенең, пенсияға сыҡҡас, үҙенең яңы социаль статусына күнегеп китеүе – сетерекле мәсьәлә. Ул, көн дә эшкә сығып китмәгәс, тыныс, борсолоуhыҙ тормош кисерә, тип уйлау – хата. Даими эш ритмынан сығыу үҙе үк организмда тиҫкәре факторҙар уята. Кеше үҙ ваҡытын нисек үткәрергә белмәй яфалана. Эшhөйәр кешегә ваҡыттың файҙаhыҙ үтеүен аңлау, үҙенең кемгәлер кәрәк булмауын тойоу – етди стресс. Шуға ла, пенсия йәшенә етеп тә, яратҡан шөғөлөнән айырылмаусылар дәртлерәк тормош кисерә, сиргә, хатта йәшкә бигүк бирешеп бармай. Әйткәндәй, был – етди социаль-психологик hәм демографик мәсьәлә hәм гәзиттә ул хаҡта айырым hөйләшеү ҙә артыҡ булмаҫ ине.
    Ошо ваҡытта, әлбиттә, тирә-яҡтағыларҙың, йәмғиәттең оло йәштәгеләрҙе иғтибарhыҙ ҡалдырмауы мөhим. Эш өлкән йәштәгеләр көнө үткәреп, уларҙы бер сынаяҡ сәй менән hыйлауға ғына ҡайтып ҡалмаhын. Илебеҙҙә формаль саралар былай ҙа самаhыҙ күп. Оло кеше, беренсе сиратта, сувенир көрөшкәhе түгел, ә йылы, яғымлы hүҙгә, итәғәтле мөнәсәбәткә мохтаж була. Йылдар үтә тора ул үҙенең холоҡ-фиғеленең ныҡ ҡына үҙгәреүен аңларға теләмәй, уға күп нәмә оҡшамай, тиҙ генә үпкәләп бара, ғәҙеллекте, хәҡиҡәтте ул ғына белә hымаҡ тоя. Ошо үҙгәрештәрҙе аңлап, түҙемлек күрhәтеп йәшәү өсөн тирә-яҡтағыларҙан да сабырлыҡ кәрәк. Һәр беребеҙгә үҙ ҡәҙерен белгән солтан булып йәшәргә насип итмәй, олтан хәленә ҡалған кешеләр ҙә осрап ҡуя.
    Ваҡыт аяуhыҙ. Үкенескә күрә, хәбәрсегеҙҙе лә hәр иртәнсәк хеҙмәттәштәре көтөп тормай. «Бер ниндәй эшкә лә тотонма – аҡыллылыҡтың тәүге билдәhе шул». Был хәҡиҡәтте үҙләштереү ауыр түгел. «Эшкә тотонғанhың икән, уны ахырынаса еткер – аҡыллылыҡтың икенсе билдәhе шунан ғибәрәт». Ҡыҙғаныс, ләкин әйтемдең икенсе өлөшөн бойомға ашырырға ваҡыт йыш ҡына етмәй ҡала.
    ... Халыҡ календары буйынса, киләhе ай өскә бүленә икән: 1 – 15 октябрь – алтын көҙ, 16 – 23 октябрь – тәрән көҙ, 24 – 31 октябрь – ҡыш алды. Тәбиғәттә, кеше ғүмерендә, ысындан да, ниндәйҙер бер уртаҡлыҡ бар hымаҡ.
    Марсель ҠОТЛОFӘЛЛӘМОВ.
    авторы: Нур | 2 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • 2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы?
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Хәстәрлекле хәсрәтле булмай
  • Fүмер ике килмәй
  • «Федеральный» бабай менән «региональный» әбей
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru