|
 |
|
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалау өсөн федераль бюджеттан аҡса алыуға документтар әҙерләй. Билдәле булыуынса, федераль кимәлдә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам күрһәтеү фонды төҙөлгән. Уның аша илдең төбәктәренә матди ярҙам күрһәтеләсәк. Барлығы ошо маҡсатҡа дәүләт 240 млрд һум аҡса бүлә. Төбәктәр буйынса лимиттар билдәләнгән дә инде. Башҡортостан 6 млрд 727 млн һумға дәғүә итә ала. Әммә был сумманы алыу һәм федераль программаға инеү өсөн бик күп документ әҙерләргә кәрәк. Бүленгән аҡса капиталь ремонт үткәреүгә, кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә йүнәлтелергә тейеш. |
|
+ Новости Баш-портала Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар
|
|
|