Иртә торған ир уңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Янылыктар
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Игеҙәк-башнялар»ҙы кем шартлатҡан? Сәйәсәт
    2001 йылдың 7 октябрендә, Америка Ҡушма Штаттары етәкселегендәге донъя дәүләттәре коалицияһы Афғанстанға баҫып инде. Ошо көн, шулай итеп, кешелек донъяһы, бигерәк тә Ислам донъяһы өсөн бөтә пәрҙәләрҙән, күҙ бәйләгес япмаларҙан арыныу көнөнә, хәҡиҡәт мәленә әүерелде.
    Ваҡытында ниндәй ҡеүәтле, ҙур дәүләт – Советтар Союзын кире сигендергән, ул ғына түгел, дошманы менән яу яланында йөҙгә-йөҙ осрашыуҙы хуп күргән мәшһүр Александр Македонскийҙы ла туҡтауһыҙ еңеүҙәренән айнытып ебәргән афғандарға ҡаршы һуғыш асырға нимә мәжбүр итте американдарҙы? Афғандарҙың, әлеге лә баяғы совет оккупацияһы ваҡытынан ҡалған «калашников»тарынан башҡа, уларға һөжүм итерлек, янарлыҡ бер ниндәй ҡоралдары ла юҡ ине бит. Тимәк, һуғыштың сәбәптәрен ентекләберәк, тарих төпкөлөнәнерәк эҙләргә кәрәк.


    Беҙҙең дәүләттең пропагандаһы Джордж Бушты ни тиклем генә тырышып буш ҡыуыҡ, яртаҡыл кеүегерәк итеп һүрәтләргә тырышмаһын, гәзит һайын тиерлек «ковбой» тип мәсхәрәләмәһен, асылда ул бик төплө уйланылған сәйәсәт алып бара, бер аҙымын да бушҡа эшләмәй. Әгәр ҙә һеҙ, АҠШ-тың төп дошманы беҙ, йәғни Рәсәй ул, тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. Төкөрөп бирҙе ул Джордж Буш әлеге ваҡытҡа тиклем үҙенең милли идеологияһы булмағанлыҡтан биле һындыра һуғылған алабайҙы хәтерләткән Рәсәйгә. Көслөнән ҡурҡма, үсленән ҡурҡ, тигәндәй, Буштың иң ҡурҡҡаны – Ислам диненең көс йыйыуы, баш ҡалҡытыуы. Рәсәйҙәге традицион Исламды әйтмәйем. Уҙған быуаттың башына тиклем ун өс быуат буйы йәшәп килгән Ислам дәүләтен, хәлифәтте күҙ уңында тотам. Мин генә түгел, Джордж Буш та, бар халыҡ алдында үҙенә ҡаршы изге һуғыш, йәғни йыhат иғлан итеп ҡылыс менән һелтәнгән, Американы теҙләндереп ҡуйырға янаған әҙәмдәрҙе түгел, тап хәлифәтте үҙенең төп дошманы итеп күрә. 2001 йылдағы рәсми сығыштарында ул дүрт тапҡыр бар донъяны ошо арала барлыҡҡа килеүе ихтимал булған Ислам дәүләте – хәлифәткә ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡыра. Йәғни Буш әле тыумаған сабыйҙың әсәһен асыҡлап, юҡ итергә саҡыра.
    1924 йылдың 3 мартында, мәктәптә уҡыған тарих курсынан белеүегеҙсә, Мостафа Камал (Ататөрк) Төркиә Республикаһын иғлан итеп, Мөхәммәт бәйғәмбәр төҙөп ҡалдырған империяның вариҫын, Ғосман хәлифәтен юҡ итә, хәлиф Ғәбделхәмитте 24 сәғәт эсендә илдән ҡыуып сығарып ебәрә. Ул ғына түгел, илдәге хәрби көстәргә, әлеге лә баяғы Джордж Буш кеүек, Ислам хәлифәте тергеҙелеүенән, йәғни динде һәм дәүләтте ҡушылыуҙан һаҡларға васыят әйтеп ҡалдыра. Эйе, Мостафа Камал Ататөрктөң был аҙымына тиклем үк Ғосман хәлифәте, империалистарҙың хәйләләренә бирешеп, саманан тыш көсһөҙләнгән була инде. Саф Исламдан ситкә тайпылып, көсһөҙләнгән, әммә биле һындырылмаған була. Юҡҡа ғынамы ни Ататөрктөң ата дуҫы, инглиз лорды Керзон: «Бөгөн беҙ Төркиәне уның рухи көсөнән – Исламдан айырҙыҡ», – тип шатланған тиһегеҙ?
    Бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ислам дине, уйҙары, йәғни доктринаһы әлеге көндәрҙә Мөхәммәт бәйғәмбәр өммәтендә киренән уяна башланы. Ғәрәп ярымутрауында, Исламдың бишегендә, йәшәүсе мосолмандар үҙҙәренең, иң бай төбәктә йәшәп тә, ярлы, мәсхәрәле көн итеүенә көндән-көн нығыраҡ ризаһыҙлыҡ белдерә, баш күтәрә. «Мәҙәниәтле» Европала, нисек тә наркоманияны, фәхишәлекте, педерастияны рәсмиләштерергә, католик руханиҙарға бер енесле никахтарҙы рөхсәт итергә, тип баш ватҡанда, мосолмандар бер икеләнеүһеҙ үҙҙәренең иң ғәзиз әйберен, йәғни йәндәрен һәм тәндәрен ҡорбан итеп, алға табан ынтыла, Ҡөрьән Кәримдең аяттарын Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормош юлы менән сағыштыралар, ысынбарлыҡты анализлайҙар. Йәғни АҠШ был төбәктә үҙенең позицияларын юғалта, марионеткаларын тыныс юлдар менән яҡлай алмай. Сәйәсмәндәр тына, пушкалар телгә килә.
    Туҡта әле, ә ниңә Америка һәм башҡа Көнбайыш илдәре әле тыумаған баланан, мосолман дәүләттәренең берләшеүенән, ҡурҡа, тип аптырарһығыҙ. Ни өсөн, тигәндә:
    – Cөнки был илдәрҙең бар иҡтисады мосолман донъяһын колонизациялауға нигеҙләнгән. Бөгөн мосолмандар берләшеп, берҙәм дәүләт барлыҡҡа килтерһә, иртәгә Америка һәм Европа илдәре нефткә, газға, алтынға, алмасҡа һәм башҡа стратегик әһәмиәтле сеймалға ҡытлыҡ кисерә башлаясаҡ, артабан тарҡаласаҡ.
    Бөгөнгө көндә империалистик илдәрҙең хөкүмәттәре Ислам өммәтен дәүләт сиктәре, халыҡ-ара хоҡуҡ, демократик ҡиммәттәр тигән яһалма төшөнсәләр менән алдаштыра алмай башланы. Күпме көс, байлыҡ сарыф итеп төҙөлгән ошо кәртәләрҙе, асылда, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең әйтеп ҡалдырған бер һүҙе генә емерә, юҡҡа сығара: «Ысынлап та, Ислам өммәте башҡаларҙан отошло яғы менән айырылып тора: уның ерҙәре бер, иманы бер, һуғышы бер, солохо бер, намыҫы бер» (хәҙис). Ошо хәҙисте дөрөҫ аңлаған мосолмандарҙы бер нисек тә алдаштырып, милли, территориаль айырмаларҙы өҫтөнөрәк тип яңылыштырып булмаясаҡ. Тимәк, уларҙы ауыҙлыҡлау өсөн асыҡтан-асыҡ ҡурҡытыу, һуғыш, интервенция юлы ғына ҡала.
    Һуғыштың кәрәклеге аңлашылды ти. Хәҙер икенсе һорауҙар килеп тыуа:
    – Нисек итеп һүҙ, дин азатлығы хаҡындағы демократик ҡиммәттәргә ышанған Европа илдәре халҡын мосолмандарға ҡаршы тупларға?
    – Нисек итеп ошо дәүләттәрҙең ҡаҙнаһынан мосолман ерҙәрендә хәрби операциялар алып барыу өсөн миллиардлаған ассигнование һорап алырға?
    – Ираҡта, Афғанстанда һуғышырға, тимәк, ихтимал, иленә цинк табуттарҙа ҡайтырға тейешле һалдаттарҙың әсәләрен нисек йыуатырға?
    – Ошо ҡырағайлыҡтарҙы, законһыҙлыҡтарҙы башҡарып та, нисек демократияның йөҙөн, намыҫын таҙа килеш һаҡлап ҡалырға?
    Был проблемаларҙы ыңғай хәл итер өсөн Көнбайыш хакимдары ошондай стратегияны уйлап сығара:
    – Көнбайыш халҡының йәмәғәт фекерендә, Ислам – һуғышҡа, фундаментализмға, терроризмға өндәүсе дин, тигән фекер тыуҙырырға кәрәк. Йәғни, Ислам – үҙе үк терроризм, һәм «мәҙәниәтле, демократик Көнбайыш илдәре уға ҡаршы «ғәҙел һәм аяуһыҙ көрәш» алып барырға бурыслы. Ошо бурысты атҡарып, армия берәй мосолман иленә һөжүм итһә, халыҡ уға үҙенең барлыҡ мөмкинлектәре – байлығы, хуплауы – менән ярҙам итергә тейеш.
    Әлбиттә, Ислам бындай яһалма ғәйепләүҙәрҙән алыҫ тора, шуға күрә Көнбайыш илдәре, АҠШ уға ҡарата фундаментализм, терроризм, экстремизм кеүек төшөнсәләр һәм терминдар уйлап сығарырға мәжбүр була. Был төшөнсәләрҙе тап Исламға бәйләп, уны бар кешелек өсөн хәүефле дин тип күрһәтергә ашығалар.
    Фундаментализм Европа халҡына яҡшы таныш: ХIХ быуатта уҡ христиандарҙың фундаменталистары, барлыҡ фәндән, прогресс емештәренән, цивилизациянан баш тартырға саҡырып, киң хәрәкәт йәйелдерә. Шул ваҡыттарҙан уҡ Европа халҡы фундаментализмдың ҡырағайлыҡҡа ынтылыу икәнен, уны тулыһынса юҡ иткәнгә ҡәҙәр аяуһыҙ баҫтырырға кәрәклеген башына һеңдергән булһа, хәҙер килеп тупланған бар нәфрәтен фундаменталь Ислам тигән ялған төшөнсәгә, асылда – сәйәси Исламға, йәғни әле тыумаған сабыйға – хәлифәткә ҡаршы йүнәлтә.
    Исламға тағы бер ярлыҡ йәбештерергә маташалар, уныһы инде тағы ла хәүефлерәк яңғырай: терроризм. Көнбайыш билдәләүенсә, терроризм тип «сәйәси маҡсаттарҙы тормошҡа ашырған саҡта граждандарҙың мәнфәғәттәренә ҡаршы көс ҡулланыу» атала.
    Терроризмға ҡаршы ҡулланылған закондарҙы, ҡарарҙарҙы анализлаһаң, уларҙың теге йәки был илдең сәйәси курсына тығыҙ бәйле булыуын аңларға була. Миҫал: АҠШ һәм Израиль «ХАМАС» партияһын террористик хәрәкәт тип атай, ә Рәсәй уларҙың вәкилдәрен ҡунаҡҡа саҡыра, һөйләшеүҙәр алып бара. Ғәжәпме?
    Нисек кенә ғәжәп булмаһын, уҙған быуаттың аҙағында һәм был быуаттың башында бар донъяны Исламға ҡаршы берләштергән, Исламды терроризм менән ауаздаш иткән ҡот осҡос террористик акттар булып уҙа.
    Шулай, 2001 йылдың 11 сентябрендә Америкалағы небоскребтарҙы шартлатыу менән, бөтә Көнбайыш илдәре һәм АҠШ терроризмға, йәғни Исламға ҡаршы һуғыш иғлан итә. Артабан да Лондонда, Мадрид метроһында булып уҙған теракттар был һуғышҡа яңы көс өҫтәй, утҡа кәрәсин һибә.
    Мосолмандарҙы, бигерәк тә «Әл-Ҡаиҙә» һәм «Талибан» хәрәкәттәрен ошо теракттарҙа ғәйепләп, 2001 йылдың 7 октябрендә АҠШ ғәскәрҙәре ирекле Афғанстанға баҫып инә. Бөтә донъя был ғәҙелһеҙлекте агрессия тип түгел, ә изге үс алыу акцияһы тип ҡабул итә.
    Ошо уҡ һылтауҙарға таянып һәм булмаған химик ҡоралды етештереүҙә ғәйепләп, АҠШ 2003 йылдың мартында Ираҡ дәүләтенә баҫып инә. Уға эйәреп, Израиль дә ғәрәп-Израиль һуғыштарын «Израилдең терроризмға ҡаршы һуғышы» тип атай башлай. АҠШ-ҡа эйәреп, Һиндостан һәм Ҡытай ҙа үҙҙәренең террористарын, йәғни мосолмандарын, «сортирҙа мочить» итә башлай.
    Буш хакимиәте, «Терроризмға ҡаршы һуғыш»ты файҙаланып, үҙ граждандарының демократик иректәрен сикләп ташлауҙан да тартынмай. Шулай, 2001 йылдың 26 октябрендә «Патриотизм акты» тигән 132 битлек, Сенаттың бөтә комитеттарында ла раҫланған документ ҡабул ителә. «Патриотизм акты»на ярашлы, ФБР һәм башҡа именлек хеҙмәттәре американдарҙың телефондан һөйләшеүен сикләүһеҙ тыңлай ала, электрон почтаһын тикшерә, хатта китапханаларҙан ниндәй китаптар алғанына тиклем белешә ала. Бына һиңә демократия, бына һиңә шәхси тормоштоң тейелгеhеҙлеге сере! Әммә иң ҡыҙығы алда әле...
    «Патриотизм акты», Америка хөкүмәте билдәләүенсә, 11 сентябрь терактына бәйле рәүештә, йәғни бындай фажиғәгә яңынан юл ҡуймаҫ өсөн ҡабул ителгән акт. Ҡыҙыҡ хәл килеп сыға: бар донъяны тетрәткән теракттарҙан һуң ике аҙна ваҡыт үтеп тә өлгөрмәй, иҫ киткес сетерекле, тимәк, ҡатмарлы документ донъяға килә, барлыҡ инстанцияларҙа раҫлана һәм киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителә. Һеҙ быға ышанаһығыҙмы? Мин ышанмайым. Документ алдан әҙерләнгән, юридик нескәлектәре шымартылған һәм теракт булыу менән донъяға күрһәтелгән, башҡаса булыуы мөмкин түгел.
    Терроризмға ҡаршы сараларҙың башҡаларын да һанап үтәйек.
    Көнбайыш Европа илдәрендә мосолман эмигранттарын көнбайыш йәмғиәтенә интеграциялау сәйәсәте әүҙемләшә. Ҡатын-ҡыҙҙарға хиджабта йөрөү тыйыла, уларға дини белем алыу сикләтелә. Шәхси милли мәктәптәргә янғынға ҡаршы комиссиялар, санэпидемстанция һ.б. тикшереүҙәр йышая. Ул ғына түгел, Америка Ғәрәп ярымутрауындағы дәүләттәрҙең белем биреү системаһына үҙгәртеүҙәр индереүҙе талап итә башлай. Йәнәһе, беҙгә артабан да бергә йәшәргә, шуға терроризмды тамырынан уҡ юҡ итәйек...
    Бер һүҙ менән әйткәндә, иң алдынғы илдәрҙең терроризмға ҡаршы һуғыш иғлан итеүе геосәйәсәттәге глобаль үҙгрештәргә килтерҙе, тотош дәүләттәрҙең закондарын үҙгәртте, миллионлаған ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйҙы, хатта юҡ итте.
    Америка һәм Көнбайыш Европа илдәре йәмғиәтте Исламға ҡаршы ҡотортоу өсөн киң мәғлүмәт сараларын әүҙем файҙалана. Ошо илдәрҙең нәфис фильмдарында кире геройҙар кем, иҫләгеҙ әле? Дөрөҫ, 85 – 90 процент осраҡта мосолман-террорсылар. Улар атом бомбаһын да алып ҡаса, небоскребтарҙы ла шартлата, пассажир самолеттарын аманатҡа ала. Аналитик-мәғлүмәти тапшырыуҙар, ток-шоуҙар, яңылыҡтар хаҡында ла шул уҡ миҫалдарҙы атап китергә була. Бында ла халыҡ массаларының аңында мосолмандарға ҡарата ышанмаусанлыҡ, хатта нәфрәт тыуҙырыла.
    Хәҙер инде Буштың 2001 йылда «терроризмға ҡаршы» иғлан иткән һуғышы һөҙөмтәләренә күҙ һалайыҡ.
    Афғанстанға ҡаршы башланған «тәре походы» барышында, изге Рамаҙан айына ҡарамаҫтан, Америка ғәскәрҙәре тәүлек әйләнәһенә тиерлек тыныс халыҡты ракета-бомба утына тотто, меңәрләгән кешене ҡырҙы.
    АҠШ-тың ҡуштаны – Израиль Фәләстан мосолмандарын «таҙа намыҫ» менән ҡыра башланы, өйҙәрен баҫып алыуҙы дауам итте. Мосолмандар – террорсылар, ни хәл итәһең...
    Шулай уҡ АҠШ-тың марионеткаһы, Пакстан Президенты Фәрүәз Мөшәррәф, Һиндостанды террорҙан ҡурсалау һылтауы менән, Кашмирҙағы мосолмандарға ҡаршы хәрби хәрәкәт башланы.
    Америка һәм Англия бының менән генә тынысланманы: Франция, Рәсәй, Германия, Ҡытай кеүек дәүләттәрҙең ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, Ираҡҡа баҫып инде.
    Ираҡтан, 2003 йылдың мартында Америка-инглиз ғәскәрҙәре баҫып ингәндән бирле, 1,6 млн кеше ҡасып киткән. Әлеге көндә Иорданияла 500 мең Ираҡ ҡасағы ыҙа сигә. Тағы 450 мең ҡасаҡ Сүриәгә күсенгән. Джон Хопкинс исемендәге Йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау институты мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгө көнгә 650 мең Ираҡ халҡы һуғышта йә уның һөҙөмтәләренән вафат булған!
    Американың игеҙәк башняларына, дөрөҫөрәге, уларға 2001 йылдың 11 сентябрендәге самолет һөжүмдәренә әйләнеп ҡайтайыҡ. Был самолеттарҙы «Әл-Ҡаиҙә»нең ғәрәп террорсылары шартлатҡан, тигән фараздың бик шыйыҡ, раҫланмаған булыуы берәүгә лә сер түгел. Хатта, мосолмандарҙан бигерәк, быға американдар үҙҙәре лә ышанып бөтмәй. «Разменная монета», «Дух времени», «Фаренгейт 9/11», «Чудовищная махинация», «Придуманная война» исемле документаль фильмдарҙа шартлатыу, архитектура, самолет йөрөтөү, сәйәсәт өлкәһендәге белгестәр башняларҙың шартлауы тураһындағы Америка хөкүмәтенең рәсми версияһын пыран-заран килтерә, Джордж Бушты ялғанда ғәйепләй. Ул ғына түгел, Джордж Бушҡа барлыҡ йәмғиәт исеменән түбәндәге һорауҙарҙы бирәләр:
    1) Нилектән, самолеттар шартлағандан һуң, террорсыларҙың паспорттары (күҙ алдына килтерәһегеҙме: паспортлы террорсы-камикадзе!) бөтөн килеш һаҡланып ҡалған да, иҫ китмәле ҙур көсөргәнештәрҙә лә имен ҡалырға тейешле «ҡара йәшниктәр» тулыһынса юҡҡа сыҡҡан?
    2) Ни өсөн бер террорсының кеҫәһендәге хушлашыу хаты «Аллаһы Тәғәлә, ғаиләм һәм үҙем хаҡына...» тип башлана? Был һүҙҙәр бер ҙә генә мосолмандарға түгел, ә христиан-протестанттарға хас бит?!
    3) Нилектән Пентагонға килеп бәрелгән самолет тулыһынса юҡҡа сыҡҡан да, уның бәрелгән урынындағы стенала киңлеге бер нисә метр ғына тәшкил иткән уйым барлыҡҡа килгән?
    4) Ни өсөн башняны проектлаусы архитекторҙар, «беҙҙең башняға биш-алты «Боинг» килеп бәрелһә лә, емерелмәҫ ине», – тип раҫлай, ә шартлатыу өлкәһендәге белгестәр башняларҙың өсөһө лә бер яҡҡа ипле генә итеп ҡойолоп төшөүенә аптырай? Бындай емерелеүҙәр алдан иҫәпләнгән, идара ителеүсе шартлау һөҙөмтәһендә генә була, ти улар. Әйткәндәй, башнялар емерелеп төшкәс тә фажиғә урынына иң тәүгеләрҙән булып тап иҫке биналарҙы шартлатып емереүсе белгестәр килеп етеүе лә фильм авторҙарын, тикшереүселәрҙе ныҡ ғәжәпләндергән заманында...
    Үрҙә әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, үҙемә һәм гәзит уҡыусыларға түбәндәге һорауҙарҙы биргем килә:
    – Әгәр ҙә терроризм тип «сәйәси маҡсаттарҙы тормошҡа ашырған саҡта граждандарҙың мәнфәғәттәренә ҡаршы көс ҡулланыу» атала икән, ысынбарлыҡта кем террорсы һуң?
    – Кем сәйәси маҡсатта ҡорал, хәрби көс ҡуллана? Кемдә ысынбарлыҡта күпләп ҡырыу ҡоралы бар? Кем Хиросимала һәм Нагасакиҙа атом бомбаһы, Вьетнамда диоксин һәм напалм, Ираҡта байытылмаған уранлы снарядтар ҡулланды?
    – Әгәр Саддам Хөсәйенде 148 шығый мосолманын үлтереүҙә ғәйепләп аҫтылар икән, Ираҡта ғына 650 мең тыныс халыҡты ҡырған Джордж Буш һәм Энтони Блерҙы нисегерәк язаларға?!
    Ошоларҙан һуң, үҙ илен, динен яҡлап, баҫҡынсыларға ҡаршы һуғышыусы мосолмандарҙы нисек итеп террорсы тип атарға була?
    Хәйер, яуап барыһына ла билдәле инде: «терроризмға ҡаршы һуғыш» алып барыусы АҠШ һәм Англия, Израиль асылда бөтә кешелек донъяһына хәүеф менән янаусы террорсы дәүләттәр булып тора. Бөгөнгө яңы тарих – быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил.

    Р. ҒӘББӘСОВ.
    авторы: Нур | 23 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Берләшәйек, мосолман ҡәрҙәштәр!
  • Террор тигән туфан ҡалҡты еребеҙҙә...
  • Мосолман белергә тейеш!
  • КРЕДИТТАР ТӨРЛӨ БУЛА
  • Ислам терроризмды еңә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru