Егет кешегә етмеш төрлө һәнәр ҙә аҙ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡайҙа барабыҙ? Сәйәсәт
    Хәтеремдә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙ башланғыс мәктәптең бер бүлмәһендә, балалар һаны аҙ булғанлыҡтан, I – III синыфтар, икенсе бүлмәһендә II – IV синыфтар ҡушылып бергә уҡыныҡ. Уҡытыусы бер синыфҡа яҙма эш бирә, икенсеһендә таҡтала арифметиканан миҫалдар яҙа башлай, уны сисеү юлдарын өйрәтә лә йәнә беҙгә әйләнеп килеп, яҙмаларҙы тикшерә. Әммә бер кем дә мыжыманы, ауырһынманы, һәр кем үҙ эшен башҡарҙы. Шуныһы – ауыр һуғыш йылдарында ла, унан һуң да беҙҙең Мәсетле районында бер генә мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла ябылманы, ул турала хатта уйлаусы ла булманы. Ике синыф бер бүлмәлә уҡыһаҡ та, наҙан ҡалып, кәм-хур йөрөмәнек, күптәребеҙ юғары белем алды, ә Нәжибә Хәйретдинова (Мәҡсүтова) – фән докторы, Башҡортостанда күренекле диалектолог, профессор, Иҙелбай Таһиров, Заһир Хафизов – атҡаҙанған инженер-нефтсе, Әүбәкер Хафизов орденлы комбайнсы булып китте. Ғөмүмән, бөгөн Һөләймән ауылынан ғына халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләгән 16 атҡаҙанған хеҙмәткәр сыҡты. Бер ҙә, заманалар ауыр, йылдар насар, тип ҡул ҡаушырып ятмағанбыҙ, уҡығанбыҙ, кеше булғанбыҙ.
    Бөгөн килеп иһә һуғыш һөрөмөнән күптән арынған илебеҙҙә Мәскәү түрәләренең фарманы менән, уҡыусылар аҙлыҡҡа һылтанып, заманса һалынған гөл кеүек мәктәптәребеҙ бер-бер артлы ҡыҫҡартыла башланы. Был күрәләтә тороп халыҡты, киләсәк быуынды наҙанлыҡҡа илтеүсе геноцид сәйәсәте түгелме ни? Нәҡ үҙе, ағай-эне һәм беҙ, теге страус һымаҡ, томшоҡтарыбыҙҙы ергә тығып, күрмәмеш-белмәмешкә һалышмайыҡ, әсе хәҡиҡәттең оятһыҙ күҙҙәренә ҡарап, тураһын әйтәйек. Сөнки бөтә уңайлыҡтары менән мәктәп була тороп, уҡыусылар 1-се синыфтан 5 – 6 саҡрымда ятҡан күрше ауыл мәктәбенә йөрөргә мәжбүр. Улар бер-ике йыл теләр-теләмәҫ кенә йөрөр ҙә уҡыуын ташлар, ә типовой мәктәпте ете-ят бай ағайҙар һатып аласаҡ.
    «Эйе, – тип яҙҙы ул хаҡта минең коллегам Сәлимйән Ғүмәров «Йәшлек»тең 16 июнь һанындағы «Ауыл мәктәбе проблемалары» тигән мәҡәләһендә, – мәктәптәрҙе ябыу артабан да дауам итәсәк. Был бигерәк тә ауылдың аҙ комплектлы мәктәптәренә ҡағыла, күҙ яуын алып торған биналарға йоҙаҡтар эленә». Сәлимйән Ялал улы факттарҙы теркәп кенә сыға, эшһеҙ ҡаласаҡ уҡытыусыларҙы ла йәлләп ҡуя. Шул уҡ ваҡытта ул мәктәптәрҙе яптырыу-яптырмау мәсьәләһен күтәрмәй. Бәлки, мәсьәлә күптән хәл ителгән һәм уға кире ҡайтыуҙы кәрәк түгел тип иҫәпләйҙер. Беҙгә иһә нәҡ шул мәсьәлә тирәһендә һүҙ ҡуйыртырға, мәктәптәрҙе яптырыуға киҫкен протест белдерергә, ҡырҡа ҡаршы сығырға кәрәк.
    «Бөгөн мәғариф системаһында еңел түгел, – ти артабан хөрмәтле С. Ғүмәров. – Ундағы ауырлыҡтарҙың үтә һиҙҙермәй, халыҡтың яҙмышына ныҡ ҡағылмай үтеренә ышанғы килә».
    Ә мин ышанмайым һәм артабан да ауыҙ йомоп ятһаҡ, мәктәптәребеҙҙе генә түгел, бәлки махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарын да пыран-заран килтерә башлаясаҡтар. Был геноцид сәйәсәтенә күмәкләп, бөтә донъя менән ҡаршы күтәрелергә, етәкселеккә мөрәжәғәт менән сығырға һәм Мәскәүҙең аҫтыртын сәйәсәтенә сик ҡуйыуҙы талап итергә кәрәк.

    Ризван ХАЖИЕВ,
    Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист.
    авторы: Нур | 25 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ха ...
  • Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ха ...
  • Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ха ...
  • Ауыл мәктәбе проблемалары
  • Бәхете – тыуған ерендә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru