Булыр-булмаҫ кеше ат үлтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мин тормошто һайлайым
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яуапһыҙ ҡалған һорауҙар Сәйәсәт
    Уның граждандарҙы дәүләткә һалышып йәшәргә яратыуҙа ғәйепләүе менән һис кенә лә килешеп булмай. Ни өсөндөр Д. Медведев был күренештең социаль тамырҙарын эҙләп ҡарамаған. Ә бит Рәсәйҙә ғүмер баҡый дәүләт шәхесте баҫыр­ға тырышҡан, унан өҫтөн торған. Төрмәгә япҡан, һөргөнгә оҙат­ҡан, язалап үлтергән һ. б. Иван Грозныйҙың опричниктары, Петрҙың сиркәү өҫтөнән бойороҡ йөрөтөүе, крепостной хоҡуҡ, колхоздар, Гулаг… Аҙаҡ килеп, демократик институттар­ҙың сифаты түбән булыу ҙа ошоноң менән аңлатыла. Дәүләт баҫымына түҙергә теләмәгәндәр иһә күптән сит илдәргә китеп бөттө. Медведевтың, илде тарҡалыуҙан ҡотҡарҙыҡ, тигән фекере нимәнән сығып әйтелә? Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҙаллылыҡҡа ынтылышы Мәскәүҙең илде федераль округтарға бүлеп, улар башына генералдарҙы ултыртыу, һәр округта прокуратура, милиция органдары булдырыу менән тамамланыуы яҡшы билдәле. Өҫтәүенә, В. Путин урындарҙа башҡарма влас­тың тағы бер тармағын – федераль идаралыҡтарҙың күп һанлы чиновниктарын үрсетте. Ошондай шарттарҙа юғары граждандар аңына урын ҡаламы икән? Илде йыйыу граждандар араһында килешеү шарттарында (Абрамович, Потанин, Дерипаска, Прохоровтар менән фәҡирҙәрҙең килешеп йәшәүен күҙ алдына ла килтереп булмай) түгел, ә көс ҡулланыу иҫәбенә башҡарылды.

    «Мин яңыраҡ илде иҡтисади йәһәттән яңыртыуҙың биш йүнәлешен билдәләнем, – тип яҙҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты сентябрь урталарында Интернет аша ватандаштарына мөрәжәғәт итеп. – Беренсенән, беҙ энергия етештереү, ҡыуҙырыу һәм файҙаланыу буйынса донъяла иң алдынғы илдәр рәтенә сығып, яңы төр яғыулыҡтың эске һәм тышҡы баҙарын булдырасаҡбыҙ. Икенсенән, ядро технологияларын сифат яғынан яңы кимәлгә күтәрәсәкбеҙ. Өсөнсөнән, яңы төр компьютерҙар ярҙамында информацион технологияларҙы камиллаштырған глобаль информацион селтәргә йоғонто яһаясаҡбыҙ. Дүртенсенән, йыһан инфраструктураһын файҙаланып, төрлө өлкәләрҙә, мәҫәлән, сәнәғәт һәм ауыл хужалығында ғилми эҙләнеүҙәр алып барасаҡбыҙ. Бишенсенән, заманса медицина һәм диагностика ҡорамалдары етештереү буйынса Рәсәй донъяла алдынғы урындарға сығасаҡ».
    «Беҙ, – тип дауам итә артабан Д. Медведев, – фәнни-техник ижадты дәртләндереп, йәш ғалимдарҙы, уйлап табыусыларҙы яҡлаясаҡбыҙ. Инновацион продукт етештергән дәүләт, хосуси компанияларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк. Төрлө илдәрҙән иң яҡшы инженерҙарҙы һәм ғалимдарҙы саҡырып килтерәсәкбеҙ. Яңы технологиялар тәҡдим иткән уйлап табыусы, ғалим, уҡытыусы, эшҡыуар йәмғиәтебеҙҙә иң абруйлы кешегә әүереләсәк. Беҙ – дәүләт, йәмғиәт һәм ғаилә – шундай шәхестәрҙе табырға, тәрбиәләргә һәм үҫтерергә бурыслы.
    Иҡтисади аҡыллыраҡ, һөҙөмтәлерәк була барған һайын граждандарыбыҙҙың тормошо ла яҡшырыр. Сәйәси система иреклерәк, ғәҙелерәк һәм кешелеклерәк була барасаҡ. Демократик дәүләттәрҙәге кеүек, парламент фирҡәләре сәйәси көрәште етәкләп барыр, власта бер-береһен алмаштырыр. Ҡырҡыу социаль мәсьәләләрҙе улар бер-береһен тыңлап, үҙ-ара кәңәшләшеп хел итер. Сәйәси система сәйәси берләшмәләрҙең ирекле ярышында яңырыр һәм камиллашыр. Беҙ бының өсөн тейешле ерлек булдыра башланыҡ инде.
    Йәмғиәтебеҙгә заманса йоғонтоло мәхкәмә (суд) кәрәк. Ләкин яңы хөкөмсөләрҙе (судьяларҙы), прокурор һәм милиционерҙарҙы беҙгә сит ҡитғаларҙан килтермәҫтәр. Уларҙы үҙебеҙгә әҙерләргә, осраҡлы кешеләрҙән арынырға кәрәк буласаҡ».
    Артабан Кремль етәксеһе демографик хәлде яҡшыртыу, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тамырынан үҙгәртеү хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша. «Беҙгә, – ти ул, – быуаттар төпкөлөнән килгән иҡтисади артталыҡты, коррупцияны, дәүләткә һалышып йәшәү кәйефен бөтөрөргә кәрәк. Юғиһә беҙҙә инициатива күрһәтеү етмәй, яңы идеялар ишетелмәй. Бик күп проблемалар, бер-береһенә өйөлөшөп, ҡатмарлаша, фекер алышыу, тәнҡит сығыштарының сифаты түбән».
    Ысынлап та, Кремль башлығы күтәргән мәсьәләләр, унан да бигерәк гүзәл перспективалар менән һәр кем ҡушҡуллап ризалашыр. Ләкин Д. Медведевтың уйланыуҙарында атап үтелгән перспективалар­ҙың нисек ғәмәлгә ашырыласағы тураһында бер һүҙ ҙә булмауы ғәжәпләндерә. Ватан ерлегендә бер ҡасан да күҙәтелмәгән перспективалар ысынбарлыҡҡа әүерелһен өсөн, минеңсә, һәр кемдең тырыш хеҙмәте генә етмәй. Әйтәйек, беҙ, журналистарҙың, крәҫтиәндәрҙең, сәнғәт вәкиленең, эшсенең…
    Яңыраҡ «Независимая газета» Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы рәйесе А. Шохиндың Кремль башлығына Асыҡ хат менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында хәбәр итте. «Инновацион эшмәкәрлекте дәртләндереү буйынса иң юғары эшелондарҙа иң матур һүҙҙәр һөйләүгә күптәр һоҡланалыр, – ти хат авторы. – Ләкин Федераль хөкүмәт уны ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн бер ни ҙә эшләмәй. 2000 йылда В. Путин ил Президенты вазифаһына һайланғанда, был пункт уның иҡтисади программаһының иң мөһимдәренең береһе булды. Туғыҙ йылда, үкенескә күрә, бер ни ҙә эшләнмәгән. Хәҙерге шарттарҙа Рәсәй Финанс министрлығы көрсөккә һылтана». «Аҡса юҡлыҡ һылтау түгел, – ти Шохин, – дәүләт контракттары буйынса компаниялар чиновниктарға дөйөм хаҡтың 30 процентына саҡлы түләргә мәжбүр».
    Тимәк, коррупция һаман да көслө.
    Ә уйлап табыусы, ғалим, уҡытыусының абруйын күтәреүгә килгәндә, был турала Рәсәй Федерацияһы Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намәһендә былтыр ҙа һүҙ ҡуҙғатҡайны. Хатта 2010 йылды «Уҡытыусы йылы» тип атарға кәрәклеге хаҡында ла ысҡындыр­ғайны. 2009 йыл үтеп тә бара, был өлкәлә кемдеңдер ҡыл ҡыбырлатҡаны ишетелмәй. Һылтау бар – көрсөк, аҡса етмәй. Шул арҡала мәктәптәр «оптимизация» кампанияһы аҫтында меңәрләгән уҡытыу­сыһынан ваз кисте. Йөҙҙәрсә, ил буйынса меңдәрсә мәктәп ябылды. Дәүләт, бер нисә тиҫтә миллиард һумды янға ҡалдырыуҙы көҫәп, мәғариф алдында абруйын төҙәтә алмаҫлыҡ дәрәжәлә төшөрҙө. Ошондай шарттарҙа Президент асып һалған гүзәл перспективалар кемде генә ышандыра? Дәүләт ҡулында хәлде ҡырҡа яҡшыртыу ысулдары күп түгел. Мәҫәлән, инновацион продукт етештереүселәргә уңайлы шарттар булдырыу өсөн дәүләттең берҙән-бер мөмкинлеге – ул һалымды кәмерәк түләтеү йәки бер нисә йылға һалым түләүҙән азат итеү. Нефткә хаҡ бик юғары булған йылдарҙа дәүләт быны һис бер ауырлыҡһыҙ эшләй ала ине. Ләкин Тотороҡландырыу фонды сит ил компаниялары акцияларына йүнәлтелде. Бөгөнгө шарттарҙа хөкүмәттең эшҡыуарҙарға һалымды кәметеү юлына баҫыуы шикле, сөнки ҡаҙна былай ҙа таҡыр бит. 2010 йылдың ҡаҙнаһы ла 2007 йылдағынан ике тапҡыр йоҡараҡ булмаҡсы.
    Ә бына уҡытыусылар, уйлап табыусылар, ғалимдарҙың хәлен яҡшыртыу, медицина өсөн иң камил ҡорамалдар етештереү өсөн сығымдарҙы тик ҡаҙнанан ғына алырға мөмкин. Ә ул һай һәм алдағы ике йылда ла ҡалынаймаясаҡ. Дөрөҫ, федераль ҡаҙнаны кәмендә ике тапҡырға күберәк туплау өсөн Рәсәйҙә мөмкинлектәр етерлек. Бының өсөн барлыҡ демократик илдәр өлгөһөндә килемгә прогрессив һәм күсемһеҙ милеккә һалымдар, спиртлы эсемлектәргә дәүләт монополияһы индереү һ. б. зарур. Әйтәйек, йыллыҡ килеме миллион һумдар менән баһаланған «яңы урыҫ» йәки «яңы башҡорт» менән айына 4 – 5 мең һумға эшләп йөрөргә мәжбүр булған граждандарҙан бер тигеҙ 13 процент килем һалымы түләтеү Конституцияһында, Рәсәй – хоҡуҡи, социаль дәүләт, тип яҙылған илде һис кенә лә биҙәмәй. Шул уҡ ваҡытта алдын­ғы илдәр тәжрибәһе булған күсемһеҙ милеккә һалымдың төрлө сәбәптәр менән кисектерелеп килеүе лә бөгөнгө көрсөк шарттарында ғәфү ителгеһеҙ. Ҡаҙна килемдәренең был статьяһы йөҙҙәрсә миллиард һум килтерергә һәләтле, сөнки Рәсәйҙә замок тибындағы йорттар бихисап. Үкенескә күрә, йәмәғәтселек әүҙем күтәргән был мәсьәләне федераль хөкүмәт РФ Дәүләт Думаһы ҡарауына сығарырға йыйынмай.
    Әйткәндәй, үткән аҙнала «Комсомольская правда» гәзите Британия парламентының 250 мең долларҙан ҡиммәт булған күсемһеҙ милеккә өҫтәмә һалым индереү тураһында ҡарар сығарырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте. Ә бит был илдә миллиондарса доллар күсемһеҙ милеккә эйә булған «яңы урыҫтар» байтаҡ. Тимәк, уларҙың Ватаныбыҙ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙан алған килеменең бер өлөшө Британия ҡаҙнаһын тулыландырыуға китәсәк.
    Д. Медведевтың фекерҙәрендә ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа юҡ түгел. Илдә тәрән иҡтисади көрсөк тураһында фекер йөрөтөп, ул бер үк ваҡытта Рәсәйҙең … глобаль процестарға йоғонтоһо кәмеүенә үкенес белдерә. «Демократия институттары ғәмәлдә ойошторолоп, тотороҡланыуға ҡарамаҫтан, – ти ул, – сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел. Беҙ илде тарҡалыуҙан ҡотҡара алдыҡ, ләкин Рәсәйгә террористик һөжүм дауам итә». Президент хатта Рәсәйҙе донъяның төп иҡтисади көсөнә тиңләүгә барып етә, йәғни сағыштырып булмай торған төшөнсәләрҙе сағыштыра.
    Уның граждандарҙы дәүләткә һалышып йәшәргә яратыуҙа ғәйепләүе менән һис кенә лә килешеп булмай. Ни өсөндөр Д. Медведев был күренештең социаль тамырҙарын эҙләп ҡарамаған. Ә бит Рәсәйҙә ғүмер баҡый дәүләт шәхесте баҫырға тырышҡан, унан өҫтөн торған. Төрмәгә япҡан, һөргөнгә оҙатҡан, язалап үлтергән һ. б. Иван Грозныйҙың опричниктары, Петрҙың сиркәү өҫтөнән бойороҡ йөрөтөүе, крепостной хоҡуҡ, колхоздар, Гулаг… Аҙаҡ килеп, демократик институттарҙың сифаты түбән булыу ҙа ошоноң менән аңлатыла. Дәүләт баҫымына түҙергә теләмәгәндәр иһә күптән сит илдәргә китеп бөттө. Медведевтың, илде тарҡалыуҙан ҡотҡарҙыҡ, тигән фекере нимәнән сығып әйтелә? Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҙаллылыҡҡа ынтылышы Мәскәүҙең илде федераль округтарға бүлеп, улар башына генералдарҙы ултыртыу, һәр округта прокуратура, милиция органдары булдырыу менән тамамланыуы яҡшы билдәле. Өҫтәүенә, В. Путин урындарҙа башҡарма властың тағы бер тармағын – федераль идаралыҡтарҙың күп һанлы чиновниктарын үрсетте. Ошондай шарттарҙа юғары граждандар аңына урын ҡаламы икән? Илде йыйыу граждандар араһында килешеү шарттарында (Абрамович, Потанин, Дерипаска, Прохоровтар менән фәҡир­ҙәрҙең килешеп йәшәүен күҙ алдына ла килтереп булмай) түгел, ә көс ҡулланыу иҫәбенә башҡарылды.
    Һүҙ юҡ, Рәсәй Федерацияһы Президентының маҡсаты изге. Өҫтәүенә, ул ашығырға ла йыйынмай. Тик Д. Медведев яңы командаға, фекерҙәштәргә, эҙмә-эҙлекле эш иткән профессионалдарға таянмаһа, уны ла М. Горбачев яҙмышы көтөүе ихтимал. Ә бына граждандар менән, ысынлап та, барыһын да уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү кәрәк. Асыҡтан-асыҡ, яуапһыҙ һорауҙар ҡалдырмай. Ошо мәсьәләне уңышлы атҡарып сыға алһа, бәлки, Дмитрий Анатольевич тарихҡа Александр II кеүек ҡотҡарыусы булып инер.

    Мәхмүт ХУЖИН.
    авторы: admin | 13 октября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Буштың атаһы үлгән
  • Отчетмы әллә һайлау алды программаһымы?
  • Ниңә Рәсәйҙә прогрессив һалым шка ...
  • Үлсәүҙә ике йыл
  • «РӘСӘЙ, АЛҒА!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru