Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ҺЫНАУҘАРҒА ТҮҘӘ АЛДЫҠ! Сәйәсәт
    ҺЫНАУҘАРҒА ТҮҘӘ АЛДЫҠ!Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үтеп барған йылға йомғап яһап, «Беренсе», «Рәсәй» һәм НТВ телеканалдарының һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Президент 2009 йылдағы ваҡиғаларҙы нисек күреүе, уларҙан сығып, ниндәй һығымталар яһауы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ шәхси тормошона ҡағылышлы һорауҙарҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы.

    Нимәгә ирешелде?
    – Илебеҙ өсөн йыл бик ҡатмарлы, һынылышлы булды. Халыҡҡа ла еңелдән тура килмәне. Йылдың иң мөһим һығымтаһы – беҙ көрсөккә ҡаршы тора алдыҡ, үҫеш дауам итте. Планетабыҙҙа ҡупҡан донъя финанс көрсөгән сығыу өсөн Рәсәй сағыштырмаса аҙ хаҡ түләне. Иң мөһиме – беҙ социаль тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалдыҡ, халыҡ вәғәҙә ителәнгән социаль түләүҙәр менән тулыһынса тәьмин ителде. Пенсиялар арттырылған күләмдә түләнә башланы.
    Былтыр инфляция күләме 13 процент тәшкил итһә, быйыл ул 9 процент тирәһе. Йыл бик ауыр башланды, әммә беҙ милли валютаның, банкыларҙың тотороҡлоғон тәьмин итә алдыҡ.

    Нимәгә ирешелмәне?
    – Беренсенән, беҙҙең әлегәсә сеймал баҙарына ҡоролған иҡтисади система үҙгәрешһеҙ ҡала килә. Әлбиттә, был хәл бер йылда ғына хәл ителә алмай, әммә ләкин ул беҙҙең үҫешебеҙҙе тотҡарлаусы булып ҡала. Тулыһынса контролгә алынмаған бер проблема булып эшһеҙлек ҡала.

    Иҡтисад
    – Быйыл беҙҙең иҡтисад, үкенескә күрә, 8,7 процентҡа кәмене. Алдағы йылда үҫеш булыр, тип ышанабыҙ. Аналитиктар фекере буйынса, киләһе йылда үҫеш кимәле 2,5 процент тәшкил итәсәк, ә өмөттәр аҡланғанда, уның биш процент булыуы ла ихтимал. Көрсөктән сығыу бик яй барасаҡ һәм киләһе йылда ниндәйҙер ҙур үҫешкә өмөт итергә лә кәрәкмәҫ.
    Үткән һайлауҙар тураһында
    – Һайлауҙар бик үк «таҙа» үтмәне, ҡайһы бер урындарҙа улар ҙур ҡытыршылыҡтар менән үтте. Бигерәк тә Дербентта хәл ҡатмарлы, шуға ла унда һайлауҙар ҡабаттан үтәсәк. Әммә, дөйөм алғанда, хилафлыҡ күп булған тип әйтеп булмай. Һайлауҙар һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәй буйынса барыһы 450-гә яҡын дәғүә белдерелгән, уларҙың 37-һе буйынса прокуратура саралары ҡаралған.
    Халыҡтың күбеһе тауыш биреү буйынса дәғүәләрен белдерҙе. Уларҙың бюллетендәрҙе һанау системаһына, электрон тауыш биреү ҡумталарына ҡағылышлы һорауҙары булған. Ул шулай булырға тейештер ҙә. Был – демократияның сағылышы.
    Эске эштәр
    министрлығын үҙгәртеү хаҡында
    – Был өлкәлә бик етди үҙгәрештәр кәрәк һәм улар буласаҡ. Әммә шул уҡ ваҡытта Эске эштәр министрлығының һөлдәһен ҡалдырыу зарур. Тиҙҙән ведомствоның эшен камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотоусы, ойоштороу һәм финанс мәсьәләләренә ҡағылышлы указға ҡул ҡуясаҡмын. Министрлыҡтың стуктураһын тағы бер тапҡыр анализлап, кәрәкле урында хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү иҫәбенә хеҙмәттәрен намыҫ менән үтәгәндәргә эш хаҡын тейешенсә түләргә кәрәк булыр.

    Суд һәм төрмә
    – Беҙҙең суд системаһы унар йыллап үҙгәргәне юҡ. Бында ла тәртип урынлаштырырға ваҡыт. Йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған енәйәтселәрҙе законға ярашлы иң ҡаты хөкөм итергә кәрәк, иркенән мәхрүм ителмәйенсә генә төҙәлә алғандарҙы башҡаса язалау мөһим. Кеше 500 һумлыҡ башлыҡ урлаған, уны ике йылға иркенән мәхрүм иткәндәр. Ни өсөн Шул гонаһы өсөн ул төрмәнән яҡшыраҡ булып сығырмы Язаларҙы тормошҡа ашырыу системаһы – ул язалау ғына түгел, кеше төрмәнән сыҡҡас, нормаль тормош менән йәшәп китергә тейеш. Ә кеше һаулығына, ғүмеренә ҡул һуҙыусы енәйәтселәрҙе йәлләмәйенсә язалау кәрәк.

    Кадрҙар
    – Мин кадрҙар революцияһы яҡлы түгел. Кем үҙгәрергә әҙер, кем иҡтисади һәм сәйәси системаны үҙгәртергә кәрәклеген аңлай – улар эшләргә тейеш. Ә кем артабан да ағым ыңғайына йөҙөргә теләй – ундайҙар төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә лә бар, уларға, бәлки, ялға китергә тура килер.
    Кавказдағы
    терроризм
    – Проблема асыҡ ҡала. Әммә беҙ уға тиҙ һәм аныҡ ҡына яуап бирергә өйрәндек. Төньяҡ Кавказдағы төп терроризм усаҡтары юҡ ителде. Һуңғы йылдарҙа бандиттарға ҡаршы көрәшергә лә өйрәндек, әммә төбәктә тормошто яҡшыртыу проблемаһы бар әле.

    Дарыуҙарға хаҡ
    – Дарыу етештереүселәргә һәм дарыухана селтәрҙәренә артыҡ «шашынып» китергә рөхсәт итергә ярамай. Әгәр улар баҙарға бер нимә менән аңлатылмаған юғары хаҡлы дарыуҙар һатыуға сығара икән, был хәлдең социаль шартлауға килтереүе ихтимал. Был өлкәлә лә тәртип урынлаштырасаҡбыҙ. Бынан ары дарыу хаҡтарына контроль индереләсәк.

    Эскелек
    – Минең фекеремсә, руль артында алкоголь эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кисектереү кәрәк. Мин ҡануниәткә тейешле үҙгәрештәрҙе индерергә ниәтләйем. Руль артында бик аҙ ғына миҡдарҙа ла алкоголь ҡулланыуҙы рөхсәт итеүгә әҙер түгелбеҙ. Быға тиклемге норманы ғәмәлдән сығарыу зарур, был хәл руль артында ысын мәғәнәһендә эскелеккә булышлыҡ итә башланы. Беҙҙә сама тигән нәмә юҡ: тәүҙә берҙе төшөрәләр, һуңынан икенсене, өсөнсөнө, ә аҙаҡ – әйҙә, киттек...

    Армия
    – Әле бөгөндән алып Оборона министрының 400-сө бойороғона ярашлы, үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән офицерҙарға өҫтәлмә дәртләндерелеү сараһы күрелә. Өҫтәмә аҡса Көнбайыш илдәрендәге түләүҙәргә тиң. 2012 йылға тиклем бөтә офицерҙарҙы ла яңы хеҙмәт шарттарына күсерергә бурыслыбыҙ. Бындай дәртләндереү өсөн хеҙмәт итеүе лә оят булмаясаҡ. Һәм уларҙан талап та икенсе буласаҡ. Киләһе ун йыл эсендә тулыһынса хәрби техниканы яңыртырға тейешбеҙ. Рәсәйҙең хәрби ҡеүәте юғары кимәлдә булыуы шарт. Көрсөклө йылда ла беҙ ҡораллы көстәрҙе финанслауҙы кәметмәнек.

    Обама менән
    мөнәсәбәт тураһында

    – Обаманы мин көслө сәйәсмән, ҡыҙыҡлы кеше тип иҫәпләйем. Уның менән аралашыуы ла еңел. Беҙҙең арабыҙҙа ышаныслы мөнәсәбәттәр көйләнде, киләсәктә лә шулай булырына өмөт итәм. Ядро ракеталарын кәметеү буйынса яңы килешеү төҙөгәндә ҡайҙалыр улар беҙгә баҫым яһай, ҡайҙалыр беҙ үҙебеҙҙең мәнфәғәтте күҙ уңында тотабыҙ. Шулай булырға тейеш тә. Иң мөһиме, бында һәр бер өтөргә тиклем уйлап эш итергә кәрәк. Килешеүҙе төҙөп, уны раҫлау менән дә һәр яҡ барыбер үҙенең стратегик ҡеүәтен үҫтереү өҫтөндә эшләйәсәк. Был беҙгә лә, американдарға ла аңлашыла. Һәм әлеге фактор ядроһыҙ донъя тураһында һүҙ йөрөтөргә ҡамасауламаясаҡ. Ядроһыҙ донъя – матур һәм дөрөҫ маҡсат. Уға беҙ генә түгел, башҡа илдәр ҙә ынтылырға тейеш.
    «Аҡһаҡ ат»
    клубындағы фажиғә
    – Был фажиғә илке-һалҡылыҡтың иң юғары нөктәһен күрһәтте. Ябыҡ бүлмәлә пиротехника менән шаярыуҙар башҡа ла һыймай, хатта наҙан булһаң да, бының хәүефле икәнен аңларға мөмкин. Киләсәктә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе ведомствоның эшмәкәрлеген регламентлаусы норматив-хоҡуҡи акттар булдырырға кәрәк буласаҡ. Клубты тикшергәндәр, ә ниңә япмағандар Тимәк, тейешле кешеләр ришүәт алған. Был – енәйәтселек, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан фажиғә. Һәм киләсәктә улар ҡабатланмаһын өсөн был фажиғә еренә еткерелеп тикшерелергә тейеш.

    Футбол
    – Йән көйөрлөк еңелеүҙән һуң (Словения менән уйын), нимә генә тимәһендәр, Гус Хиддинк килеү менән беҙҙең йыйылма команда башҡаса уйнай башланы. Беҙгә артабан да йыйылма команда өсөн «көйөргә» кәрәк. Бөйөк Британия менән уйынды ғына хәтергә алығыҙ. Бик яҡшы уйын булды. Шуның өсөн генә тренерҙарына һәм уйынсыларға рәхмәт әйтергә кәрәк. Беҙ хәҙер, кәм тигәндә, Европа футболының ярымграндтары, ә клуб футболына килгәндә, ғөмүмән, барыһы ла яҡшы бара кеүек...

    Яңы йыл тураһында
    – Яңы йылды беҙ өйҙә ҡаршылаясаҡбыҙ. Ҡунаҡҡа ла барырбыҙ ул...

    2009 йыл кешеһе тураһында
    – Беҙҙә ундай кешеләр 1,5 миллион самаһы. Улар – быйыл тыуған барлыҡ сабыйҙар, Рәсәй Федерацияһының граждандары. Улар – тап «2009 йыл кешеләре». Мин уларҙы етеп килгән Яңы йыл уңайынан ҡотлайым! Шундай ҡатмарлы йылда тыуғандары өсөн уларға, афарин, тип кенә әйтәм.

    В. ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: admin | 29 декабря 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Отчетмы әллә һайлау алды программаһымы?
  • Владимир Путин халыҡ менән аралашты
  • Рәсәй Президенты Дмитрий МЕДВЕДЕВ: «Ватаныбыҙ яңыс ...
  • «Башҡортостандағы hәр ғаиләнең hә ...
  • Ике мөҙәткә йомғаҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru