Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Иман
  • Дайджест
  • Сыңғыр
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Заманса федерализм ниндәй булырға тейеш? Сәйәсәт
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «Рәсәй федерализмы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары» секцияһы эшләйәсәк. «Заманса федерализм һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары: сағыштырыу аспекты» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уға әҙерлек маҡсатында ойошторолдо. Был сара шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығына арналды.
    Сараның пленар өлөшөндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе, юридик фәндәр докторы Зөфәр Еникеев, БР Президенты советнигы Сергей Лаврентьев, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, РФ Президенты ҡарамағында Татарстан Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Михаил Столяров һ.б. ғалимдар, фән кандидаттары федерализмға, федератив бәйләнештәргә, ошо юҫыҡтағы проблемаларға ҡағылышлы докладтар менән сығыш яһаны.
    Федератив бәйләнештәргә туҡталғанда шуны билдәләү мөһим: үҙәк менән төбәктәрҙең вәкәләттәрен бүлгән саҡта Конституция нормаларынан тайпылмау бурысы торорға тейеш. Күп милләтле федератив дәүләттең заманына күрә актуаль проблемалары етерлек. БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев әйтеүенсә, федерализмдың тәү сиратта милли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелеүе мотлаҡ. Ундай мәсьәләләр бар.
    Бынан тыш, федераль үҙәк менән төбәктәр араһында бөгөн килеп тыуған хәл-торошто иҫәпкә алғанда, реаль федерализм тураһында һүҙ йөрөтөүе мөмкин түгел. Ә ғалимдар берлеге бөгөнгө Рәсәйгә янаған хәүеф тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тейеш. Донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, федерализм дәүләт һәм йәмғиәттең иҡтисади үҫешенә йоғонто яһап, тотороҡлоҡҡа булышлыҡ итә. Беҙҙең илгә нәҡ ошо кәрәк тә. Әммә үҙәктең төбәктәргә ҡарата сәйәсәте федерализм принциптарынан бер аҙ тайпыла.
    Һуңғы йылдарҙағы тенденция ил субъекттары үҫешенә аяҡ сала. Федерация Советы ҡоролошон үҙгәртеү төбәктәр етәкселәрен дөйөм Рәсәй сәйәсәтендә ҡатнашыуҙан мәхрүм итте. Һөҙөмтәлә Федераль Йыйылыштың Федерация Советы илдең республика, өлкәләре, крайҙары мәнфәғәтенә етерлек эшләмәй. Етмәһә, төбәктәрҙә федераль ведомстволар булдырылыуы, йәғни дәүләт структураһының күп кенә «дубляж»дары барлыҡҡа килеүе чиновниктарҙың артыуына килтерҙе. Бөгөн Рәсәйҙә бюджет федерализмы юҡ. Был халыҡ йәшәйеше сифатына кире йоғонто яһай.

    Михаил СТОЛЯРОВ, РФ Президенты ҡарамағында Татарстан Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы, сәйәсәт фәндәре докторы:
    – Федерализм мәсьәләһен тикшереү бөгөн үтә мөһим күренеш. Бөтә нәмәне үҙәкләштереүҙең төбәктәр өсөн кире йоғонтоһон һанап бөтөрөрлөк түгел. Үкенескә күрә, ил унитар дәүләт булып бара. Федерализм Рәсәй Конституцияһының 1-се статьяһының 1-се өлөшөндә нығытылған («Рәсәй Федерацияһы – Рәсәй идара итеүҙең республика формаһы булған демократик федератив хоҡуҡи дәүләт»), ә Конституцияның тәүге ун алты статьяһы референдумһыҙ үҙгәртелмәй.
    Бөгөн ил Конституцияһын үҙгәртеүгә ынтылыш көсәйеп бара. Был юҫыҡта төбәктәрҙе эреләтеү процесын миҫалға килтерергә мөмкин. Уның ыңғай һөҙөмтәһе юҡ кимәлдә. Этностарға кире йоғонтоһо ғына бар. Мәҫәлән, Коми-Пермяк Автономиялы Округы бар, халыҡтарына ла иғтибар итәләр ине, был төбәкте эреләттеләр һәм коми ҙа, пермяк та онотолдо. Ил субъекттарын эреләтеүҙең ошондай һөҙөмтәһен булдырмаҫ өсөн ғәҙәти демократияға, йәғни бөтә нәмәне үҙәкләштереүҙән туҡтап, төбәктәргә урында идара итеү мөмкинлеге бирелгән федератив дәүләт ҡоролошона әйләнеп ҡайтырға кәрәк.
    авторы: admin | 24 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яуап табаһы һорауҙар күп йыйылды
  • Федератив мөнәсәбәттәрҙе көйл ...
  • Милли сәйәсәт һәр саҡ иғтибар  ...
  • Федерализм нигеҙе
  • Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru