Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Йондоҙнамә
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • иң ҙур байлыҡтары – балала Сәйәсәт
    Ер йөҙөндә әсәйҙән дә бөйөк, илаһыраҡ зат юҡтыр. Тереклек, кешелек бишеге, донъя тотҡаһы − гүзәл заттарҙа. Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Республика йортонда БР Президенты ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алған әсәләр ҙә үҙҙәренә ҡарата булған хәстәрлекте, хөрмәтте бүләкләү тантанаһында ла тойғандыр. Абруйлы исемгә республиканың район-ҡалаларынан килгән 60-тан ашыу әсә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында һауынсылар, икмәк бешереүселәр, почтальондар, социаль хеҙмәткәрҙәр кеүек һөнәр эйәләре менән йорт хужабикәләре лә бар.

    Әсәйҙәрҙе оло бүләккә лайыҡ булыуҙары менән тәбрикләп, республика башлығы Рөстәм Хәмитов: «Һеҙ, һис шикһеҙ, был бәләкәй генә награданы алыуға лайыҡһығыҙ, күп балалы ғаилә булдырыуҙағы тырышлығығыҙҙы беҙ юғары баһалайбыҙ. Беҙ биргән награда − һеҙҙең бөйөк һәм күренеп бармаған хеҙмәтегеҙгә оло баһа. Республика артабан да күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә иғтибар бүләсәк», − тип билдәләне.
    Президенттың әйтеүенсә, өс бала тәрбиәләгән ғаиләләргә төҙөлөш өсөн ер участкалары бүлеү тураһында закон камиллаштырылыу өҫтөндә. Балалар баҡсалары төҙөлөшө өсөн бюджеттан 9 миллиард һум аҡса бүленгән.

    Түштәренә тантаналы шарттарҙа Президент ҡулынан миҙал алып таҡҡан әсәләрҙең йөҙө ҡояштай балҡыны. Бәхетле миҙгелдәр кисергән гүзәл заттарҙың күңелдәре тулы һөйөнөс ине. Улар республика башлығына әсәләргә ҡарата хәс­тәрлеге, хөрмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтергә онотманы. Ейәнсура районының Юл­даш ауылынан килгән Зилбәр Солтанғужина − 5 бала әсәһе. Дүрт малай һәм бер ҡыҙ үҫтерә.

    «Үҙем балаларҙы ныҡ яратам. Улар булмаһа, күңелһеҙ, донъяның ҡото, йәме лә булмаҫ ине. Ауылда колхоз бөттө, эш юҡ. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ. Мал ҡарайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Шәл бәйләп һатыу ҙа донъя көткәндә ныҡ ярҙам итә», − ти ул. Баҡалы районынан килгән 5 бала әсәһе Венера Михеева ла үҙенең донъялағы төп тәғәйенләнешен әсә булыуҙа, балалар үҫтереүҙә күрә. «Донъя малы йыймайбыҙ, булған ғына бар байлығыбыҙ − балаларыбыҙ», − ти ул ғорурлыҡ менән.
    Йәмғиәт һәр саҡ Әсә, ғаилә усағын һаҡлаусы алдында бурыслы. Уларҙың күҙҙәрендә һәр саҡ нурҙар балҡып торһон, бәхет-шатлыҡ йәнәшендә йөрөһөн өсөн хәстәрлек солғанышында йәшәү ҙә мөһим.
    Күп бала табып үҫтереүгә йөрьәт иткән әсәләрҙең бала бағыу хеҙмәте лә оло батырлыҡ.

    З. ЙӘҺҮҘИНА.
    Ю. КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: admin | 8 мая 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хәүефләндерҙе
  • Хәҙистәр
  • Иң шәп поездар беҙҙә буласаҡ
  • Мәҙәктәр
  • Битараф булмағыҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru