Ир аҫылы эштә беленә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һиндостан илсеһе Өфөнөң саммитҡа әҙер булыуын белдерҙе Сәйәсәт
    Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хә­митов Республика йортонда Һиндос­тандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Пунди Шри­нивасан Рагхаванды ҡабул итте. Ос­рашыуҙа сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлештәре ҡаралды.
    Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, былтыр Һиндостан менән Башҡортостан бизнесы араһында бәйләнеш бик юғары кимәлдә булып, сауҙа күләме 400 миллион доллар­ға еткән. Был 2013 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Киләһе йылдарҙа ошо һанды тағы ике тапҡырға арттырыу ниәте бар.
    Рөстәм Хәмитов һәм Пунди Шринивасан Рагхаван хеҙмәттәшлек өсөн уңышлы йүнәлештәрҙе барланы. Баш­ҡортостан Һиндостандан инвесторҙар йәлеп итергә теләй. Дарыуҙар, пластик төргәктәге инфузия иретмәләрен етештереү буйынса завод төҙөү кеүек хеҙмәттәшлек өлкәләрен ҡарарға мөмкин. Әлбиттә, инвестиция менән килеүселәргә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Һиндостан мамыҡ, туҡымалар, иләнгән йөн, күн продукцияһы етештереүҙә уңышлы эшләй. Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексы ярайһы бай. Ауыл хужалығында ла ҡыҙыҡлы проекттар бар. Фармацевтика өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә мөмкин. Һиндостан илсеһе мәғариф буйынса бәйләнештәрҙе лә иҫәпкә алды. Бөгөн беҙҙә 65 һинд студенты юғары белем ала.
    Быйыл 9 – 10 июлдә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС) һәм БРИКС саммиттары Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға булышлыҡ итәсәгенә шик юҡ. Пунди Шринивасан, иҡтисади хеҙмәттәшлекте ил кимәлендә генә түгел, төбәктәр кимәлендә лә киңәйтергә кәрәк, тип белдерҙе.
    Башҡортостан Һиндостанға машиналар һәм ҡорамалдар (авиация двигателдәре), химия һәм металлургия сәнәғәте продукцияһы һата. Ә органик булмаған химия продукцияһы, металл изделиеларын, машиналар эшләү өсөн ҡорамалдарҙы һиндтарҙан һатып ала. Республикала Һиндостан капиталына 10 предприятие эшләй. Рагхаван әфәнде һүҙҙәренсә, баш ҡалабыҙ әле үк саммиттарға әҙер.
    авторы: admin | 9 февраля 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Марокко ҡул һуҙымында ғына
  • Швейцария илсеһе менән осрашыу
  • Швейцария делегацияһы – башҡорт ерендә
  • Рәсми хроника
  • Инвестицион үҫеш өҫтөнлөгө
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru