Етеҙ үҙен бөтөрөр, әкрен эшен бөтөрөр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәҙистәр
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һорауҙарға тура яуаптар Сәйәсәт
    Һорауҙарға тура яуаптарВладимир Путин беҙҙең ил тө­бәктәренән генә түгел, ә донъяның төрлө мөйөшөнән йыйылған 1392 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле менән осрашҡанда яңғыраған һорауҙарға, һәр ваҡыттағыса, мөмкин тиклем тулыраҡ та, анығыраҡ та яуап бирергә тырышты. Дөйөм ал­ғанда, һорау­ҙарҙың күбеһе йыл буйына әллә нисәмә тапҡыр күтәрелгән темаларға булды. Журналистарҙы Украина, Сүриә, Төркиәгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡыҙыҡһындыра, ил иҡтисадына, көрсөккә, хаҡтарға ҡағылышлыларын да бер нисек тә урап үтеп булмай.
    Беҙ иһә Президент яуаптарының бер нисәүһен генә һайлап алдыҡ. Тос та, ҡыҫҡа ла, бөтәһенә лә “кәрәкле” алты яуапты.

    Иҡтисади көрсөк

    – Бер көләмәстән башлайым әле. Ике дуҫ осрашҡан да, һөйләшәләр икән:
    – Хәлдәр нисек?
    – Аҡ-ҡара һыҙатлы…
    – Әле ниндәйе һуң?
    – Ҡараһы.
    Ярты йыл үткәс, тағы осрашалар.
    – Шунан, хәлдәр? Беләм аҡ-ҡара һыҙатлы икәнен, әле ниндәйе?
    – Ҡараһы.
    – Теге ваҡытта ла ҡараһы ине бит.
    – Юҡ, ул саҡта ағы булған икән шул…
    Бына беҙҙә лә әле шундай хәл. Былтыр яңы йылға пландар ҡорғанда, көрсөктән нисек сығыу юлын эҙләгәндә, иҡтисадыбыҙҙың тышҡы факторҙарға, экспорт тауарҙары – нефть, газ, химия, ашламалар – хаҡына бәйле икәнен күҙ уңында тоттоҡ. «Брент» маркалы нефть барреленең хаҡы 100 доллар булырын күҙалланыҡ. Хәҙер иһә баррель хаҡы 38 доллар. Тимәк, беҙ бюджетта нимәнелер үҙгәртергә мәжбүрбеҙ.

    Татарстанда Президент атамаһының киләсәге

    – Беҙҙә шулай тиҙәр – хет көршәк тип әйтегеҙ, тик мейескә генә тыҡмағыҙ. Был Татарстандың үҙенең эше. Мин быны милли тойғоларға тейер тип уйламайым. Кавказ халыҡтары милли тойғолары өсөн нисек көйә? Әммә хатта Чечня ла: “Беҙҙең илдә бер Президент булырға тейеш, ә республикабыҙҙа беренсе вазифалағы шәхесте башҡаса атаясаҡбыҙ”, – тине. Был чечен халҡының ҡарары булды. Беҙ Татарстан халҡының да теләһә ниндәй һайлауына ихтирам менән ҡараясаҡбыҙ. Үҙегеҙ хәл итегеҙ, яраймы?

    Төрөк властарының аҙымы

    – Улар бәреп төшөргән беҙҙең самолетҡа ҡарата, был “дуҫ булмаған” акт түгел, ә дошманлыҡ. Беҙҙең кешеләр үлде.
    Әгәр был бәхетһеҙ осраҡ булһа, бер хәл. Ундай саҡта ни эшләйҙәр? Шундуҡ телефонды алалар ҙа, бер-береһе менән аңлашалар. Ә Брюсселгә барып, беҙгә һөжүм итәләр, тип ҡысҡырмайҙар. Беҙ кемгәлер тейҙекме? НАТО-ға арҡалана башланылар. Ә был НАТО-ға кәрәкме? Юҡ.

    Ауыл хужалығы һәм фермерҙар

    – Агросәнәғәт комплексы үҫеше йүнәлештәре буйынса барған бәхәстәрҙә, ҙур етештереүселәрҙе үҫтерергә кәрәк, фермерҙар илде сифатлы һәм тейешле күләмдә тәьмин итә алмаҫ, тиҙәр. Әммә, һис шикһеҙ, фермер хужалыҡтарына ла булышлыҡ итергә тейешбеҙ. Улар аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә тос өлөш индерә. Булышлыҡ итеү мөһим. Мин күп тапҡыр әйттем – агросәнәғәт комплексына ярҙам буйынса саралар, шул иҫәптән финанс­лата ла, бер һүҙһеҙ үтәләсәк.

    Пенсия йәше

    – Мин пенсия йәшен оҙонайтыуға һәр ваҡыт ҡаршы булдым. Әле ул әкренләп түрәләр өсөн арттырыла. Ил, төбәк һәм муниципаль кимәлдәге чиновниктар 65 йәшкәсә эшләйәсәк. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар 55 йәшкә еткән икән, тимәк, яңыса ул 55 йәш тә 6 айҙан һуң хаҡлы ялға сығасаҡ. Йәғни яртышар йыллап оҙонайтыла. Ә бөтәһен дә иҫәпкә алғанда, әле ваҡыт етмәгән.

    Ҡыҙҙары


    – Улар бер ҡасан да “йондоҙ балалары” булманы, Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттарын тамамланылар, әле лә илдә йәшәйҙәр. Сәйәсәт һәм бизнес менән шөғөлләнмәйҙәр. Үҙ тормоштары менән йәшәйҙәр һәм быны лайыҡлы эшләйҙәр.

    А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
    авторы: admin | 23 декабря 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рәсәй иҡтисадында парадокс йәки Илебеҙҙ ...
  • Рәсми хроника
  • НИСЕК ФЕРМЕР БУЛЫРҒА?
  • «Көрсөк беҙгә ҡурҡыныс түгел»
  • «Граждандарға минең өсөн оят түгелдер»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru