Балтасының өйө терәүле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
  • Яңылыҡтар
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ФОРУМ ТАМАМ. ҮҘГӘРЕШТӘР БУЛАСАҠ Сәйәсәт
    ФОРУМ ТАМАМ.  ҮҘГӘРЕШТӘР БУЛАСАҠ Беҙҙең илдә торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса бурыс 20 миллиард һумға еткән! Ҡолаҡҡа киртеп ҡуйырға кәрәк – киләһе йылда был тармаҡта тарифтар 4 процентҡа артасаҡ. Тағы ла бер яңылыҡ – квитанцияларҙағы “дөйөм йорт ихтыяждары” (ОДН) тигән түләү бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Был яңылыҡтарҙың барыһы ла баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холда “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” Бөтә Рәсәй форумы барышында билдәле булды. Сараны Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте ойошторҙо. Унда йәмәғәт ойошмалары, бизнес, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүсе компаниялар вәкилдәре, Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты етәкселәре, Рәсәй субъекттары вәкилдәре — илдең 80 төбәгенән 500 самаһы делегат ҡатнашты.
    Ҙур өмөт уятырлыҡ итеп, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” тип аталған форумдың тәүге көнөндә пленар ултырышта тармаҡтың 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы менән таныштырҙылар, “Ремондис” компанияһы менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо. Форум ике көн дауам итте. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы вәкилдәре һәм Дәүләт Думаһы депутаттары журналистар менән осрашып, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Сара барышында торлаҡ ҡануниәтендәге яңылыҡтар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәктәренең эше, “Грамоталы ҡулланыусы мәктәбе” проектын ғәмәлгә ашырыу, авария хәлендәге торлаҡ, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү, капиталь ремонт үткәреү кеүек мөһим мәсьәләләр тикшерелде.
    Сара пленар ултырыш – бизнес вәкилдәренең роуд-шоуы менән дауам итеүе менән ылыҡтырҙы. Ни тиһәң дә, спикер­ҙар араһында – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Олег Машковцев, Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Михаил Евраев, Рәсәй Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев, Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Сидякин һәм компанияларҙың генераль директорҙары булды.

    Кем тейеш?

    Форум барышында капиталь ремонт өсөн кемдәрҙең аҡса түләргә тейешлеге тураһында күп һөйләшеү булды. Хәҙер был мәсьәлә буйынса аныҡ ҡанундар бар. Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень билдәләүенсә, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары капиталь ремонт өсөн һалынған сумманың 50 процентын түләүҙән азат ителә. Әйткәндәй, инвалидтар башҡа коммуналь түләүҙәр буйынса ла шундай уҡ льготалар менән файҙалана. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һәм яңғыҙ йәшәүсе 70 – 80 йәшлек пенсионерҙар ҙа капиталь ремонт өсөн билдәләнгән сумманың яртыһын ғына бирергә тейеш. Ә инде йәше 80-дән артҡан яңғыҙ пенсионерҙар был түләүҙәрҙән тулыһынса азат ителә.
    Әлбиттә, капиталь ремонт өсөн түләү – халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырыусы мәсьәләләрҙең береһе. Ләкин был программа артабан да эшләйәсәк. Башҡа сара юҡ.
    – Әгәр биш-ете йыл элек был тармаҡта бер ниндәй ҙә аҙымдар эшләмәгән булһаҡ, һөҙөмтәләр насар булыр ине. Быйыл йыл аҙағына 20 мең самаһы йортта ремонт эшләнә, был яҡшы күрһәткес. Кешеләр үҙҙәренең йорттарының хужаһы икән, квадрат метрҙары өсөн яуап­лы булырға ла тейеш. Шәхси йорттарҙа йәшәүселәр ремонтты һәр ваҡыт үҙ аҡсаһына үткәрә, дәүләттән ярҙам һорамай. Социаль яҡтан яҡлауһыҙ булмағандарынан башҡалары, әлбиттә, уларға айырым ярҙам күрһәтелә. Капиталь ремонт программаһы үҙгәрмәйәсәк, уны тормошҡа ашырыу өсөн артабан да эштәр дауам итә, – тине Михаил Мень.

    Ипотека

    Әлеге ваҡытта беҙҙең илдә һәр өсөнсө фатир ипотека программаһы буйынса алына. Йыл башында күп кенә белгес ипотека алыусыларҙың күпкә, хатта дүрт тапҡырға кәмейәсәген фаразлағайны. Һәр өсөнсө фатирҙың тап бурысҡа алын­ғанлығын иҫәпкә алһаң, был фараздар тормошҡа ашҡанда торлаҡ баҙарында ысын фажиғә булыр ине. Ярай әле көрсөккә ҡаршы ҡабул ителгән Хөкүмәт программаһы эшләне. Уның буйынса ипотека проценттарына субсидиялар бирелде. Михаиль Мень билдәләүенсә, үтеп барған йылда ипотекаға алынған һәр дүртенсе фатир хужаһы субсидиялау программаһын файҙаланған. Шуға ла ипотека кредитының йыллыҡ проценты 12-нән артмай. Хөкүмәт программаһы 2015 йылдың апреленән 2016 йылдың шул уҡ айына тиклем эшләй. Уны артабан да оҙайтасаҡтармы-юҡмы – әлегә билдәле түгел. Аныҡ ҡарар март айҙарында ҡабул ителәсәк. Әгәр банктар үҙҙәре үк юғары проценттар ҡуймаһа, программаны дауам итеү мохтажлығы юҡ. Ҡыҫҡаһы, субсидиялау программаһы артабан эшләйәсәкме-юҡмы икәнлеген әйтеү әле иртәрәк.
    “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” тип аталған Бөтә Рәсәй форумы барышында баш ҡалалағы Рудольф Нуриев исемендәге урамда төҙөлгән яңы йорттоң хужаларына асҡыс тапшырыу тантанаһы ла булды. Ул йортҡа авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсерҙеләр. Асҡыс тапшырыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень, уның урынбаҫары Андрей Чибис, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмә­тенең вице-премьеры Владимир Нагор­ный, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та ҡатнашты.
    Авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ауыр һәм сетерекле. Башҡортостанда бьл эш ваҡытында, графикҡа ярашлы башҡарыла. Әлеге яңы йорт та сифатлы итеп төҙөлөүе менән ҡыуандыра. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе яңы урындарға күсереү әкрен бара, беҙҙең республика улар иҫәбенә инмәй.

    Рәхмәт!

    Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень менән осрашты. Осрашыуҙа төбәктең төҙөлөш комплексы эше һөҙөмтәләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын реформалау һәм камиллаштырыу мәсьәләләре тураһында һөйләшеүҙәр булды.
    – Беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә яҡшы эшләйбеҙ. Торлаҡ буйынса күрһәткестәр юғары. Быйыл 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Ғөмүмән, бер нисә йыл ошо кимәлде һаҡлап киләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Сәнәғәт төҙөлөшө лә шул уҡ юғары кимәлдә. Инвестициялар ҙа йәлеп ителә.
    Республика Башлығы билдәләүенсә, Башҡортостанда кешеләрҙе авария хәлендәге торлаҡтан күсереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу, капиталь ремонт үткәреү буйынса программалар­ҙы тормошҡа ашырыу әүҙем дауам итә.
    – Торлаҡ төҙөү буйынса күрһәткестәрегеҙ ҡыуандыра. Афарин! Былтыр ошо тармаҡты үҫтереү буйынса илдә рекорд ҡуйылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында быйыл да шундай һөҙөмтәгә ирешеп булмаҫтыр, әммә планды үтәргә кәрәк. Яҡынса 70 – 75 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Михаил Мень. – Иң мөһиме, темп кәмемәй. Ҡала буйлап йөрөп сыҡтым. Төрлө формала халыҡты ипотекаға йәлеп итеү, төҙөүселәрҙең баҙарға яраҡлашыуы хаҡында һөйләнеләр. Был бик мөһим. Ә инде беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙербеҙ.
    Министр Рөстәм Хәмитовҡа Бөтә Рәсәй форумын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт тә белдерҙе.
    – Бөгөн ике йылда министрлыҡ тарафынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһына индерелгән яңылыҡтар хаҡында һүҙ алып барырға кәрәк. Беҙ башҡа бер нәмәне лә үҙгәртергә йыйынмайбыҙ, – тине Михаил Мень.

    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: admin | 25 декабря 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡышты тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ
  • Иғтибар – торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа
  • Сифатына дәғүәләр бар
  • Ҡышҡа әҙерhеңме?
  • Яңы программа
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru