Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • УРАҘА
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Пенсионерҙарға ярҙам итеү – изге бурыс» Сәйәсәт
    РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведев
    Өфөлә эш сәфәре менән булып ҡайтты


    «Оло булып ололарға өндәш...»
    Республикала граждандарҙы социаль тәьмин итеү эше менән танышыу маҡсатында килгән вице-премьер иң тәүҙә Өфөнөң өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар йорт-интернатында булды. Уның 125 урынға иҫәпләнгән яңы ятаҡ корпусы – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы айҡанлы төҙөлгән мөһим социаль объекттарҙың береһе.
    Шулай итеп, оҙаҡламай интернат даими ярҙамға мохтаж 235 кешене һыйындыра аласаҡ. Интернатта йәшәүселәрҙең уртаса йәше – 79 йәш, унауһының йәше 90-дан уҙған. Бала саҡтан уҡ инвалид булған йәш кешеләр ҙә бар. Уларҙың һәммәһе өсөн дә интернатта комплекслы социаль, медицина, көнкүреш һәм хоҡуҡи хеҙмәтләндереү ойошторолған. Яңы корпуста компьютер кабинеты, тренажер залы, һауыҡтырыу физкультураһы өсөн бүлмә, тегеү оҫтаханаһы һәм башҡалар бар.
    – Шуныһы әһәмиәтле, был – өлгө итеп күрһәтерлек берҙән-бер учреждение түгел. Республикала бының кеүек йорттарҙың тулы селтәре булдырылған, – тине Дмитрий Медведев, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов менән бергә учреждениеның эше менән танышып сыҡҡандан һуң.

    Пилот проекттарының «оя»һы
    Артабан РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведев РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең эше менән танышты. Уны Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, республика Пенсия фонды идарасыһы Фоат Хантимеров оҙатып йөрөнө.
    Бында беренсе вице-премьерҙың иғтибар үҙәгендә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә эшләгән ҙур «пилот проекттары» булды. Уларҙың береһе – Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә клиент хеҙмәттәрен булдырыу. Республикала көн һайын һигеҙ меңдән ашыу кеше ҡабул ителә.
    Фоат Хантимеров Дмитрий Медведевҡа системаның нисек эшләүе тураһында һөйләне. Төрлө предприятиеға йәки ауылға сыҡҡан пенсия буйынса хеҙмәткәрҙәр барлыҡ кәрәкле техниканы – ноутбук, сканер, принтер һәм башҡаһын ала. Клиент һәр бер урында пенсияның киң хеҙмәтләндереүенән файҙалана ала – страховка полисын күрһәтеү генә кәрәк.
    Фоат Хантимеров әйтеүенсә, бындай «нөктә»ләрҙе теләгән һәр ерҙә, хатта иң төпкөл ауылдарҙа ла эшләргә була. Бының өсөн элемтәнең GSM стандартында булыуы ғына шарт.
    Башҡортостанда уйлап табып ғәмәлгә ашырылған был проект бөгөн ике тиҫтәгә яҡын субъектта эшләй.
    Ғөмүмән, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проекттары байтаҡ. Әйтәйек, проекттарҙың береһе буйынса страховкаланған кешеләргә мотлаҡ пенсия страховкаһының шәхси иҫәптәре буйынса мәғлүмәт бирелә. Дмитрий Медведевты Пенсия фонды органдары структураһын заман технологияларын файҙаланып ҡулайлаштырыу проекты ла ҡыҙыҡһындырҙы. Уның маҡсаты – функцияларҙы төрлө кимәлдәргә бүлеп йөкмәтеү. Төбәк кимәленә – пенсия менән тәьмин итеү процесының бурыстары йөкмәтелә; район органдары халыҡты хеҙмәтләндереү һәм беренсел документтар йыйыу менән шөғөлләнә; район-ара кимәлдә иһә һәр бер пенсионерға һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр алыусыларға электрон түләүҙәр булдырыла. Был эш тиҙ арала яңынан иҫәпләү һәм индексация үткәреү мөмкинлеге бирәсәк.
    Бөгөн РФ Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Ул 1 миллион 21 мең пенсионер, ай һайын аҡсалата түләүҙәр алыусы 406 мең кешене хеҙмәтләндерә, страховкаланған 3,8 миллион кешенең һәм 200 мең страховкалаусының шәхси иҫәбен алып бара. 2007 йылдың башынан алып бүлексә ике һәм унан да күберәк бала тапҡан ҡатындарға «Әсәлек капиталы»на 20 меңгә яҡын дәүләт сертификаты тапшырған.
    Дмитрий Медведев бүлексәнең эшенән ҡәнәғәт ҡалды. БР Президенты Мортаза Рәхимов менән әңгәмәһендә ул:
    – Иң мөһиме, был система, тәү сиратта, пенсионерҙар өсөн уңайлы ойошторолған. Уларға күп ҡағыҙ тултырырға кәрәкмәй, – тине.
    Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының пенсияларына ҡағылып, Дмитрий Медведев уларҙың ил буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәленә етергә тейешлеген билдәләне.

    Хөкүмәттең иң ҙур бурысы
    Артабан граждандарҙы социаль тәьмин итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған ҙур кәңәшмә үтте. РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев алып барған кәңәшмәлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова, уның урынбаҫары Юрий Воронин һәм федераль округ төбәктәре етәкселәре ҡатнашты.
    – Халыҡтың тормошон мөмкин тиклем нығыраҡ яҡшыртыуға, пенсионерҙарҙы социаль хеҙмәтләндереүгә һәр саҡ тейешле иғтибар бүленә, – тине Дмитрий Медведев, кәңәшмәне асып. – Пенсионерҙарҙың йәшәйешен күҙ уңынан ысҡындырмау, уларға ярҙам итеү – изге бурыстарыбыҙҙың береһе. Һуңғы ваҡытта пенсия күләме ярайһы артты, киләсәктә уны тағы ла арттырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыласаҡ.
    Дмитрий Медведев пенсияның страховка һәм база өлөштәренең артыуы, Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһенең юғары кимәлдә эшләүе тураһында әйтеп үтте. Уның әйтеүенсә, һуңғы ете йылда пенсия күләме 1,7 тапҡырға артҡан. Федераль һәм төбәк кимәлендә дарыуҙар менән тәьмин итеү, санатор-курорт тәьминәт һәм башҡа системаларҙағы программалар тормошҡа ашырыла башлаған.
    Башҡортостанда үткәрелгән социаль сәйәсәт менән таныштырып, Башҡортостан Президенты:
    – Республикала 4 млн 51 мең кеше йәшәй, уларҙың 19 проценты эшкә һәләтле йәштән уҙған. Йыл һайын халыҡты социаль яҡлау мәсьәләһен хәл итеүгә күп аҡса бүленә. Социаль сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше – өлкән йәштәгеләргә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына даими дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Улар федераль ҡануниәттә билдәләнгән бөтә төр пособиены һәм льготаны тулыһынса ала. Республикала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр булдырылған, уны айырым категорияларға ҡараған башҡа һуғыш ветерандары ла ала, – тине.
    Дөйөм алғанда, 50-гә яҡын йүнәлештәге социаль ярҙамды 800 меңдән ашыу граждан ала. Республиканың социаль хеҙмәтләндереү системаһы 97 учреждениенан тора. 21 йорт-интернатта алты меңгә яҡын кеше йәшәй. 2006 йылдан республикала «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Дмитрий Медведев һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусы башҡа чиновниктар Башҡортостандың был тәжрибәһе менән айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһынды.

    * * *
    Социаль мәсьәләләргә арналған эш сәфәренең һуңында РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев Волга буйы федераль округының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты.
    Бер сәғәттән ашыу дауам иткән матбуғат конференцияһындағы яуаптарына ҡарағанда, вице-премьер Өфөләге сараларҙан, Башҡортостандың социаль проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәжрибәһенән ҡәнәғәт ҡалған.
    Г. ИЛЬЯСОВА.
    Х. СӨНӘҒӘТУЛЛИН фотоһы.
    авторы: админ | 28 февраля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Индексация көтөлә
  • ПЕНСИЯНЫ АЛДАН ТҮЛӘЙҘӘР
  • Хеҙмәт пенсияһы артасаҡ
  • 2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы?
  • Әгәр һайлау ошо йәкшәбелә үтy ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru