Буйына ҡарама, ҡулына ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорттар Парижды яулай Сәйәсәт
    Ошо көндәрҙә республика тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе - ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостандың презентацияһы үтә. «Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә» тип аталған сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнаша. Делегация составына фән, мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ингән.
    Францияның баш ҡалаһында Башҡортостан делегацияһы Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле Владимир Каламанов менән осрашты. Осрашыуҙа Каламанов әфәнде, Рәсәйҙең терәге булған Башҡортостандың фәнни һәм милли-мәҙәни потенциалды һаҡлау, милли мәғарифты үҫтереү йәһәтенән тәжрибәһе ЮНЕСКО өсөн бик ҡыҙыҡлы, тине. БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов Каламановҡа ошо ҙур һәм мәртәбәле сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн Президентыбыҙ, Хөкүмәтебеҙ һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай исеменән рәхмәтен еткерҙе. Рафаэль Ибраһим улы, презентация мәлендә Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең дә иҡтисади-социаль һәм рухи-мәҙәни йөҙө тейешле кимәлдә сағылыр, тигән өмөтөн белдерҙе.
    Владимир Каламанов иһә ЮНЕСКО менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлегенең ҙур башланғыстарға нигеҙ һаласағына шиге булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
    Эшлекле осрашыуҙа ЮНЕСКО һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы Меморандум хаҡында ла һүҙ барҙы. Каламанов әфәнде билдәләүенсә, Меморандум төҙөү - Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәрен тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәтенә баһа ғына түгел, ойошманың генераль директоры Коитиро Мацуура әфәнденең республикаға ҡарата хөрмәтенең дә сағылышы ул.
    Рәсми осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы Сент-Женевьев-де Буа зыяратында яҡташыбыҙ, мәшһүр балет бейеүсеһе Рудольф Нуреевтың ҡәберенә сәскәләр һалды. Ошо уҡ көндө БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов Рәсәйҙең Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Авдеев менән осрашты.
    Һуңынан ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында ЮНЕСКО һәм республика ғалимдары ҡатнашлығында «Башҡортостанда мәҙәниәт һәм тел плюрализмы» тип аталған фәнни семинар үтте.
    Бөгөн презентацияның төп һәм мөһим өлөшө: «Ҡурай тылсымы» күргәҙмәһе ойошторола, милли-мәҙәни мираҫты сағылдырыусы күргәҙмәләр эшләй, милли спорт төрҙәре, фән һәм мәғариф, һынлы сәнғәт һәм архитектура өлгөләре күрһәтелә. Кисен Башҡортостан сәнғәт оҫталарының гала-концерты ҡуйыласаҡ. Сараның төп мәле ЮНЕСКО менән Башҡортостан араһында мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек тураһында Меморандумға ҡул ҡуйыу буласаҡ.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    авторы: админ | 27 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге мө ...
  • Президент ЮНЕСКО етәксеһен ҡотланы
  • Үҙ бәхетен үҙе төҙөгә ...
  • Париж башҡорттарҙы көтә!
  • Сәфәрҙәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru