Күптең эше күңелле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хужабикә
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үҙ бәхетен үҙе төҙөгән республика Сәйәсәт
    Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында Башҡортостан Республикаһының өс көн дауамында барған презентацияһы тамамланды.

    «УРАЛ БАТЫР» ХАЙРАН ҠАЛДЫРҒАН
    Халыҡ-ара сарала төп ваҡиғаларҙың береһе «Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм тел плюрализмы» тип аталған фәнни семинар булды. Унда ЮНЕСКО-ның һәм республикабыҙҙың бихисап абруйлы ғалимдары ҡатнашты.
    Сараны асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО-лағы даими вәкиле Владимир Каламанов көн үҙәгенә сығарылған тема ЮНЕСКО өсөн бик мөһим, сөнки ойошманың төп маҡсаты ла милли мәҙәниәттәрҙе, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү булыуын билдәләне. Башҡортостандағы мәктәптәрҙә тиҫтәнән ашыу тел өйрәнелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
    – Телдәрҙе уҡытыу системаһына ҡағылышлы республика тәжрибәһе хөрмәткә лайыҡ һәм был тәжрибә башҡа илдәрҙең мәғариф системаһында ла файҙаланылырға тейеш, – тине Владимир Каламанов.
    Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев Башҡортостанда милләт-ара мөнәсәбәтте һаҡлау һәм нығытыу, милли мәҙәниәттәр үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙырыу, туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлеү – дәүләтебеҙ алып барған милли сәйәсәттең мөһим бер йүнәлеше тип билдәләне.
    ЮНЕСКО Секретариатының матди булмаған мәҙәни мираҫ бүлеге етәксеһе Рик Смитс әфәнде, телде һаҡлау мәсьәләһе буйынса Башҡортостан етәкселегенең позицияһы халыҡ-ара ойошманың сәйәсәтенә тап килә, тине.
    Ике сәғәт дауамында барған семинарҙа республика ғалимдары башҡорт, рус, инглиз һәм француз телендә сығыш яһаны. Докладтарҙа Башҡортостандағы милли тел сәйәсәте, Башҡортостан дәүләтселеге төҙөлөшөнөң тарихы, милли мәғариф үҫеше тураһында һүҙ барҙы.
    Семинар барышында Смитс әфәнденең үтенесе буйынса ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов башҡарыуында Наполеон Бонапарт маршы һәм башҡорт халҡының донъяуи әҙәби мираҫы исемлегенә инерҙәй «Урал батыр» эпосынан өҙөк уҡып ишеттерелде. Быға тиклем төрки телдәрҙе өйрәнгән һәм уларҙы сағыштырып анализлаған, Ҡабарҙы һәм Адыгей халыҡтарының эпостарын өйрәнгән Смитста «Урал батыр» эпосы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
    – Мине был әҫәрҙең башҡорт телендә яңғырауы хайран ҡалдырҙы. «Урал батыр» эпосының тулы йөкмәткеһе менән уның төп нөсхәһенән уҡып, танышырға теләгем уянды хатта. Бындай тарихи әҫәрҙәр тик төп нөсхәләрҙә яңғырарға тейеш тип уйлайым, – тине ул һоҡланыуын йәшермәйенсә.
    Смитс әфәнде күп милләтле республикабыҙға тыныслыҡ, муллыҡ теләне һәм төбәк етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте «Урал батыр» эпосы яҙылған күркәм башҡорт телен һаҡларға булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе.

    «ҠУРАЙ МӨҒЖИЗӘҺЕ»
    Был көндө ЮНЕСКО-ның төп йортонда «Ҡурай мөғжизәһе» күргәҙмәһе эшләне. Бер нисә залда урынлашҡан экспозициялар Башҡортостандың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген һүрәтләне. «Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте» бүлегендә милләтебеҙҙең тормош-көнкүреше генә түгел, йолаға әүерелгән умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, ҡымыҙ эшләү кеүек кәсептәре лә сағылды.
    «Дуҫлыҡ йылъяҙмаһы» өлөшө Башҡортостан тураһындағы фотокүргәҙмәләр, «Ҡурай таждары» балалар ижады күргәҙмәһе, Рудольф Нуреевтың тыуыуына 70 йыл тулыуға бағышланған фото экспозициялар менән берләштерелде. «Милли спорт төрҙәре» бүлеге башлыса милли көрәшкә бағышланғайны. Милли спорт һәм уйындар төрҙәре буйынса ете спорт экспонаты – миҙалдар комплекты, Өфөлә үткән билбаулы көрәш буйынса VI донъя чемпионаты билдәһе – башҡорт бал ҡорто, йүгән, эйәр, ҡамсы, йәйә, уҡтар һәм герҙәр ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара музейына тапшырылды.
    Республикабыҙҙа юғары тиҙлек менән үҫешкән киң мәғлүмәт саралары айырым күргәҙмәлә сағылыш тапты.

    МЕМОРАНДУМДАН – ЭШКӘ
    Көн аҙағында БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов ЮНЕСКО-ның генераль директорының беренсе урынбаҫары Марсио Барбоза менән осрашты. Марсио әфәнде республиканың мәғариф системаһын үҫтереү инициативаһын хуплап ҡаршы алды. Был тәңгәлдә ЮНЕСКО-ға Башҡортостандан өйрәнеү ҙә ҡамасау итмәҫ, тип билдәләне, республиканың матди һәм матди булмаған мәҙәниәттәрҙе һаҡлау программаларында ҡатнашырға теләген һәм әҙерлеген, шулай уҡ үҙенсәлекле тәбиғәт мөйөшө ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫ исемлегенә индереләсәгенә ышаныс, ойошманың Өфөлә Рудольф Нуреев исемендәге халыҡ-ара фестивалде ойоштороуҙа ҡатнашасағын белдерҙе.
    Осрашыу һуңында берҙәм коммюникеға – Хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды. Ҡултамғалар аныҡ эштәргә әүерелергә һәм берҙәм хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәләре һиҙелергә тейеш. Марсио Барбоза республика менән ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне һәм киләсәктә Башҡортостанға мотлаҡ килергә йыйыныуы хаҡында белдерҙе. Республика исеменән Рафаэль Байдәүләтов Марсио Барбозаға Рудольф Нуреевтың Ағиҙел буйында һынландырылған портретын тапшырҙы.

    «БАШҠОРТТАРҘАН ӨЛГӨ АЛҺЫНДАР»
    – Һәр милләткә тигеҙ үҫешергә мөмкинлек, уңайлы шарттар тыуҙырған күп милләтле Башҡортостан моделе башҡа төбәктәргә өлгө булырлыҡ, – тине Рәсәй Федерацияһының Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Авдеев, күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң. Уның фекеренсә, Башҡортостандың был юҫыҡтағы тәжрибәһен, тәү сиратта, «милли аҙсылыҡты» ҡыҫырыҡлаусы француздарға өйрәнергә кәрәк.
    ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында барған сараларҙан Александр Авдеев ҡәнәғәт һәм шат ҡалыуын белдерҙе. «Күргәҙмәләрҙә Башҡортостандың ни тиклем бай, шанлы тарихлы булыуы, башҡорт халҡының йолалары, милли йөҙө сағыла. Бында үҙ бәхетен үҙе төҙөгән халыҡ йәшәй, тигән һығымтаға килергә мөмкин», – тине ул ҙур ҡыуаныс менән.

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов менән ЮНЕСКО-ның генераль директорының беренсе урынбаҫары Марсио Барбоза.

    «Башинформ».
    Олег ЯРОВИКОВ фотолары.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Берҙәмлектә һәм татыулыҡта – беҙ& ...
  • Президент ЮНЕСКО етәксеһен ҡотланы
  • Башҡорттар Парижды яулай
  • Париж башҡорттарҙы көтә!
  • Сәфәрҙәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru