Йүгерек атҡа ял теймәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Дайджест
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Батырлыҡ – ҡандарында Сәйәсәт » Әрме
    Әхмәр Үтәбайҙың: «Ир-егеттән азаматлыҡ китһә, азатлығы бөтә, халҡы бөтә», – тигән һүҙҙәре бар. Уйлыларҙы уйландырмай ҡалмай был фекер, шиғри юлдар күңелде шомға һала. Әйтмәксе лә, батырҙарыбыҙ бахырға әйләнеп бөтһә, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, кемдәргә таянырбыҙ, кемдәрҙән яҡлау эҙләрбеҙ, кемдәрҙә һаҡлау табырбыҙ? Үкенескә күрә, сит илдәрҙең йоғонтоһо арҡаһында бөгөн йәмғиәттә көслө заттың абруйы махсус рәүештә кәметелә, юҡҡа сығарыла: ир-егеттең һүҙе хәҙер һүҙ түгел, ғаиләлә ҡатындар хакимлыҡ итә, уландар әсә итәгенә йәбешеп үҫә. Шунан нишләп ир ҡанаты киҫелмәһен? Ошо бөтә үҙгәрештәргә бирешмәй, әлдә лә аҫыл ир-егеттәребеҙ үҙ асылын һаҡлап алып ҡала. Булдыҡлы ла, аҡыллы ла, эшһөйәр ҙә, ғорур ҙа, сая ла, һөйгәненә терәк, ғаиләһенә ҡалҡан, ата-әсәһенә ғәзиз ул булған башҡорт азаматтарының күплеген раҫлап, «Һай, башҡорт егеттәре!» тип аталған яңы рубрика асабыҙ. Һеҙҙе, гәзит уҡыусыларыбыҙ, төрлө өлкәлә эшләгән төрлө һөнәр эйәләре, төрлө йәштәге аҫыл ир-егеттәр менән даими таныштырып барырға ниәтләйбеҙ. Үҙегеҙҙән дә хаттар көтөп ҡалабыҙ: ғорурланырлыҡ атайҙар, ағайҙар, ҡустылар (улдар, синыфташтар, күршеләр һ. б.) исемен халыҡ белһен, һәр кем уларҙан өлгө алһын.

    1941 йылдың июлендә тәүгеләрҙән булып ил һағына баҫҡан Учалы районының Һәйтәк ауылынан Мөждәбә Шаһиев бер йылдан Витебск янындағы алышта фашистарға әсиргә эләгә. Концлагерҙың тамуҡ ялҡынында ҡурылып-өтөлгән башҡорт егете бер мәлгә лә иреккә сығыу уйынан кире ҡайтмай, йәне-тәне менән азатлыҡҡа ынтыла, илбаҫарҙарға ҡарата үс бәғерен телә. Һәм, ниһайәт, улар, бер нисә тәүәккәл, ҡыйыу кеше, ҡасыу планын тормошҡа ашыра. Мең михнәт кисереп, француз партизандарына барып юлыға совет һалдаттары. Шунан Мөждәбә макизар – француз партизаны булып китә, үҙен аямай арыҫландарса дошманға ҡаршы һуғыша. Француз Ҡаршылығында ҡатнашыусы егеттең күкрәген Францияның «Яугир миҙалы» һәм «Партизан миҙалы» биҙәй. Бөйөк Еңеүгә ҡәҙәр алыштарҙа үҙен һынатмаған Мөждәбә тыуған иленә ҡайтҡас та, һынауҙарға бирешмәй, ныҡлығын, ғәҙеллеккә ышанысын юғалтмай. «Хыянатсы» тигән хурлыҡлы тамғаны 1953 йылға тиклем күтәреп йөрөргә тура килә ҡаһарман йөрәкле яҡташыбыҙға: НКВД хеҙмәткәре килеп, эштән һуң уны ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенә йәйәүләп ҡыуып алып китә, һорау алыуҙар сәғәттәр буйына бара, иртән тағы ла йәйәүләп ҡайтырға ла колхоз эшенә сығырға кәрәк... 1957 йылда Никита Хрущев исеменә Францияның Президенты Шарль де Голдән хат килә. Унда совет яугирҙарына – Франция Ҡаршылығы сафында фашистарға ҡаршы һуғышыусыларға рәхмәт белдерелеп, һәр береһенең исеме күрһәтелгән була. Шул иҫәптән Һәйтәк ауылы егете Мөждәбә Шаһиевтың да. Һәм ул шунда уҡ геройға әйләнә, наградалары, партбилеты кире ҡайтарыла, хатта уның тураһында Свердловск киностудияһы документаль фильм төшөрә. Ошо ҡаһарманлыҡ, тәүәккәллек кеүек һыҙаттар, илгә һөйөү хисе, изге аманат ишеләй, быуындан-быуынға тапшырыла килә, сөнки Мөждәбә Шаһиевтың ейәндәре – Асаф менән Ғаяз, бүләһе Денис хәрбиҙәр тормошон һайлаған. Ғаяз ағайҙың улы Айваз да Санкт-Петербургтағы А. Попов исемендәге хәрби-диңгеҙ институтында уҡый. Дүртенсе курста белем алған яҡташыбыҙ курсант Айваз Фәррәхов – буласаҡ хәрби психолог.
    Бала сағында ул йыш ауырый: йә тымау тейҙереп, хәлһеҙ, күңелһеҙ генә йөрөй, йә быуылып йүткерә, йә юғары температура. Атаһы, аптырағандың көнөнән, исмаһам, һаулығын нығытмаҫмы, тигән уй менән биш йәшлек улын Салауат Тимербаев етәкләгән саңғы секцияһына килтерә. Малайға көн дә балалар йортоноң стадионына йөрөү еңел булмай, әлбиттә. Әммә уға саңғыла шыуыу оҡшай: көсөргәнеш тә яһарға кәрәкмәй, саҡ ҡына аяғыңды ҡыбырлатаһың да шыуаһың да китәһең. Тренер ҙа уны артыҡ ҡаңғыртмай, үҙ яйына ҡуя. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң малайҙың танауы мышҡылдауҙан туҡтай, тамағы ла ауыртмай, йүтәл дә юғала: саф һауала саңғыла йөрөү һаулығын нығыта, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Беренсе синыфҡа һау-сәләмәт бала булып бара, рәхәтләнеп физкультура дәрестәрендә шөғөлләнә. Учалы урта мәктәбенең унынсы синыфында уҡып йөрөгән сағында, урындағы матбуғатта Рауил Йәзәриевтың саңғы секцияһы тураһындағы мәҡәләһен уҡып, шул гәзитте ҡулына тота ла танылған тренерға килә: «Һеҙҙең секцияла шөғөлләнергә теләйем». Рауил Матим улына ныҡыш егет оҡшай һәм ул Айвазды секцияға ҡабул итә. Алдына юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәгән Учалы ауылы егете бәләкәйҙән саңғы секцияһына йөрөүсе егет-ҡыҙҙар менән тиҙ арала уртаҡ тел таба, әммә бергә оҙаҡ шөғөлләнергә, еңеүҙәр яуларға тура килмәй. Бер йылдан татыу төркөм менән хушлаша: Айваз Фәррәхов өсөн белем алыу беренсе урынға сыға, һәм ул дөрөҫ эшләй ҙә – мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай.
    – 2006 йылдың 8 март көнө еңел атлетика буйынса «Учалы гәзите» призына эстафета булғайны, шунда мине, ун беренсе синыф уҡыусыһын, физкультура уҡытыусыһы Ынйы Шаһиморатова беренсе этапҡа ҡуйҙы, – тип һөйләй Айваз. – Тәүҙә ҡатнашырға теләмәнем, сөнки алда имтихандар, күп уҡырға кәрәк. Ләкин мине өгөтләп күндерҙеләр (был эстафетала беренсе этап иң ауыры иҫәпләнә – һигеҙ йөҙ метрҙы юғары тиҙлектә йүгереп үтеү талап ителә – авт.). Старт иғлан ителгәс, еңел генә йүгереп сығып киттем. Артҡа боролоп ҡарайым, бер кем дә мине баҫтырмай, барыһы ла байтаҡ алыҫта ҡалған. Аптыраным, әлбиттә, сөнки беренсе этапҡа береһенән-бере көслөрәк спортсыларҙы ҡуялар. Шул ваҡытта: «Йүгер! Йүгер!» – тип ҡысҡырғандарын ишеттем. Бөттө былай булғас, тимәк, кемдер минең үксәгә баҫа, шуға ла миңә йүгерергә ҡушалар, тип тиҙлекте арттыра төштөм. Инде финишҡа яҡынлағас, кинәт кенә хәл бөттө, аяҡтарға гер аҫтылармы ни. Күҙ ҡырыйы менән генә Рауил Матим улын шәйләнем, тауышын ишеттем: «Әйҙә, әйҙә, Айваз!». Уның һүҙҙәре ярҙам итте, һуңғы тамсы хәлде усҡа йомарлап, иң беренсе эстафета таяғын иптәшемә тапшырҙым. Аҙаҡ ҡына белдем, баҡтиһәң, «йүгер» тип миңә түгел, минән һуң килгән икенсе берәүгә ҡысҡырғандар, имеш.
    Спорт ныҡыш егеткә тәүге бейеклекте лә яуларға ярҙам итә. Башлыса, адмирал һәм генерал­дарҙың улдары уҡыған юғары уҡыу йортона документтарын тапшырғас, әңгәмәләшеүҙе, медицина һәм психологик һайлауҙы еңел үтә. Һуңғы тикшереү ваҡытында бөтә абитуриенттар ҙа физик әҙерлек нормаларына имтихан тота. Күптәр уны тейешле кимәлдә тапшыра алмай, уҡыуҙан тороп ҡала. Ә башҡорт егете, кроста иң беренсе йүгереп килеп, юғары һөҙөмтә күрһәтә һәм автоматик рәүештә юғары уҡыу йортоноң йыйылма командаһына эләгә. Шунан алып ул, офицер күпбәйгеһе буйынса спорт мастерына кандидат, атыу, йөҙөү, йүгереү буйынса ярыштарҙа даими ҡатнаша. Абруйлы юғары уҡыу йортонда белем алыу менән спорт нисек һыйыша, ике юҫыҡта ла алдын­ғылар рәтендә булыу ауыр түгелме, тигән һорауҙарға курсант хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа яуаплай: «Суворов әйтмешләй, уҡыуҙа ҡыйын булһа ла, алышта еңел. Береһе икенсеһенә һис тә ҡамасауламай». Фәррәховтың уйынса, кеше һәр ваҡыт эш менән мәшғүл булырға, һәләттәрен камиллашты­рырға тейеш: «Әгәр көнөң бушҡа үтте икән, тимәк, был артҡа бер аҙым эшләнең, тигән һүҙ».
    Әйткәндәй, Айваздың һәләттәре бының менән генә бөтмәй – ул тик «бишле» билдәләренә генә музыка мәктәбен тамамлаған. Гармунсылар конкурсында йыш ҡына призлы урындар яулаған йәш музыкантҡа уҡытыу­сыһы Шамил Шаһабетдинов ошо өлкәлә яҡты киләсәк юраған, егеттең атаһы юлынан барырға, хәрби булыр­ға теләүен бер нисек тә аңламаған. Ғәҙеллек өсөн шуны ла әйтеп китеү кәрәк, Ғаяз ағай үҙе лә улының теләген өнәп етмәгән, тик ныҡыш Айвазды еңермен тимә, барыбер үҙенекен эшләгән.
    – Алдыма маҡсат алһам, шуны бойомға ашырмайынса ҡуймайым, – тип йылмая әңгәмәсем. – Минең дуҫым Даръял Кәбиров та шундай уҡ ныҡыш. Ул да Учалы ауыл мәктәбен тик «бишле»гә тамамлаған, бер институтта уҡыйбыҙ. Шундай дуҫым булғанға һөйөнөп бөтә алмайым. Ул минең өсөн яҡшы өлгө.
    Әнисә Марат ҡыҙы һәм Ғаяз Аусат улы Фәррәховтарҙың улы Айваз үҙенә тормоштан ни кәрәклеген яҡшы белә һәм ныҡлы аҙымдар менән маҡсатына табан атлай, бейеклектәр яулай. Шуға ла, барыһы ла уныңса булырына шик тыумай. Ул бит еңеүселәр затынан.

    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 17 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яҡты уйлыларҙың йөҙө нурлы
  • Ирәмәл улы
  • «Илебеҙ сәләмәт кешеләр менән көс ...
  • Батыры бар халҡымдың
  • «Мин – бәхетле, хыялым тормошҡа ашты!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru