Ике кәмә ҡойроғона йәбешһәң, береһен дә тота алмаҫһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Донъя яңылыҡтары
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Йондоҙнамә
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфө губернаһы исемен йөрөтөүсе сайттың маҡсаты: Иғтибар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    1. Башҡортостандың бөтә социаль-мәҙәни өлкәһен тотороҡһоҙландырыу. Сөнки был сфера тотороҡлоҡҡа нигеҙләнгән, һәм радикалдар уны күрә алмай. Сайт иһә радикализм менән айырылып тора. Уның өсөн – хәүеф, иртәгәһе көнгә ышанмау хәл-торошо даими ҡуҙғытыла. Сайт биттәрендә фекерҙәр ойошто­роусылар тарафынан ҡыҫҡартыла йә танып булмаҫлыҡ итеп үҙгәртелә. Конструктив комментарийҙар баҫылмай, ә милләткә, шәхестәргә нәфрәт белдергәне тағы ла көсәйтеп бирелә.
    2. Маргинал оппозицияны берләштереүсе «символдар теле» барлыҡҡа килтереү. Был тел республикабыҙ власына ғына түгел, ә тотош башҡорт халҡына ҡаршы йүнәлтелә. Сайтта ошоноң буйынса «эш» әүҙем бара; сайт уйлап сығарылған фәнни нигеҙҙә тыуған һәм Автономиялы Башҡортостан, башҡорт ихтилалдары, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек шәхестәрҙең абруйын төшөрөүгә йүнәлтелгән. Әйткәндәй, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыу тураһында РФ Енәйәт кодексына эләкһә лә, аноним булыу сәбәпле, «имен» ҡала.
    3. Оппозицияның ыңғай фигуралары образын барлыҡҡа килтереү.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аңра ҡарға тамаҡтан ярғансы ҡарҡылдай Башҡортостан, Сәйәсәт

    Аңра ҡарға тамаҡтан ярғансы ҡарҡылдайҺуңғы ваҡытта беҙгә «экстремизм» тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Диндарҙарҙың һәр аҙымын да шуға иҫәпләй башланылар, буғай. Интернетта ла был юҫыҡта сайттар «эшләй». Шундайҙарҙың береһе үҙенә беҙҙең республикалағы хәл-торошто ҡаҡшатыу, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыуҙы бурыс итеп алған. Уны ойоштороусылар, авторҙары (стилдәренән күренеүенсә, иң күбендә 3 – 4 кеше) башҡорт халҡына, Башҡортостанға шундай нәфрәт менән ҡарай. Парадокс кеүек: үҙҙәре ошонда йәшәй, республиканы тыуған ерҙәре итеп һанай, бындағы уңайлыҡтарҙан файҙалана, белем ала һәм алған, дәүләт һәм ошонда йәшәүсе халыҡ мәнфәғәтенә эшләй (йәғни ниндәйҙер ойошмала, предприятиела тир түгә, нимәлер етештерә), ә яҙмаларынан ҡот осҡос дошманлыҡ, йәшәгән төйәккә ҡарата нәфрәт сағыла. Хатта тетрәнеп китәһең. Әшәке сайттарҙың исемен белеү өсөн интернетта эҙләү юлына «башкир», «башкирский язык» тип яҙыу ҙа етә. Позитив мәғлүмәттәр араһында мотлаҡ ағыуын сәскән сайтты табырға мөмкин. Күрәләтә ялған, нахаҡ булғанын белеп тә, үҙебеҙҙең милләт кешеләренең дә шикләнеп китеүенә шаҡ ҡатаһың. Беҙ үҙ тарихыбыҙҙы белеп еткермәйбеҙ, күрәһең. Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек шәхестәребеҙҙең исеменә ҡара яғылғанда, аһ-аһ, ысынлап та, улар шундай булғанмы икән, тип ялғансыларға теләктәшлек күрһәтә яҙабыҙ.
    Тағы ла шуныһы аптырата: күп кенә осраҡта хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлаусылар нахаҡ бәлә яғыусыларға ҡаршы көрәшмәй, ә позитив мәғлүмәт биреүсе, ысынбарлыҡтағы яңылыҡтарҙы яҙыусы тыныс сайттарға (www.yeshlek.ru кеүек) бәйләнергә сәбәп эҙләй. Быны нисек аңларға? Тимәк, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыусыларға теләктәшлек күрһәтәләр булып сыға. Тимәк, республика биләмәһендә ағыу сәсеүсе сайттар РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортос­тандағы идаралығы начальнигы Палагин әфәнденең киң ҡанаты аҫтында эшләй.
    Тағы ла бер нәмә: көҙ көнө Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары генерал-майор Пала­гиндың отставкаға китеүен талап итеп пикетҡа сыҡҡас, шунда уҡ был сайттар Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһен яҡлай башланы.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш» Башҡортостан, Сәйәсәт

    «Республика йылы юғары кимәлдә үтергә тейеш»– Башҡортостанда Пре­зи­дентыбыҙ Мортаза Рә­химов тарафынан Респуб­лика йылы тип иғлан ителгән быйылғы йыл Башҡор­тостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул иткәненән һуң үткән 20 йылға байҡау билдәһе аҫтында уҙасаҡ, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, ведомство коллегияһының 2009 йылға йомғаҡтары һәм 2010 йылға яңы бурыстарына арналған киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап. – Беҙ һеҙҙең менән юбилей сараларының ижади йәһәттән дә, техник планда ла юғары кимәлдә уҙыуын тәьмин итергә тейешбеҙ.
    Илдус Ғөбәйҙулла улы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүҙә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡатнашыуын шулай уҡ төп бурыстар булараҡ билдәләне. Май айында Өфөлә «Еңеү салюты» Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале төбәк-ара этабының гала-концерты үтәсәк. Республикабыҙ ҡала-райондарында ла ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре ҡатнашлығында бик күп сара үткәреү ҡаралған.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    18 – 19 февралдә Башҡорт йәштәре иттифағы пикет ойоштора Яңылыҡтар, Иғтибар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    18 – 19 февралдә Башҡорт йәштәре иттифағы пикет ойоштораФедераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп, Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары пикетҡа сығырға йыйына. Әммә был ваҡиға тирәләй шау-шыу ҡуптармаҫҡа теләүселәр пикетҡа төрлөсә аяҡ салмаҡсы. БЙИ рәйесе Фәүзил Маликовҡа ФИХ хеҙмәткәре шылтыратып: «Беҙҙең етәксенең һеҙгә нимәһе яраманы? Һеҙ барыбер пикет ойоштора алмаясаҡһығыҙ, быны аңлайһығыҙҙыр. Шулай булғас, юҡҡа тырышмаһағыҙ ҙа була», – тигән һүҙҙәрҙе еткерә. Унан тыш та өркөтөүсе табыла. Шулай ҙа башланған эш, бөткән эш – пикет 18 – 19 февралдә көндөҙгө сәғәт өстә Дзержинский һәйкәле эргәһендә, Федераль именлек хеҙмәте идаралығы алдында була.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҙаҡҡаса барасаҡбыҙ!» Яңылыҡтар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    «Аҙаҡҡаса барасаҡбыҙ!»– Һеҙҙең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе булып эшләүегеҙгә байтаҡ йылдар үтте. Ошо йылдар эсендә илдә лә, республикала ла ниндәй генә сәйәси хәлдәр һәм үҙгәрештәр булып үтмәне лә, һеҙҙең етәкселектә БЙИ ниндәй генә сәйәси сыуалыш-солғаныштарҙа ҡатнашып, әүҙемлек күрһәтеп, үҙенең уй-ҡараш-фе­керҙәрен белдермәне?! Әммә быға тиклем бер ҡасан да Федераль именлек хеҙмәтенә ҡаршы сығыш яһағаны булманы. Быға нимә этәрҙе?
    – Заманында Башҡорт йәштәре иттифағы Рәсәй Президенттары Борис Ельцин менән Владимир Путинға ла, БР Президенты М. Рәхимовҡа ла ҡаршы сығыш яһағайны. Шул уҡ ваҡытта беҙ уларҙы яҡлап та сығыш яһаныҡ. Әллә ҡайҙа ятҡан Ираҡта барған һуғыш та беҙҙе битараф ҡалдырманы. «Ҡыҙыу нөктә»ләрҙә хәрби хәрәкәт алып барған Рәсәйгә лә ҡаршы үҙ мөнәсәбәтебеҙҙе белдермәй ҡалманыҡ. Иттифаҡтың Федераль именлек хеҙмәтенә ҡарата быға тиклем бер ҙә берәй төрлө ҡаршылыҡ күрһәткәне, үҙ мөнәсәбәтен белдергәне юҡ ине, сөнки Башҡор­тостан ни тиклем ҡатмарлы юл үтһә лә, Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәкселәре алмашынып торһа ла, уларҙың республика эшенә артыҡ «морон тыҡҡаны» булманы.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башһыҙ башлыҡ бәлә килтерер Яңылыҡтар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    Башһыҙ башлыҡ бәлә килтерерБашҡорт йәштәре иттифағы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы В. Палагиндың отставкаға китеүен талап итә.
    Һуңғы ваҡытта башҡорт милли һәм йәштәр ойошмалары етәкселәре, ағзаларын экстремизмда ғәйепләп, улар эшләгән, хатта йәшәгән ерҙә тентеүҙәр ойош­торған ФСБ хеҙмәткәрҙәре уғата әүҙемләшеп киткәйне. Айырым кешеләр генә түгел, тотош министрлыҡ, ведомство эшмәкәрлегенән дә йөй эҙләргә маташалар. Тағы ла шуныһы – ФСБ хәҙер туранан-тура үҙе ғәйепләүҙәр таҡмай, ә прокуратура, һалым инспекцияһы кеүек структуралар аша эш итә. Йәнәһе, башҡорт йәмәғәт ойошмалары дәүләттән ҙур аҡса алып, йәшерен эштәр башҡарып ята. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы республикалағы татыулыҡты, үҫеште юҡҡа сығарып, болғаныштар булдырырға тырыша.
    Ысынлап та, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡарата башҡорт йәштәре лидерҙары һуңғы осорҙа йыш дәғүә белдерә. «Йәшлек» гәзите лә ошондай саҡта өндәшмәй ҡалыуҙы хупламай. Шуға ла, Башҡорт йәштәре иттифағы белдереүен, мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн автор ҡарамағына ҡалдырып, гәзит битендә баҫыуҙы кәрәк, тип таптыҡ. Беҙ ҙә үҙ еребеҙҙең ысын граждандары һәм республикалағы именлекте, татыулыҡты, Башҡортостандың сәскә атыуын объектив яҡтыртыу – төп бурысыбыҙ.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Төрксой 2010 йылды Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан итте Мәҙәниәт, Сәйәсәт

    2 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Төрки мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошманың (ТӨРКСОЙ) генераль секретары Дюсен Касеинов менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә беҙҙең республика менән ТӨРКСОЙ араһында мәҙәниәт һәм фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, ижади, йәмәғәт ойошмаларының үҙ-ара бәйләнешен киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.
    Дюсен Касеинов һүҙҙәренсә, төрки телле илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары советы 2010 йылды Әхмәтзәки Вәлиди йылы тип иғлан иткән. ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәрендә Әхмәтзәки Вәлиди мираҫын өйрәнеүгә ар­налған ғилми конференциялар, мәҙәни саралар үтәсәк. Бынан тыш, 2010 йылдың майында Истанбулда Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәҙәниәт көндәре уҙғарыласаҡ. Мортаза Рәхимов, хеҙмәттәшлек итеү перспективаларын ыңғай баһалап, донъяның төрки халыҡтары араһында бәйләнештәрҙе артабан нығытыуҙа уңыштар теләне.

    авторы: admin | 4 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әпкәләйҙәр тағы баш ҡалҡытты... Башҡортостан, Сәйәсәт

    Әпкәләйҙәр тағы баш ҡалҡытты...Атаҡлы ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туған – башҡорт халҡының үткән быуат тарихында иң ҡатмарлы, шул уҡ ваҡытта иң сағыу яҙмышлы шәхестәренең береһе. Милләтебеҙҙең үҙаллылығы өсөн ныҡышмалы көрәшкән, буласаҡ Рәсәй Федерацияһының дәүләт ҡоролошон күҙаллаған сәйәсмән, ғалим булараҡ танылған ул.
    «Ә. Вәлидиҙең тормош юлы ХХ быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙан айырыл­ғыһыҙ. Ул үҙ халҡының тарихын ғына өйрәнеп ҡалмай, ә киләсәге хаҡында ла уйлана. Үҙ аллы Башҡорт дәүләте төҙөү көрәшен башлау һәм етәкләү осоронда Әхмәтзәки оҫта сәйәсмән һәм ғәскәр башлығы булараҡ таныла. Шул быуатта башҡорт халҡын бөтә донъяға танытҡан, миллилеген юғалтмайынса сағылдырған бер үҙенсәлекле шәхес ул», – тигәйне билдәле йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр. Хаҡ фекер.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru