Миәкә һәм Балтас райондарына башлыҡтар тәғәйенләнде
Сәйәсәт
Ошо аҙнала Миәкә районы советы Ришат Аҡтуғановты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғанов Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Ғөбәйҙуллин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында баш ветеринар һәм баш зоотехник, «Сулпан» хужалығы, «Оло Кәркәле», «Миәкә һөт заводы» йәмғиәттәре етәксеһе булып эшләгән. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Киләһе һайлауҙарҙа бөтәһенә лә ҡаршы тауыш бирергә мөмкин
Сәйәсәт
2015 йылдың 13 сентябрендә, берҙәм һайлау көнөндә, республикала ҡала һәм ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлау үтәсәк. Был ваҡытта 7355 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлауҙы ойоштороусылар менән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе. Һайлауҙар яңыртылған закон буйынса уҙғарыласаҡ. Мәҫәлән, бюллетендәрҙә «Бөтәһенә лә ҡаршы» графаһы буласаҡ. Ғинуарҙа уҡ участка һайлау комиссияһы резервы составы буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителеүе күҙаллана. Шуға бәйле сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары менән ҙур эш башҡарырға кәрәк.
Сәләмәт тормошто хуплаусы депутат
Сәйәсәт
Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин Башҡортостандан һайланған депутат Марсель Йосоповтың эшмәкәрлеген Рәхмәт хаты менән билдәләне. Марсель Харис улы республиканың социаль әһәмиәттәге программаларын бойомға ашырыуға ҙур өлөш индерә. Яҡташыбыҙ билдәле спортсы, көрәшсе, башҡорт батыры булып танылған атаһы Харис Йосоповтың сәләмәт тормош өсөн һалған тырышлығын дауам итә. Тап парламентарий башланғысы менән Башҡортостанда “Сәләмәт тормош өсөн көрәш” акцияһы ойошторолдо, район-ҡалаларҙа “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” темаһына “түңәрәк өҫтәл”дәр, тренерҙар өсөн семинарҙар, милли көрәш буйынса асыҡ беренселектәр йыш үтеп тора. Республиканың бик күп мәктәбенә Марсель Йосопов исеменән күнекмәләр өсөн көрәш балаҫтары тапшырылды һәм был эш дауам итә.
Саммитты үткәреү ярҙамсылары уҡый башланы
Сәйәсәт
Өфөлә БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтарының саммитында волонтер булып эшләргә теләк белдереүселәр белемен камиллаштыра. Әле тим-лидерҙар, йәғни волонтер командалары етәкселәре уҡытыла. Ирекмән булып эшләргә 9500-ҙән ашыу кеше теләк белдергәйне. Улар араһынан 600-ө 15 – 20 кешенән торған ярҙамсы төркөмдө етәкләргә әҙерлеген дә билдәлә
Ете ҡат үлсә лә, бер ҡат ҡырҡ, тигән әйтем юҡҡа түгел ул
Сәйәсәт
Оят булып китте әле. Ни өсөн, тип һораһағыҙ, яуабын шундуҡ бирәм – мин, социаль селтәрҙә ултырып, Рәсәй иҡтисадына зыян яһайым икән дә баһа! “Бәйләнештә” селтәренә инеүемде әйтәм. Мин һәм минең кеүектәр эш ваҡытында шунда ингән хәлдә, ил иҡтисадына йылына 281,7 миллиард һумдан алып 311,5 миллиард һумғаса юғалтыу килтерә. Бындай ҡот осҡос һанды шәхсән иҫәпләп ултырманым, ә ФБК аудитор-консалтинг компанияһы докладында шулай әйтелә. Былтыр декабрҙә соцселтәрҙә ултырыусылар һаны 51,8 миллион кешегә еткән. Уларҙың һәр ҡайһыһы көнөнә 25,6 минут виртуаль донъяла аралашҡан, шул иҫәптән байтаҡ минутын эш ваҡытында сарыф иткән икән. Ысынмылыр-бушмылыр, әммә миңә килеп, һин күпме ваҡытыңды селтәрҙә үткәрәһең, тип һораусы булманы. Был, моғайын, Рәсәй иҡтисады һаман алға әллә ни “йүгереп” бара алмағаны өсөн аҡланыуҙыр, тип уйлайыҡ та ҡуяйыҡ.
В соответствии с ч.6 ст.63 Кодекса Республики Башкортостан о выборах от 6 декабря 2006 года №380-з редакция газеты «Йэшлек» уведомляет о предоставлении платной печатной площади для размещения материалов предвыборной агитации в период с 10.08.2013 по 06.09.2013. Общий объем еженедельной печатной площади, предоставляемой за плату, составит 10 процентов еженедельной площади, или 2,4 полосы (2160 кв.см). Стоимость платной печатной площади составляет 90 руб. 00 коп. за 1 кв. см без НДС.
Рәмил Бигнов – палатаның рәисе
Сәйәсәт
Ошо көндәрҙә өсөнсө саҡырылыш Йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы уҙҙы. Был сарала палата советы төҙөлөп, уның составы раҫланды, рәйес, рәйес урынбаҫары, комиссиялар етәкселәре һайланды. БР Йәмәғәт палатаһының яңы составында 30 кеше. Шуларҙың 15-е Президент Рөстәм Хәмитов тарафынан раҫланған, ҡалғандары конкурс буйынса һайлап алынған.
Был аҙнала беҙҙе хәүефләндерҙе
Сәйәсәт
Аҙна башында Яҡут (Саха) Республикаһында Ми − 8 вертолеты ҡолау сәбәпле, бөгөн матәм көнө иғлан ителгән. Кисә хәтер көнө лә үткән. Якутск ҡалаһының Ленин майҙанында һәләкәт ҡорбандары исемлеген яҙып, махсус стенд ҡуйылған. Вертолетта 28 кеше булған, шуларҙың 11-е – балалар. Аварияла экипаж ағзаларынан бер нисәүһе, 17 йәшлек егет тере ҡалған, әммә ауыр хәлдәләр. Вертолеттың ҡолау сәбәбе, бәлки, насар һауа шарттары арҡаһындалыр, тип фаразлайҙар. Шулай уҡ һауа транспортының боҙоҡлоғо йә пилоттың хатаһы ла сәбәптәр рәтендә бар. Һәр хәлдә, самолеттар, вертолеттар, ракеталар ҡолауы бер бөгөн түгел. Ғәйеп асыҡланамы-юҡмы, ә кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе дауам итә.