Иртә торған ир уңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суғамаҡ башында
  • Май
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Был аҙнала беҙҙе көйөндөрҙө Сәйәсәт

    Берҙәм дәүләт имтихандарының тест һорауҙары интернетҡа эләгеү сәбәпле, быйыл юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн уртаса балл күләме артыуы мөмкин. Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы имтихан һөҙөмтәләрен тикшереп бөттө, буғай. БДИ биреүселәрҙән юғары баһа алғандар һаны ныҡ артҡан. Был шик уятмай ҡалмай, әлбиттә. Шуға ла вуздар үҙ талаптарын күтәрмәксе булалыр инде. Иҡтисад йүнәлешен һайлап, дөйөм 288 балл йыйған сығарылыш уҡыусыларының уҡыу йортона инәсәк тәүге йөҙ иҫәбенә эләгеүе мөмкин.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күптән кәрәк ине Сәйәсәт

    РФ Президенты Владимир Путин бәлиғ булмағандар араһында традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы тыйған законға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ РФ Енәйәт кодексына “диниҙәрҙең тойғоларын мыҫҡыллаған өсөн яза” төҙәтмәләре индерелде. Бәлиғ булмағандар араһында “ғаилә ҡиммәттәрен” инҡар итеүселәргә – 4 – 5 мең һум, ә вазифалы кешеләргә 40 – 50 мең һум штраф һалынасаҡ. Бындай “эш” менән шөғөлләнеүсе юридик берәмектәргә бер миллион һумға тиклем штраф сәпәйәсәктәр һәм 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлектәренә сик ҡуйыласаҡ. Әгәр ҙә пропаганда киң мәғлүмәт саралары йәки интернет аша барһа, 50 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.

    авторы: admin | 5 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡаҙаҡтарҙан өйрәнәһе бар Сәйәсәт

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Бизнес үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте. Унда «Глобаль иҡтисади үҫеш: үҙ-ара мөнәсәбәт, дәғүәселек, хеҙмәттәшлек» темаһына арналған Vll Бөтә донъя ислам иҡтисади форумы эштәренең һөҙөмтәһе хаҡында һүҙ барҙы. Был форум 7 – 8 июндә Ҡа­ҙағстандың баш ҡалаһы Астанала уҙғарылған. Уның эшендә 45 ил, халыҡ-ара финанс институттары һәм ойошмалары вәкилдәре, күренекле ғалимдар, шулай уҡ ике меңдән ашыу делегат, шул иҫәптән Башҡортос­тандан ун кеше ҡатнашҡан. Улар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Бизнес үҙәге рәйесе урынбаҫары Гөлфинә Юла­манова, «Исмәғил» йәмғиәте етәксеһе ярҙамсыһы Ринат Әминев, «Урал финанс үҙәге» компанияһы директоры Ренат Хиләжев, иҡтисадсы-эксперт, «Баш­комснаббанк» со­вет­нигы Рөстәм Дәүләтбаев, яҙыусы, нар­котик­ка ҡаршы пропаганда белгесе Радмир Хөснөтдинов, «Тор­мош» («Жизнь») хөкүмәт-ара ойошмаһы президенты Айрат Ғүмәров, «Хазина» ойошмаһы директоры Алмас Абдуллин.

    авторы: admin | 1 июня 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    иң ҙур байлыҡтары – балала Сәйәсәт

    Ер йөҙөндә әсәйҙән дә бөйөк, илаһыраҡ зат юҡтыр. Тереклек, кешелек бишеге, донъя тотҡаһы − гүзәл заттарҙа. Күп бала тәрбиәләүсе ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Республика йортонда БР Президенты ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы алған әсәләр ҙә үҙҙәренә ҡарата булған хәстәрлекте, хөрмәтте бүләкләү тантанаһында ла тойғандыр. Абруйлы исемгә республиканың район-ҡалаларынан килгән 60-тан ашыу әсә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында һауынсылар, икмәк бешереүселәр, почтальондар, социаль хеҙмәткәрҙәр кеүек һөнәр эйәләре менән йорт хужабикәләре лә бар.

    авторы: admin | 8 мая 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан Республикаһының яңы Хөкүмәте раҫланды Сәйәсәт

    2010 йылдың 5 авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «БР дәүләт власының башҡарма органдары тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһында күп кенә үҙгәрештәр булды. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ, Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары буйынса БР комиссияһы бөтөрөлдө.

    авторы: admin | 1 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе Сәйәсәт

    Ултырышта төбәк башлығы Хөкүмәттә булып үткән бер нисә кадрҙар үҙгәрешен әйтеп китте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Тажитдинов тәғәйенләнгән. Фәтих Ҡаҙаҡбаев Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһынан үҙ теләге буйынса бушатылған. Рөстәм Хәмитов уға күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм уның тәжрибәһе һәм белеме республикала кәрәк буласағына өмөтөн белдерҙе.
    Ултырышта Рөстәм Хәмитов тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән төп социаль-иҡтисади мәсьәләләргә туҡталды. Урман янғындары һәм ауыл хужалығында ҡоролоҡ менән бәйле хәлдәр тикшерелде. Башҡортостан Президентына ҡоролоҡтан иң ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр иттеләр.

    авторы: admin | 12 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башлыҡ Сәйәсәт

    24 сентябрҙә Дүртөйлө районы муниципаль район советы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы муниципаль районы хакимиәт башлығы вазифаһына контракт буйынса ХӘЙРУЛЛИН Ринат Мәсғүт улы тәғәйенләнде.
    Совет ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Курапов ҡатнашты.
    Ринат ХӘЙРУЛЛИН 1958 йылда Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булып башлай.

    авторы: admin | 10 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыйғыла – яңы башлыҡ Сәйәсәт

    Үрге Ҡыйғы ауылында Ҡыйғы районы муниципаль район советы ултырышы үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тура­һын­да мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Наил Рафаил улы Ибраһимов тәғәйенләнде.
    Наил Ибраһимов 1973 йылда Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. 1996 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң РФ Һаҡлыҡ банкыһының Ҡыйғы бүлексәһендә эшләй. 2000 – 2002 йылдарҙа – РФ Һалымдар һәм йыйымдар буйынса министрлыҡтың Ҡыйғы районы буйынса һалым инспекцияһы етәксеһе.

    авторы: admin | 10 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru