Күп өргән эт тешләмәҫ, күп ҡысҡырған эшләмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Мин тормошто һайлайым
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Кинйә батыр ҡайтты һәйкәл булып Сәйәсәт

    Республикабыҙҙың Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында Емельян Пугачевтың көрәштәше, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы башлыҡтарының береhе Кинйә Арыҫлановҡа тантаналы рәүештә һәйкәл асылды. Скульптура район үҙәгенең төп майҙанында – хакимиәт йорто һәм мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында урынлашҡан. Уның авторы Өлфәт Ҡобағошов был эшкә биш йыл ғүмерен арнай һәм уны тормошоноң төп хеҙмәте тип һанай.
    РФ Федерация Советы ағзаһы Рәмил Исҡужин, һәйкәл асыу тантанаһында сығыш яһап, Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларынан һуң өс быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, халыҡтың тарихты онотмауын, батырҙарын хәтерләүен һәм яратыуын билдәләп үтте.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Краснодар башҡорттары берләшә Сәйәсәт

    Ошо көндәрҙә Краснодарҙа «Ағиҙел-К» Башҡорт милли үҙәге» тип аталған йәмәғәтселек ойошмаһы эшләй башланы.
    Уны асыу тантанаһына Краснодар өлкәһенең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән башҡорттар йыйылды, Башҡортостан вәкилдәре лә булды.
    Үҙәктең төп маҡсаты – Краснодар өлкәһе башҡорттарына туған телен, тарихын өйрәтеү, яҡташтарыбыҙҙы бергә туплау.

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөһим сараларға бай аҙна Милли проекттар, Сәйәсәт, Иҡтисад

    Кисә Өфөлә республика Президенты Мортаза Рәхимов, «АVL List GmbH» фирмаһының вице-президенты Ульф Эрба, БР Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров ҡатнашлығында «AVL» австрия фирмаһы эшләгән универсаль Толпар тәгәрмәсле тракторының презинтацияһы ла үтте. Аҙналыҡтың сағыу сараhы – «Евро-Өфө-Азия – 2007» баш ҡала мода форумы ла тамамланды. Йыл һайын үткәрелеп килгән был ижади конкурс быйыл да Өфөнөң профессиональ стилист, визажист һәм дизайнерҙарын үҙенә йыйҙы.– Был форум – баш ҡала мәҙәни тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө, – тине БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Конкурс йылдан-йыл үҫешә. Быйылғы форумдың «Ҡала халҡы кейемендә халыҡ орнаменты» темаһы яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыуға һәм тупланған тәжрибәләрҙе иҫәпкә алыуға булышлыҡ итә. Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар «Салон-ательеның иң яҡшы коллекцияһы», «Матурлыҡ индустрияһының иң яҡшы салоны», «Иң яҡшы стилист эше» һәм «Иң яҡшы дизайнер эше» конкурстарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.

    авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Федератив дәүләт ҡоролошона нигеҙ һалған республика Сәйәсәт

    Федератив дәүләт ҡоролошона нигеҙ һалған республика
    Совет власы йылдарында 23 март БАССР-ҙың тыуған көнө булараҡ билдәләнде. Был дата Башҡортостан Хөкүмәте менән Үҙәк совет власы араһындағы килешеү (1919 йылдың 23 марты) менән бәйле, йәғни Башҡорт совет автономиялы республикаһының ойошторолоу көнө булараҡ байрам ителә ине. Үҙгәртеп ҡороу заманы килеү менән республикабыҙ тарихының яңы биттәре асыла башланы. Шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихының 1917 йылдың ноябрь – декабрь айҙарына ҡайтып ҡалғанлығы асыҡланды. Быйыл 29 ноябрҙә (иҫкесә 16 ноябрь) ошо тарихи ваҡиғаға – Башҡортостан автономияһы, йәғни Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 90 йыл тула. Бөгөн был тарихи датаны дәүләт кимәлендә билдәләү, пропагандалау көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһелер.

    авторы: admin | 15 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рух аҫылы ята тәрәндә Сәйәсәт, Мәғәриф

    8 ноябрҙә республика балалары өсөн сығарылған «Аҡбуҙат» журналы редакцияhында «Аҡбуҙат» журналының башҡорт телен өйрәнеүҙәге әhәмиәте» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Иң беренсе hүҙҙе журналдың баш мөхәррире Факиhа Туғыҙбаева алды hәм баҫманың рубрикалары, йөкмәткеhенә бәйле традициялары хаҡында hөйләне. Факиhа Һаҙый ҡыҙы: «Журналдың төп маҡсаты –Тыуған илгә, ата-әсәләргә hөйөү тәрбиәләү, үҙ-ара дуҫлыҡты пропагандалау, ысын граждан тәрбиәләү», – тине.
    2007 йыл башында «Аҡбуҙат»тың тиражы – 18 мең дана. Быйылдан уның тышлығы ялтыр ҡағыҙҙа баҫыла. Үҙенең даими авторҙарын булдырған, әленән-әле яңыларын йәлеп иткән журналды бәләкәстәр генә түгел, өлкәндәр ҙә яратып уҡый. Өфөнөң 13-сө башланғыс мәктәп-балалар баҡсаhы мөдире урынбаҫары Альбина Закирова әйтеүенсә, «Аҡбуҙат» – ул ғаилә журналы ғына түгел, ә уҡытыусылар, тәрбиәселәр өсөн методик ҡулланма ла.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru