Алтын ҡәҙерен көмөшсө белер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәҙистәр
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • Йондоҙнамә
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • "Ҡара пиарсы" ҡурсаҡтарҙың бауын өҙөр көсөбөҙ бар Сәйәсәт

    Федераль киң мәғлүмәт сараларында, телевизион каналдарҙа Башҡортостан Республикаһы абруйына тап төшөрөрлөк ялған материалдар таралыуы республика етәкселегенә, йәмәғәтселеккә, ябай халыҡҡа аяҙ көндө йәшен атҡан кеүек тәьҫир итте. Ашаған икмәгеңә төкөрөү шул була инде – беҙҙең арала йәшәүселәрҙең дә үҙ төйәген ялған рәүештә кәмһетергә һатылыуы күңелде ҡыра. Күпмелер аҡсаға туғанын да һатмаҫ тимә ундай бәндәләр.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ветерандарҙы «Ҡара» ниәттә файҙаланмағыҙ! Сәйәсәт

    Өфө ҡалаһы һуғыш һәм хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советының Х отчет-һайлау йыйылышында, ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларында дөрөҫлөккә тап килмәгән яҙмалар авторҙарын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап, РФ Президенты Дмитрий Медведевҡа мөрәжәғәт ҡабул ителде
    «...Беҙҙең күбебеҙ һуғышты үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Рәсәй халыҡтарына ошо тыныс ваҡыттың ниндәй хаҡ менән килгәнен дә яҡшы аңлайбыҙ, – тиелә мөрәжәғәттә. – Әммә беҙ Башҡортостанды Ҡырғыҙстандағы хәл-торош менән бер рәттән ҡуйырға маташыусыларға ҡарата ризаһыҙлығыбыҙҙы еткермәй ҡала алмайбыҙ. Мәскәүҙең НТВ телеканалы («Максимум», «Чрезвычайные происшествия» тапшырыуҙары), «Рос­сийская газета» һ.б. журналистарының аҙымдары бер ҡалыпҡа ла һыймай.

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанға һөжүм кемгә файҙа килтерә? Сәйәсәт

    Бер риүәйәт иҫкә төштө әле. Боронмолор, хәҙерме, булғанмылыр, юҡмылыр, әммә шундай һүҙ йөрөй халыҡ телендә: имеш, бер әҙәм күңелендә әйләнә-тирәһендәгеләргә ҡарата көнсөллөгө ташып, ғәйбәт сәсергә, берәүҙең серен алып икенсегә һөйләргә ғәҙәтләнеп киткән. Быны урамда күреү менән юлынан борола башлаған кешеләр. Шулай ҙа ҡабыусылар булған уның ауына. «Һөйләйем әле бер ғибрәт...» – тип башлай икән был хәбәрен. Артабан яҡшыны – яман, хәләлде харам итеп, бышылдап-ыҫылдап, үҙен тыңлап тороусыны ышандыра, үҙ яғына ауҙара, ти барыбер. Күңеле йомшаҡтар, иманы көсһөҙҙәр, бер ҡатлылар ауыҙын асып тыңлай был шаҡшыны. Халыҡ уға «ҡоҙғон» тип ҡушамат та таҡҡан. Уның ауына эләккәндәр артабан мандый алмай, юлдан яҙа икән...

    авторы: Нур | 6 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ут менән шаярмағыҙ, әфәнделәр!» Сәйәсәт

    БР Президентының дәүләт кәңәшсеһе С. Лаврентьевтың НТВ каналы программаларында Башҡортостан Республикаһы тураһында күрһәтелгән сюжеттарға ҡарата комментарийы
    – Сергей Николаевич, Башҡортостан тураһында НТВ телеканалында йыш ҡына кире сюжеттар күрһәтелеүе нимә менән аңлатыла?
    «Ут менән шаярмағыҙ, әфәнделәр!»
    – Бындай сюжеттарҙың күрһәтелеүе тәүгә түгел. Төбәк властарына ошо рәүешле баҫым яһау бер йыл элек тә, унан алда ла күҙәтелә килде. Алдаҡты фашлаған суд дәғүәләре лә булды, сәйәси көрәштең бындай бысраҡ ысулдарына заказ биреүселәргә башҡа төрлө яуап бирергә лә тура килде. «Хоҡуҡ яҡлаусылар» айырым проблемалы осраҡтарҙы эҙләп табырға тырыша. Хәл, ысынлап та, улар күрһәткәнсә мөшкөл булһа, беҙ киң мәғлүмәт сараларындағы «чернуха»ны түгел, ә ҡайһы бер төбәктәрҙәге кеүек халыҡты йыйған митингыларҙы күргән булыр инек.
    Һайлау кампаниялары осоро яҡынлаша

    авторы: Нур | 26 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡурҡҡанға ҡуш күренә Сәйәсәт

    3 июндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Пан Ги Мун Израиль властарын 31 майҙа нейтраль һыуҙарҙа Израиль диңгеҙ пехотаһы үткәргән ҡанлы операция хаҡында «тиҙерәк һәм тулы мәғлүмәт бирергә» саҡырҙы. «Мин донъя илдәре башлыҡтары, Төркиә, Израиль һәм БМО-ның төп ағзалары менән әңгәмә үткәрҙем, – тине Генераль секретарь. – Артабан бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн, мөмкин булған сараларҙың барыһын да күреү мөһим». Пан Ги Мун рәсми Тель-Авивтан Газа секторын блокадалауҙы кисекмәҫтән туҡтатыуҙы ла талап итте. Израиль Газа секторын ҡамап тотмаһа, кеше үлтереүгә бәйле ваҡиға булмаҫ та ине.

    авторы: Нур | 22 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буштың атаһы үлгән Сәйәсәт

    Май байрамдарынан һуң уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты «Дәүләт (муниципаль) учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу менән бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектына ҡул ҡуйҙы. Ләкин, рәсми сығанаҡтарҙа раҫланыуынса, ул 2012 йылдың 1 июленән һуң ғына көсөнә инәсәк.
    Был ваҡиға йәмәғәтселектә шау-шыу тыуҙырҙы. Берәүҙәр, хәҙер дауаханаларға бушлай йөрөп булмаясаҡ, тип борсолһа, икенселәр­ҙе, балаларҙы ҡайҙа уҡытырбыҙ икән, тигән хәсрәт яфалай. Дөрөҫ, Дмитрий Медведев Кремлгә йыйып һөйләшкән мәғариф һәм фән, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш, мәҙәниәт министр­ҙары, тармаҡтар ошоға тиклем нисек финансланған, артабан да шулай буласаҡ, тип ышандырырға ашыҡты. Ләкин Рәсәй йәмәғәтселеге шуны яҡшы белә: әгәр ҙә ҡайҙандыр хәбәр таратыла икән, хатта чиновниктарҙың иң эреләре лә, юҡ, улай булмаясаҡ, тип раҫларға маташыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙә иткәндең киреһе килеп сыға.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дәүләт теркәүе ябайлаштырылды Сәйәсәт

    Дәүләт теркәүе ябайлаштырылдыФатир һатып алырға йәки һатыр­ға, йәшелсә-емеш үҫтергән баҡсаң биләгән ерҙең үҙ милкең булғанын раҫларға кәрәк икән, мотлаҡ рәүештә Дәүләт теркәү, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса бүлектәренә мөрәжәғәт итергә тура килә.
    Фатирға йәки ер участкаһына хоҡуҡты теркәү процесы ҡатмарлы икән, бик күп ваҡыт һәм көс талап итә, тигән имеш-мимештәргә ышанып, бындай мөһим эште һәр ваҡыт аҙаҡҡа ҡалдырып йөрөргә ярамай. Рәсәй Хөкүмәтенең һуңғы йылдарҙағы административ реформалары бындай хеҙмәттәрҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта күрһәтеүҙе, еңелләштереүҙе һәм халыҡҡа яҡынайтыуҙы күҙ уңында тота. Хоҡуҡты теркәүҙең бер ауырлығы ла юҡ, һуңғы арала был процесты ябайлаштырыу өсөн күп кенә ыңғай үҙгәреш индерелде.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Отчетмы әллә һайлау алды программаһымы? Сәйәсәт

    Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына былтыр РФ Президенты тәҡдименә ярашлы индерелгән өҫтәмә буйынса үткән аҙнала Владимир Путин Дәүләт Думаһы алдында Федераль хөкүмәттең 2009 йылғы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. «Башҡарма орган етәксеһенең депутаттар ҡаршыһына сығыр алдынан уҡ ҡайһы бер процедуралар билдәләнеп үк ҡуйылғайны», – тип яҙҙы 20 апрелдә «Независимая газета». Мәҫәлән, В. Путиндың сығышы ваҡыт менән сикләнмәй, шул уҡ ваҡытта фракциялар әһелдәре 10 минуттан артыҡ һөйләй алмаясаҡ һәм һорауҙарҙы ла өсәрҙе генә бирә аласаҡ. Думала күпселекте тәшкил иткән «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе отчетты тыңлап тормаҫтан, Федераль хөкүмәттең эшмәкәрлеген һис һүҙһеҙ хуплаясағын белдерә.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru