Иртә торғандың ғүмере оҙон.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән! Сәйәсәт » Әрме

    Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!Ҡәҙерле ватандаштар!
    Һеҙҙе йәмле Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – 1 Май менән ихлас ҡотлайым! Был көн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү байрамы менән бергә үрелеп килә, һәм тиҙҙән был бөйөк байрамдың 65 йыллығын бөтә кешелек донъяһы менән бергә билдәләйәсәкбеҙ.
    Һуңғы ун йыллыҡтарҙа нәҡ ижади хеҙмәт һәм тәбиғәткә хас булғанса яңырыу Башҡортостандың стратегик үҫеш курсына әйләнде. Республиканың бөтә пландары һәм иҡтисад, социаль, мәҙәни-рухи өлкә­ләрҙәге матур ҡаҙаныштары, тормош-йәшәйеш кимә­ленең һәм сифатының өҙлөкһөҙ үҫеше бында йәшәгән һәр кешенең көсөргәнешле хеҙмәтенә бәйле. Беҙҙең уңыш-ҡаҙаныштар төҙөүсе­ләрҙең, игенселәрҙең, малсыларҙың, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, инженер­ҙарҙың, эшселәрҙең, ижади зыялыларҙың һәм идарасыларҙың, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар коллективтарының көндәлек эше арҡаһында өлгәшелгән. Республиканың социаль прогресс юлындағы ышаныслы хәрәкәтен Башҡортостандың күп милләтле халҡының эшһөйәрлеге, таланты һәм энергияһы билдәләй.

    авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡалала митинг үтәсәк Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы Өфөлә 1 Май митингыһын үткәрергә әҙерләнә. Был турала БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов хәбәр итте. Митингыла профсоюздарҙың талаптарын һәм лозунгыларын яҡларға әҙер булған сәйәси партиялар ҙа ҡатнаша ала. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе менән ошондай килешеүгә өлгәшелгән. Республика Профсоюздар федерацияһы хеҙмәтсәндәрҙең 1 Май митингыһы резолюцияһын әҙерләгән дә инде. Унда бөтә кимәлдәге ҡануниәт һәм башҡарма власть органдарына ҡуйылған талаптар бирелгән.

    авторы: admin | 29 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заманса федерализм ниндәй булырға тейеш? Сәйәсәт

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында «Рәсәй федерализмы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары» секцияһы эшләйәсәк. «Заманса федерализм һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары: сағыштырыу аспекты» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уға әҙерлек маҡсатында ойошторолдо. Был сара шулай уҡ Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығына арналды.
    Сараның пленар өлөшөндә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе, юридик фәндәр докторы Зөфәр Еникеев, БР Президенты советнигы Сергей Лаврентьев, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, РФ Президенты ҡарамағында Татарстан Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Михаил Столяров һ.б. ғалимдар, фән кандидаттары федерализмға, федератив бәйләнештәргә, ошо юҫыҡтағы проблемаларға ҡағылышлы докладтар менән сығыш яһаны.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре иттифағының ҡаршылыҡ акцияларын туҡтатыу тураһындағы мөрәжәғәте Сәйәсәт

    Башҡорт йәштәре иттифағы, Бөтә Рәсәй йәмәғәтселеге 29 мартта Мәскәүҙәге теракт­тарҙа һәләк булыусылар өсөн ҡай­ғырған мәлдә, көс структураларына, атап әйткәндә, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына ситләтеп булһа ла күләгә ташлаусы ҡаршылыҡ акцияларын дауам итеүҙе урынһыҙ, тип һанай һәм көс органдарының илебеҙ баш ҡалаһында теракт ойоштороусыларҙы тотоу буйынса эшмәкәрлеген тулыһынса хуплай. Беҙ шулай уҡ РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе В. Н. Палагиндың отставкаһын талап итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлегебеҙҙе туҡтатыуыбыҙ тураһында белдерәбеҙ.
    Эйе, беҙҙең республикала барған сәйәси процестарҙы төрлөсә күреү һәм айырым ҡаршылыҡтар бар!
    Эйе, беҙҙең талаптарыбыҙҙың бөтәһе лә тулыһынса ҡәнәғәтләндерелмәгән әле!

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Үлсәүҙә ике йыл Сәйәсәт

    Үлсәүҙә ике йылТәүге һорауға яуап биреүселәрҙең 28 проценты, милицияға реформа үткәреү исем өсөн генә, тип иҫәпләй. 27 проценты иһә, был илдәге хәлдең сәләмәтләнеүен аңлата, ғәмәлдә Рәсәй Эске эштәр министрлығының эшмәкәрлегенә йоғонто яһамай, тигән фекерҙә. Респонденттарҙың 26 проценты, реформалар милицияның эшен тамырынан үҙгәртә, тип уйлай. Ә 11 проценты, был үҙгәрештәр Рәсәй власының иң юғары ҡатында власть бүлешеүҙе аңлата, тигән ҡараш белдерә.
    Икенсе һорауға яуаптар ябайыраҡ. Респонденттарҙың 37 проценты, илде яңыртыу сәнәғәт ҡорамалдарын яңыртыу өсөн сит илдәрҙән күпләп техника һәм технологиялар һатып алыуҙы аңлата, тигән фекерҙә. 23 проценты, хоҡуҡи дәүләт ҡороу, дәүләттең иҡтисадҡа ҡыҫылыуын сикләү, тип иҫәпләй. Ә 19 проценты, православие һәм милли традициялар нигеҙендә илде әхлаҡи тергеҙеү, тип аңлай.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сиратта кем? Сәйәсәт

    Эҙәрлекләүҙәр, тентеүҙәр дауам итә...
    Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе менән әңгәмәне баҫырға әҙерләнгәндә килде беҙгә был хәбәр. Ҡатмарлы замандарҙа көн итәбеҙ, йәмәғәт. Ҡәһәрле репрессия йылдарындағы кеүек, тыныс йәшәгән шәхестәребеҙҙең өйҙәрен тентеүгә тиклем барып етәләр. Бындай хәл-ваҡиға баш ҡалала ғына түгел, төбәктәрҙә лә ишетелә башланы.
    Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһенең отставкаһын талап иткән акция, әйтеп үтеүебеҙсә, Башҡортостан райондарына таралды. Салауат ҡалаһының «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы ла, БЙИ-ны, йәштәрҙе хуплап, митинг үткәргәйне. Хәҙер килеп, көс структуралары уның етәксеһе Мөхтәр Сабитовҡа ҡаршы «акция» алып бара. Ойошманың митинг уҙғарыуы тураһында белеп ҡалыу менән уның өйөнә килеп тә етәләр. Бер ниндәй ҙә бәйләнерлек нәмә, кәрәкле мәғлүмәт тапмағас, Мөхтәр Абдрахман улын үҙҙәренә өс тапҡыр саҡырталар, ике-өс сәғәт буйына һорау алалар. Мәләүез прокуратураһы ла ситтә ҡалмай: Мөхтәр ағайға унда ла барып, яуап тоторға тура килә. Ниңә митинг үт-кәрҙегеҙ, кем ҡушты, кемдәр ҡатнашты?.. Һорауҙарҙың сиге булмай.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең рухты һындырыу мөмкин түгел Сәйәсәт

    Беҙҙең рухты һындырыу мөмкин түгелБашҡорт йәштәре иттифағының Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Виктор Палагиндың отставкаһын талап иткән акцияһы бөтә республиканы, улай ғына ла түгел, күрше төбәктәрҙе лә урап сыҡты. Теләктәштәр ҙә барлыҡҡа килде: уларҙың һаны артҡандан-арта, йәштәр, өлкәндәр, рухташтар бергә тупланғандан-туплана бара. Ил төкөрһә, күл була, тигән әйтеме бар халҡыбыҙҙың. Ситтән килтереп ҡуйылған етәкселәр үҙҙәренең урындағы йолаларға өҫтән ҡарауы, милли ойошмаларҙы юҡҡа сығарырға тырышыуы, республикала тотороҡһоҙлоҡ тыуҙырырға маташыуы менән имен һәм тыныс йәнтөйәгебеҙҙә күл генә түгел, даръялар хасил итә алырлыҡ берҙәмлек ятҡанын онотто, ахыры. Әммә әле үҙ хоҡуҡтарыбыҙ өсөн көрәш дауам итә. Ошо хаҡта БЙИ рәйесе Фәүзил Маликов менән һөйләштек.
    – Башҡорт йәштәре иттифағы мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү буйынса әүҙем эшләгән ойошма булараҡ киң танылыу алғайны, ә һуңғы ваҡытта сәйәси лозунгыларға мөрәжәғәт итәһегеҙ. Был нимә менән бәйле?
    – Сәйәсмән-олигархтар тарафынан Башҡортостаныбыҙға туранан-тура һөжүм башланды, тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Эш иҡтисад тирәһендә генә түгел. ТЭК тирәләй ана күпме хәбәр таралған.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙаллылыҡты һаҡлау өсөн яңы килешеү кәрәк Сәйәсәт

    Үткән шәмбелә «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт хәрәкәте йәмәғәт хоҡуҡ яҡлау комитеты менән берлектә Башҡорт Совет Автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың 91 йыллығына арналған митинг уҙғарҙы.
    Был сарала Рәсәй менән Башҡортостан араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләләре ҡаралды. Ул иһә әлеге лә баяғы килешеүгә барып терәлә. 1994 йылдың 3 авгусында төҙөлгән ике яҡлы килешеү күптән инде «сафтан сыҡты». Әлегә яңы килешеү юҡ. Рәсәй субъекттары араһынан тик Татарстан менән генә 2006 йылда «килешелде». Бер һүҙ менән әйткәндә, илдә субъект­тарҙы эреләтеү сәйәсәте бара. Милли республикаларҙы өлкә, край берәмектәре менән ҡушыу күҙаллана. Республикаларҙың сәйәси статусы Рәсәй Конституцияһының 66-сы статья­һында теркәлгән. Статья буйынса илдәге 21 милли республика үҙ Консти­туциялары булған дәүләт тип танылған. Уларҙың үҙ парламенты, Президенты, дәүләт комитеты, символикаһы, дәүләт теле, үҙ гражданлығы булырға тейеш.

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru