Ашағанда икәү яҡшы, эшләгәндә өсәү яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Енәйәт һәм яза
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Йондоҙнамә
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Палагиндар ҡайҙан килә? Сәйәсәт

    Палагиндар ҡайҙан килә?Бына ике айға яҡын Өфөлә Башҡорт йәштәре иттифағының Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының етәксеһе Виктор Палагинға ҡаршы пикеттар, митингылар акцияһы тынмай. Ул республика райондары һәм ҡалаларына ла барып етте. Башҡортостан халҡы Палагин һәм уның тоғро ялсыларының Рәсәйҙә иҡтисади, сәйәси, социаль йәһәттән иң тотороҡло, бай донор төбәкте эстән шартлатырға, Кавказдағы һымаҡ, шау-шыу ҡуптарырға, һуғыш уты тоҡандырырға маташыуына ҡаршы ҡырҡа протест белдерә, уның республиканан китеүен талап итә.
    ӘММӘ «аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа» тигәндәй, үҙебеҙҙең арала ла килмешәктәрҙе яҡлаған манҡорттар табылып тора. Ана бит: гәзит редакцияһына шылтыратып, йәнәһе: «Ни өсөн тыныс ҡына йәшәп ятҡан ауыл халҡына проблемалар өйәһегеҙ?» – тип ризаһыҙлыҡ та белдергәндәр. Тимәк, ул әҙәмдәр республика яҙмышына, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф, үҙ ҡабыҡтарына ғына бикләнеп көн күрмәксе.

    авторы: admin | 23 марта 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Беҙгә үҙебеҙҙең яҡта булырға нимә ҡамасаулай? Сәйәсәт

    БАШҠОРТ халҡының (уның ғына ла түгел) тарихы ситтән индерелгән ят идеяларҙың, туғанды туғанға ҡаршы ҡотортоп, улын атаһына ҡаршы ҡуйып, йәмғиәтебеҙгә килтергән зыяны тураһындағы миҫалдарға бай.
    Әле онотолоп та бөтмәгән фажиғәле миҫал – совет Рәсәйендәге граждандар һуғышы һәм уның артынса килгән коммунистар хакимлығы заманы. Ул СССР халыҡтарына, шул иҫәптән башҡорттарға күп михнәт күрһәткән киң ҡоласлы социаль эксперимент осоро булды. Башҡорттарҙың яҡынса яртыһын аслыҡ алып киткән. Башҡортостанда, нигеҙҙә, барыһынан да бигерәк башҡорттарға зыян килтергән Сталин репрессиялары. Буласағы оҙайлы көтөлөп тә, һөҙөмтәлә СССР етәкселеге бөтөнләй әҙер булмаған һуғыш. Һуғыштан һуң халыҡты эсереү-иҫертеү һәм сталинизмдың үҙгәреш осорона тиклем һуҙылған һөйрәлеүсе реваншы.

    авторы: admin | 20 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уяулыҡ, берҙәмлек кәрәк Сәйәсәт

    Республикала Палагин һәм башҡорт йәштәре араһында барған көрәшкә ҡарата үҙ фекеремде әйтмәй булдыра алмайым. Был әфәнде әйтеүенсә («Йәшлек», 11 март, 2010 йыл), пикеттарҙа тик йәштәр ҡатнаша, ә улар бер нәмә лә аңламай булып сыға.
    Башҡорт халҡының тарҡаулығынан, хуш күңеллелегенән, ябайлығынан, ҡунаҡсыллығынан оҫта файҙаланалар. Ысынлап та, беҙгә уяулыҡ, берҙәмлек етешмәй. Палагин да был турала әйтә. Имеш, митингыларҙа тик йәштәр, улар ҙа аҙ һанлы. Башҡортостанда 54 район бар, шуларҙың һәр береһенән берәр автобус халыҡ йыйылып килеп, пикет ойошторһа, берҙәмлек булыр ине. Бөтә ауырлыҡты бер төркөм йәштәргә ауҙарыу, йөкмәтеү тарҡаулыҡты күрһәтә инде ул...

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аяҡ вҫтындағы ... алтынды һаҡлар өсөн Сәйәсәт

    Аяҡ вҫтындағы ... алтынды һаҡлар өсөнҺәр осор үҙ ваҡиғалары, геройҙары, рухы, тарихы менән әһәмиәтле. Уҙған йөҙ йыллыҡтың 90-сы йылдары ла күптәр күңелендә айырым тарих булып һаҡлана. Был – үҙгәрештәр осоро, бәлки, нәҡ шулай булғанғалыр. Нисек кенә булмаһын, беҙ ул көндәрҙең шаһиты. Марсель Ҡотлоғәлләмов үҙ йылъяҙмаһында 1992 – 1993 йылдарҙы хәтергә төшөрөп яҙа, «Йәшлек»тең дә үҙ хәтере бар. Ул – ошо осорҙа гәзиттә баҫылған мәҡәләләр, һүрәтләмәләр, әңгәмәләр. Ул мәлдә гәзит нисек «һулыш алған» – күҙ һалайыҡ, иҫкә төшөрәйек әле.
    «...Ҡыҙыҡ, әлеге ваҡытта Россия телевидениеһы һәм газеталар аша бөтә илгә билдәле бер булған хәлде – сессия барған бинала кемдер элеп ҡуйған флагты алып ырғытып, урынына икенсеһен ҡаҙаған Рәсүл Арыҫлановтың хөкөм эшен нисек баһалар киләсәк? Әле законлаштырып та өлгөрмәгән бер әләмде икенсе шундай уҡ хоҡуҡлыһы менән алыштырыуҙың иҫ киткес нимәһе бар, тип яурын һикертерҙәрме? Әллә, үҙҙәрен үҙ аллы дәүләт тип иғлан иткән республиканың үҙ аллы етәкселеге ниңә һуң йыл ярым эсендә шул кескәй мәсьәләне хәл итә алмаған, тип ғәжәпләнерҙәрме?

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡанаттар дауылда һыналды Сәйәсәт

    Ҡанаттар дауылда һыналды1991 йылдың авгусы ҡыҙыу баштарҙы шулай һыуыттымы, әллә күңелдәребеҙгә шом оялап өлгөр­ҙөмө, нисек кенә булмаһын, туҡһан икенең ғинуарын ил көтөлмәгәнсә һиллектә, хатта вайым­һыҙлыҡта ҡаршыланы. Ул йылдар­ҙа Яңы йыл байрамдары, хәҙерге һымаҡ, ун көн – ике аҙнаға һуҙылмай ине әле. Ләкин байрам байрам инде. Иҫке йылды оҙатып, яңыһы менән танышып та өлгөрмәгән халыҡ әле шаңҡып йөрөй, сәйәсәт тә, иҡтисад та һис кемде албырғатмай. Ябалаҡ ҡарҙың һәлмәк кенә бәүелеп яуыуы ыңғайына бар донъя ла сәңгелдәп кенә бара бирер төҫлө.
    Һиллек тип ышанғаныбыҙ дауыл алдындағы шомло тынлыҡ булған икән. Байрам йоҡоһонан күҙҙе тырнап асып, кибеттәргә барһаҡ, йә Хоҙай, көндәлек ризыҡ­тарға хаҡтар ун мәртәбәгә артҡан. Баҙар иҡтисады, хаҡтар иреклеге тормошобоҙға шулай, тәүге мәлдәрҙә шаңҡытып, килеп инде. Эштең аңын-тоңон абайламаған халыҡ, әлбиттә, һөт-ҡаймаҡтың ҡиммәтләнеүендә ауыл хужалығын ғәйепләне, йәнәһе, былай ҙа ғүмер баҡый ит-май эсендә рәхәтләнгән колхозсы ҡаланы талай. Мәскәү, ғәҙәттәгесә, ябай кешеләр менән аралашыу түбәнлегенә төшмәй. Йәмғиәттә иһә Гайдар-Чубайс хөкүмәтенең «либераллек» сәйәсәте фәҡирлектә интеккән халыҡты мыҫҡыллау тип ҡабул ителә. Һәм ошо мәлдә республиканың бер төркөм ауыл хужалығы тармағы етәкселәре матбуғатта сығыш яһарға мәжбүр.

    авторы: admin | 18 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – берҙәм һәм еңәсәкбеҙ! Сәйәсәт

    Рәмил РӘХМӘТОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр ҡоро рәйесе:
    – Беҙҙең бында митингыға килеүебеҙгә кем ғәйепле? Беҙҙе мәжбүр иттеләр. Кем башҡорт йәштәре лидерҙарын эҙәрлекләй? Үҙебеҙ түгел бит. Кем башҡорттарҙан көлә? Барыбыҙ ҙа аңлай – был провокаторҙар эше. «Губернасылар», «палагин»дар, шулар­ға ярарға тырышҡан көс структуралары. Ишетһен улар: башҡорт йәштәре түгел, ә үҙегеҙ конфликт тыуҙырырға тырышаһығыҙ. Халыҡтар дуҫлығын емерергә лә башҡорт йәштәре түгел, ә нәҡ үҙегеҙ ынтылаһығыҙ. Беҙ үҙ йәнтөйәгебеҙҙә һәм беҙ берҙәмбеҙ!
    Илшат ҒӘТИӘТУЛЛИН, «Мираҫ» мосолмандар ойошмаһы рәйесе:
    – Республикала көсөргәнешле хәл тыуҙырған органдарҙың «эшмәкәрлеге» беҙҙе, диндарҙарҙы, битараф ҡалдыра алмай. Әйткәндәй, кеше Исламды ҡабул итеү менән уға иғтибар итәләр, уны күҙәтә башлайҙар. Һуңғы өс-дүрт йылда ғына беҙҙең 40-лаған мосолманды ҡулға алдылар – кемеһенә ҡорал һалдылар, кемеһендер, наркотик тарата, тип ғәйепләнеләр. Әле лә мәсеттәрҙә йыйылыуҙы тыйыу­ҙар бар. Бәғзе структуралар, йәштәребеҙ юҡ, улар эсеүгә һабышҡан, наркомандар, фәхишәләр һ.б., тип уйланы. Әммә Башҡортостанда сәләмәт йәштәребеҙ бихисап. Был, бәлки, кемдәргәлер оҡшап етмәйҙер.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Килмешәктәр мал килтермәй йәйләүгә Сәйәсәт

    Килмешәктәр мал килтермәй йәйләүгәКилмешәктәр мал килтермәй йәйләүгәСалауат Юлаев майҙанындағы протест акцияһына республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан меңдән ашыу милләттәшебеҙ йыйылды. Уларҙың барыһы ла Башҡортостан киләсәгенә, халҡыбыҙҙың иртәгәһе көнөнә битараф булмаған замандаштар – өлкән ағай-апайҙар, йәштәребеҙ. Митингының талабы, үрҙә әйтелгәнсә, бер генә.
    Акцияны Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары Флорид Багаев асты.
    – Һуңғы ваҡытта беҙҙең миллилеккә, идеалдарыбыҙға бысраҡ өйәләр. «Уфагубъ» (ул ошо көндәрҙә «Уфимский журнал» сайтына «һыйынды» – ред.) кеүек сайттарҙа Башҡортостандан, милли батырыбыҙ Салауаттан, Әхмәтзәки Вәлидиҙән, башҡорт ҡыҙҙарынан, әсәйҙәребеҙҙән, Хөкүмәтебеҙҙән көләләр. Беҙҙең милләтте һанға һуҡмайҙар, етәкселеккә килмешәктәр тәғәйенләнә. Улар беҙҙең халыҡҡа битараф. Төп маҡсаттары – башҡорт йәштәрен экстремистарға тиңләп, «геройлыҡ» эшләү, аҡса йәлеп итеү. Барлыҡ бысраҡлыҡтар артында РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы башлығы Виктор Палагин тора. Уға бында бер нисә йыл эшләргә лә китергә, ә беҙгә йәшәргә. Беҙ был ерҙәрҙә меңәр йылдар йәшәйбеҙ һәм бер ҡасан да ундай мыҫҡыллауҙарға түҙмәйәсәкбеҙ.

    авторы: admin | 16 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ете йыл Ватанға хеҙмәттә Сәйәсәт » Әрме

    2003 йылдың 11 мартында Рәсәй Президенты Указы менән илебеҙҙә наркотик һәм психотроп матдәләр әйләнешен контролдә тотоу органдары ойошторолдо. 2008 йылдың 11 мартынан Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө рәсми билдәләнә.
    РФ Федераль хеҙмәтенең БР буйынса наркотик һәм психотроп матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы ете йыл эсендә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 12 меңдән ашыу енәйәт эшен тикшергән, ойошҡан төркөмдәр тарафынан ҡылынған 3 мең енәйәт эшен асҡан, наркотик эшкәртеүсе юғары технологиялы 11 лабораторияны һәм 400-ҙән ашыу наркопритонды юҡҡа сы­ғарған. Наркотикты контрабанда юлы менән индереүсе 20 халыҡ-ара наркотик һатыу-һатып алыу юлын япҡан.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru