Еңел эш ҡөҙрәт менән эшләнер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Күңеле саф Әлфирә
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Хужабикә
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хәүефләнерлек тә шул... Хаттар яҙҙым, Сәйәсәт

    Беҙҙе, ябай кешеләрҙе, республикабыҙҙың абруйлы йәштәренә ҡара яла яғыуҙары, өйҙәрендә тентеүҙәр (Гөлфиә Иҙелбаеваның «Башҡортостан» гәзитенең 16 февраль һанында сыҡҡан мәҡәләһен уҡып тетрәндем) ҙур хәүефкә һала. Тыныс йәшәп, бөтә күрһәткес буйынса алға сыҡҡан республикабыҙ кемгәлер оҡшамай, кемгәлер ҡара уйҙарын тормошҡа ашы­рырға ҡамасаулай, халыҡтар дуҫлығы, милли мәҙәниәт, көнкүрештең ыңғай үҫеше бәғзе әҙәмдәргә уҡ булып ҡаҙала. Шундайҙарҙың «эшмәкәрлек» девизы ла «Бүлгелә һәм хөкөм һөр» тип аталалыр ул.
    Тағы ла шул аңлашылмай: көс структураларының тыныс ҡына яҡшы эштәр башҡарып, халыҡҡа хеҙмәт итеп йөрөгән кеше­ләрҙең өйөндә, дәүләт филармонияһында, министрлыҡтарҙа, телерадиокомпанияла тентеүҙәр үткәреүе бер ниндәй Конституция статьяларына һыймай, беҙҙе аптырата, ҡурҡыта.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡабатлана күрмәһен 37-се йыл Сәйәсәт

    Нургөл Буранбаеваның гәзиттең һуңғы һандарында баҫылған материалдарын уҡып, күңелемдә урғылған нәфрәт хистәремде яҙып ебәрергә булдым. Ундағы «Новости Уфимской губернии» («Уфагубъ») интернет-сайты тураһындағы хәбәргә, уларҙың фекерҙәренә ҡаршы өндәшмәй ҡала алмайым.
    Ысынлап та, был сайттарҙы аңһыҙ, ҡурҡаҡ әҙәмдәр тултырғаны күренеп тора. «Разширь», «башкероцтан», «уфиммцу» һ.б. шундайыраҡ һүҙҙәрҙе белеме булғандар былай яҙмаҫ ине. Мин бындай мәғлүмәттәрҙе «Йәшлек»тән генә уҡып белдем, башҡа баҫмалар нимә яҙа икән?
    Ҡайҙа беҙҙең үҙ фекерен белдереүсе оло әҙиптәребеҙ, шағирҙарыбыҙ?! Ни өсөн беҙ, башҡорттар, Рәсәй Президентының үҙенә яҙмайбыҙ? Әллә ошо сайт, палагиндар «эше»н ил башлығы үҙе ҡушҡанмы? Рәсәйҙең иң тыныс республикаһына таяҡ тығып, кемгә файҙа булыр инде.

    авторы: admin | 13 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Палагин әфәнде башҡорт йәштәре акцияһына битарафлыҡ белдерҙе Башҡортостан, Сәйәсәт

    «Интерфакс» агентлығында Феде­раль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагин менән матбуғат конференцияһы булды. Һөйләшеү темаһы илдә терроризмға ҡаршы милли комитет ойошторолоуға дүрт йыл тулыуға арналһа ла, ошо әфәнде етәкләгән ведомство һәм башҡорт милли ойошмалары лидерҙары тирәләй һуңғы ваҡыттағы хәл-ваҡиғалар ҙа телгә алынмай ҡалманы. Журналистарҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны ла нәҡ шул ине, буғай.
    Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторған акцияның бер ниндәй етди маҡсаты юҡ, тип белдерҙе В. Палагин. Уның һүҙҙәренсә, был пикеттар бары тик бер нисә «одиоз» холоҡло кешенең үҙен халыҡ ирке өсөн көрәшсе итеп күрһәтергә маташыуы ғына. Йәнәһе, БЙИ символикаһын ҡайһы бер кешеләр үҙ файҙаһына ҡуллана.

    авторы: Нур | 11 марта 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ике йөҙлө депутат дипломһыҙ ҡалды Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән Андрей Назаровтың республикабыҙға ниндәй мөнәсәбәттә икәнен һуңғы ваҡытта бик яҡшы төшөнә барабыҙ.
    Үҙебеҙ һайлаған депутаттың ике йөҙлөлөгө, закондарҙы һанға һуҡмауы, биографияһында байтаҡ «ҡара тап» булыуы асыҡланды. Назаровтың арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди исемен фашистар менән бер рәткә ҡуйып, яла яғыуы, башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы дәғүәләр белдереүе хайран ҡалдырҙы. Быға битараф ҡалыу мөмкинме? Бына ошо депутатыбыҙ күптән түгел юғары белем тураһындағы дипломынан да яҙҙы. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип халыҡ белмәй әйтмәгән шул.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙәмлектә – көсөбөҙ Сәйәсәт

    БАШҠОРТ йәштәре иттифағы «Майҙан» клубында сираттағы ултырышын үткәрҙе. Илем, телем, халҡым тип янып йөрөгән егет һәм ҡыҙҙар, милләте яҙмышына битараф булмаған билдәле шәхестәр, башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары менән берлектә етди һөйләшеү ойошторҙо.
    Беҙҙә экстремизм эҙләүсе һәм ситтә теркәлгән сайттары аша халҡыбыҙҙан, билдәле шәхестәребеҙҙән көлөүсе әҙәм аҡтыҡтарының эшмәкәрлегенә ҡаршы тороу өсөн ниҙәр эшләү зарурлығы һәр кемде борсоны.
    «Тәриҡәт» хәрәкәте активисы Фәнзил Әхмәтшин: «Беҙ – башҡорттар Салауат рухлы булайыҡ! Телебеҙ, еребеҙ, халҡыбыҙ ирке өсөн янып йәшәйек. Барыбер аҙаҡҡаса барасаҡбыҙ. Бөгөн килеп бер егетебеҙҙе ҡулға алдылар икән, иртәгә кемебеҙҙе сират көтә?

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туҡталып калырға йыйынмайбыҙ Сәйәсәт

    Туҡталып калырға йыйынмайбыҙБеҙгә бөтә мыҫҡыллау, эҙәрлекләү, тентеүҙәр­ҙең башында кем торғаны яҡшы билдәле. Уларҙың был эшен РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Виктор Палагин етәкселегендәге БР бу­йынса идаралығы күрмәмешкә һалыша. Башҡорт йәштәре кәмһетеүҙәргә битараф ҡала алмай. Февраль айында беҙ, үрҙәге етәксенең отставкаһын талап итеп, ике тапҡыр пикетҡа сыҡтыҡ. 13 мартта (Салауат Юлаев майҙанында, сәғәт көндөҙгө берҙә) был талапты тағы бер ҡабатлап, күп һанлы милләттәштәребеҙ ҡатнашлығында митинг ойошторасаҡбыҙ. БЙИ акциялары, билдәле, беҙҙе күрә алмаусыларға оҡшамай, улар беҙгә өҫтө-өҫтөнә ғәйептәр таға, баҫым яһап, рухыбыҙҙы һүндермәксе була.
    3 мартта М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Илназ Мәжитовты ҡулға алдылар. Егетте тыныс ҡына уҡып ултырған ерҙән, адвокатҡа шылтыратырға ла рөхсәт итмәй, аудиториянан Ленин ра­йоны эске эштәр бүлегенә алып китәләр.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бирешмәгеҙ, йәштәр, беҙ һеҙҙең менән! Башҡортостан, Сәйәсәт

    Бирешмәгеҙ, йәштәр, беҙ һеҙҙең менән!Гәзитебеҙҙең һуңғы һандарын уҡыусылар күреүенсә, Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагиндың башҡорт йәштәре ойошмаларына ҡаршы алып барған сәйәсәте сиктән ашҡайны. Төрлө тентеүҙәр, эҙәрлекләүҙәр, ҡурҡытыуҙар... Башҡорт йәштәре иттифағының Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп ғариза яҙыуы, ике тапҡыр пикетҡа сығыуы юҡҡа ғына түгел. Был турала гәзит биттәрендә уҡығанһығыҙҙыр. Шуныһы шатлыҡлы: йәштәрҙе хуплап, үҙ фекерҙәрен белдереүселәр әленән-әле арта бара.
    28 февралдә Стәрлебаш районының Ашҡаҙар, Күндерәк йылғалары буйында ултырған ауылдары халҡы ла, теләктәшлек белдереп, йыйынға сыҡты. Үрге һәм Түбәнге Аллағыуат, Мостафа, Мәҡсүт, Күндерәк, Ҡабыҡҡыуыш һ. б. ауылдарҙан, Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының баш-баштаҡлығына сик ҡуйыуҙы талап итеп, рухлы замандаштарыбыҙ төркөмө Тәтегәс бейгә ҡуйылған стела янына йыйылды.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәрәкәттә - бәрәкәт, алға атлайыҡ! Башҡортостан, Сәйәсәт

    Хәрәкәттә - бәрәкәт, алға атлайыҡ!Республика башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе «Башҡортостанды артабан да модернизациялау – XXI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға юл» тип атала. Унда республиканың алдағы көндәргә маҡсаты, үҫешен күҙаллауҙар, аныҡ эштәре тулыһынса сағыла.
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең «Рәсәй, алға!» программаһында билдәләүенсә, илдең бөгөнгө быуыны ҙур мираҫ алды. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тырышлығы, ныҡышмалылығы менән лайыҡлы яуланған һәм фиҙакәр хеҙмәтенән килгән мираҫты. Ҙур ил биләмәһе, тәбиғәт байлыҡтары, сәнәғәт потенциалы, фән, техника, мәғариф һ.б. ҡаҙаныштар, армия, флот, ядро ҡоралы тарихы... Быларҙы нисек тағы ла ҡеүәтлерәк итергә һуң?
    Эйе, беҙгә мираҫ ҡалды, әммә булған проблемалар ҙа ҡатмарлы ине. 90-сы йылдарҙан алып республикала үҫеш йәһәтенән алға ынтылыш ныҡ көслө булды. Ҡала-ауылдарҙың йөҙө үҙгәрҙе. Газ үткәреү, юл, күпер төҙөү, торлаҡ йорттар һалыу буйынса ҙур эш башҡарылды.

    авторы: admin | 28 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru