Иренсәккә эш ярамаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетле инәй
  • Дини белем кәрәк
  • Дайджест
  • Ҡолаҡ һал!
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яман аяҡ түрҙе бысрата Яңылыҡтар, Башҡортостан, Сәйәсәт

    Яман аяҡ түрҙе бысратаГәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыусы, башҡорт халҡын мыҫҡыллаусы интернет-сайттар хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был бигерәк тә, исемен алмаштырһа ла, шул уҡ асылда ҡалыусы «Уфагубъ» (хәҙер «Новости Уфимской губернии» тип атала) сайтына ҡағыла. Уны экстремистик тип табып, эшмәкәрлеген туҡтатыуын талап итһәләр ҙә, ямғырҙан һуң сыҡҡан ағыулы бәшмәк шикелле «һә» тигәнсе ҡалҡып сыҡты һәм ағыуын тағы ла нығыраҡ сәсә башланы. Ни эшләмәк кәрәк, нәфрәткә – нәфрәт, мыҫҡылға – мыҫҡыл. Беҙҙең яуап шундай.
    «Губернасы»ларҙың үҙен-үҙе тотторғаны
    Шәхестәребеҙгә тағы ҡара яғалар...
    Палагин әфәнденең Марий Илендәге «батырлыҡ»тары
    «Беҙ – ирекле, беҙҙе күп халыҡ уҡый, яҙмаларҙы көтөп ала», – тип яр һалһалар ҙа, «Уфагубъ»тар ҙа үҙҙәренең кемдеңдер ҡоло икәнен күрһәтте. Үҙ аллы бер аҙым да атлай алмай был имгәк. Һуңғы көндәрҙәге материалдарына ғына күҙ һалайыҡ: Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаевтың фатирында тентеү үткәргәндә тартып алған видеояҙмаларҙың береһе сайтҡа ҡуйылды. Ундағы кадрҙар (А. Иҙелбаевтың улы Ирхан телефонына егеттәрҙең һорауы буйынса төшөргән була) «Башҡорт» хәрби-патриотик лагерында ҡатнашыусыларҙың «йәшел берет»ҡа имтихан биргәнен һүрәтләй.

    авторы: admin | 25 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанБөйөк Ватан һуғышы меңләгән кешенең ғүмерен ҡыя һәм шул уҡ ваҡытта илебеҙҙең батыр ир-атын аса. Салауат райо­нынан юғары званиеларға лайыҡ яҡташтарыбыҙ ҙа аҙ түгел. Татар Малаяҙынан Хәбиб Ғәниев, Көҫәпәй ауылынан генерал-майор Әнүәр Ғәббәсов, Иҫке Ҡаратаулынан Энгельс Ҡолмөхәмәтов, Йыланлы ауылынан Рәфҡәт Вәлиев һәм уның яҡын туғаны Барый Тажетдинов.
    Граждандар һуғышы ваҡытында Салауат районының Йыланлы ауылы бер нисә мәртәбә ҡулдан-ҡулға күскән. Халыҡ ҡайһы яҡҡа ауырға ла белмәй интеккән. Күптәре урманға ҡасҡан. Ә буласаҡ генерал Рәфҡәт Вәлиевтың атаһы Әхтәм ҡыҙыл партизандарға ҡушылған. Бының өсөн аҡтар уның ҡатынын туҡмап имгәтә. Әхтәм Вәлиев оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡайта алмай. Тормоштоң бөтөн ауырлығы баш балаға – Рәфҡәт елкәһенә төшә. Һигеҙ йәшлек малайға көтөүсе ярҙамсыһы булып ялланыуҙан башҡа сара ҡалмай. Бына көҙ килеп етә, малайҙың иптәштәре уҡырға төшә. Ә Рәфҡәт һалҡын ямғыр аҫтында иртә таңдан ҡараңғыға тиклем көтөү көтә.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанАртур ТУҠТАҒОЛОВ, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, «Далан» төркөмө етәксеһе:
    – Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Бишбүләк районына тынлы оркестрға етәксе итеп ебәрҙеләр. Урындағы хакимиәт башлығы мине, әрменән алып ҡалам, бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тине. Ә бит ул заманда хеҙмәт итмәү бер төрлө ғәрлек ине. Әрменән ҡалдыңмы, тимәк, һин ысын ир-егет түгел. Хатта ҡыҙҙар ҡарамауы ихтимал. Хәрби комиссар артынан, мине хеҙмәткә алығыҙ, тип ныҡышып йөрөй торғас, барыбер теләгемә ирештем.
    Бер төркөм йәш егет Афғанстанға китергә тейеш инек. Саҡырылыу пунктында, арағыҙҙа музыканттар бармы, тип һоранылар ҙа, шулай итеп, Краснодар ҡалаһына эләктем.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған 2 Сәйәсәт » Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған 21984 йылда сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә курсыбыҙҙан ете егетте әрмегә алдылар. Һамарҙа Волга буйы хәрби округының йыр-бейеү ансамблендә хеҙмәт иттем. Һалдат тормошоноң ниндәй икәнен тәүге көндә үк татырға тура килде. Эш былай булды. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған егеттәр менән киске аштан һуң йыйылыштыҡ та, киноға киттек. Ҡайтыуыбыҙға сафҡа теҙеп тикшереү бөткән, хеҙмәттәштәребеҙ күптән йоҡларға ятҡан. Командирыбыҙ уҫал ҡиәфәттә ҡаршы алды һәм барыбыҙҙы ла бәҙрәф таҙартыр­ға ебәрҙе. Баҡһаң, әйтеп китергә кәрәк булған икән. Шулай итеп, әрме хеҙмәтенең тәүге көнө бөгөнгөләй хәтерҙә ҡалған.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналған Шиғырҙар, Әрме

    Ҡасандыр ир-егеттәр өсөн әрмегә бармау ғәрлек һаналғанӘрме хеҙмәте – һәр ир-егеттең тыуған ил алдындағы хәрби бурысы. Ҡасандыр күптәр Ҡораллы Көстәр сафына ҙур теләк менән юлланһа, бөгөн егеттәребеҙ кирза итек кейергә бик ашҡынмай. Хәйер, был күренештең үҙ сәбәптәре етерлек. Ә түбәндәге билдәле шәхестәр хеҙмәт йылдарын әле булһа һағынып иҫкә ала.
    Хәсән НАЗАР, шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
    – Һалдат хеҙмәтенә ашҡынып барҙым. Был өс йыл хеҙмәтем донъя­ны, тормошто, йәшәү мәғәнәһен, Ватан ҡәҙерен яңыса асыу булды шикелле. Минең өсөн иң иҫтәлеклеһе һалдатҡа оҙатҡан һәм, хеҙмәт ваҡытын тултырып, һалдаттан ҡайтҡан көн булды. Шуларға бәйле гәзит уҡыусылар иғтибарына ике шиғырымды тәҡдим итмәксемен.
    Һалдатҡа оҙата ауыл,
    Ҡапҡа төбөндә шау-шыу.
    Йөрәкһетә үтәһе юл,
    Болоҡһота хушлашыу.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Десантсылар ҡор йыйҙы Сәйәсәт » Әрме

    Ошо көндәрҙә Офицерҙар йортонда «күк беретлы»ларҙың эш кәңәшмәһе үтте.
    Һауа-десант ғәскәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, донъяла элиталы ғәскәрҙәрҙән һанала. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы егеттәрҙең дә тап десантҡа эләгергә тырышыуы юҡҡа түгел. Башҡортостандан йыл һайын йөҙләгән егет Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре сафын тулыландыра.
    Республикабыҙҙың запастағы десантсыларын берләштереү маҡсатында Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнеш ветерандарының йәмәғәт ойошмалары булдырылған. Бөйөк Еңеүҙең – 65, Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 80 йыллығы байрамдары алдынан ойошма эшмәкәрлеген көйләп ебәреү десант ветерандары йыйылыуының төп маҡсаты булды. Сарала ҡатнашыусылар 4 февралдә Чечен Республикаһының Урус-Мартан районында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Рәсәй Эске эштәр министрлығы Эске ғәскәрҙәренең Өфө махсус тәғәйенләнештәге отряды яугирҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Палагин, төйөнсөгөңдө төйнә!(Палагин! Собирай шмотки!) Башҡортостан, Сәйәсәт

    Палагин, төйөнсөгөңдө төйнә!(Палагин! Собирай шмотки!)Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт йәштәре иттифағы, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагиндың отставкаһын талап итеп, 18 – 19 февралдә пикетҡа сыҡты .
    Пикет талабы бер: Палагин, кит!
    Ә пикетты ойоштороусыларға килгәндә, йәштәр түбәндәге лозунгылар тотҡайны: «Беҙ ФСБ-ға түгел, ә Палагинға ҡаршыбыҙ!», «Палагин, һин именлек хеҙмәте «мискәһе»ндә бер ҡалаҡ дегет!», «Палагин, Рәсәй – демократик ил, 1937 йылды кире ҡайтарырға юл ҡуймаясаҡбыҙ!» һ.б. Башҡорт йәштәре иттифағына теләктәшлек күрһәтеп, республика райондарынан, күрше Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килгәйне. Был пикетҡа сығыр өсөн йәштәргә байтаҡ ҡына кәртәне үтергә тура килде. Ошонда ҡатнашырға йыйыныусы студенттарға хатта уҡыу йортонан ҡыуыу менән дә янанылар. Ғәҙел булмаған мөнәсәбәткә, тентеү, эҙәрлекләүгә үҙ ҡарашын белдерергә патриот йәштәр, шулай уҡ өлкәндәр ҙә килде барыбер. Ҡатнашыусылар һаны уведомлениела күрһәтелгәндән (уның буйынса ҡатнашыусы һаны 50 кеше) артып киткәнгә БЙИ рәйесе Фәүзил Маликовҡа ҡарата протокол да тултыр­ҙылар. Һуң, пикетсыларҙы яҡларға теләгән кешеләрҙе кире ҡайтарып булмай ҙа инде.

    авторы: admin | 20 февраля 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Йәштәр, һеҙ яңғыҙ түгел! Башҡортостан, Сәйәсәт

    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары башҡорт йәштәре йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм активистары тирәләй килеп тыуған хәүефле хәлгә битараф ҡала алманы. Сираттағы ултырышта тентеүҙәр ойошторған көс структураларына ҡаршы протест белдереп, уларҙың баҫымын нигеҙһеҙ тип атаны. Ошоға бәйле, Башҡорт йәштәре иттифағының Виктор Палагинды отставкаға ебәреүҙе талап итеп яҙған мөрәжәғәтен хуплай.

    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 18 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru