|
 |
 |
“Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып, ваҡытынан алда өлгөрттө...” |
Еңеүгә 65 йыл |
|
 ...Оло юл төҙөлә. Яҡын тирәлә бер йөк машинаһы ла күренмәй, ир-егеттәр ҙә төҙөмәй был юлды. Ҡаҡса ғына үҫмерҙәр, ыбыр-сыбыр бала-сағаның, ҡултыҡ таяғына таянған Байгилде атлы ир уҙаманының елкәһенә төшкән юлға таш түшәү ыҙаһы. Өлкәнерәктәр носилка, бер тәгәрмәсле ҡул арбаһы менән ҡоралланған, иң бәләкәс ҡыҙҙар – алъяпҡыстарына, малайҙар биҙрәгә таш тейәп ташыған була. Ҡояшҡа ҡарайып бөткән, аслы-туҡлы балалар көнө буйы эшләргә мәжбүр, сөнки «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!». Ә Еңеүгә ҡәҙәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ көндәр-төндәр... Ғәзиз атайҙар, һөйөклө ағайҙар дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәте-өйрөлмәге эсенә инеп-юғалып тора, әсәйҙәр игенселектә, малсылыҡта бил бөгә, апайҙар күрендә йәшлектәре менән хушлаша... |
|
|
|
Тарихта эҙләнеүҙәр алып барғанда көтөлмәгән табышҡа юлығыу бер ҙә ғәжәп түгел. Уҡыусыға тәҡдим ителгән был яҙма мин эҙләгәндәрҙән түгел. Журналист булараҡ, шөғөлөм – өсмөйөшлө хаттар. Уларҙы табыу, күсереп яҙыу, авторы һәм туған-тыумасалары тураһында мәғлүмәттәр, фоторәсемдәр, документтар менән тулыландырыу. Ә түбәндә килтерелгән яҙма – таныш булмаған яҡташыбыҙҙың 1914 – 1918 йылғы «ярман һуғышы» яланынан яҙған хаты. |
|
|
|
 1941 йылдың 22 июне һымаҡ тарихҡа инеп ҡалырлыҡ йән әрнеткес фажиғәле, ҡайғы-хәсрәтле йыл кемдәрҙең генә иҫенә инеп сыҡмай икән. Был йылдарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән һуғыш ветерандары, тыл һалдаттарының ҡаһарманлығын һис бер үлсәмгә лә һыйҙырып булмаҫ. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңгелек. Мин атайымды хәтерләмәйем. Уның наҙына иркәләнеп үҫергә насип булманы. Фин һуғышынан ҡайтып, инде тыныс тормошта матур итеп кенә йәшәй башлағас, ҡәһәрле һуғыш башлана. Атайым, үҙенең әллә инде башҡаса ҡайта алмаясағын һиҙепме, әсәйемә балаларҙы бер үк етем итмәҫкә, уларҙы үҫтерергә, хәленән килгәнсе уҡытырға, кеше итергә, өй усағын һүндермәҫкә васыят итеп ҡалдырған. Әсәйем һәм ауылдаштарымдың барыһы ла атайымды һәр саҡ йылы һүҙ менән иҫкә ала ине. Ул изге күңелле, бик тә алсаҡ, шаян, кешеләргә мәрхәмәтле, эшһөйәр, ауылдың беренсе бейеүсеһе булған, тапшырылған һәр бер эшкә етди ҡараған. Ләкин һуғыш-һуғыш инде ул. |
|
|
|
«Йәшлек» гәзитенең 8 май (№52 – 53) һанында Баймаҡ районының Ярат ауылында йәшәүсе Ильяс Дәүләтбаевтың мәҡәләһен уҡығас, ҡәләм алып, уның саҡырыуына ҡушылмай түҙә алманым. Генерал Шайморатовҡа әллә ҡасан Советтар Союзы Геройы исемен юллап, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеген, күпселек Башҡортостан халҡының теләген бойомға ашырыу өсөн ил етәкселәренә бихисап хат ебәрелгән. |
|
|
|
Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолған «Мине иҫкә ал» социаль-патриотик акцияһы дауам итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла республика халҡын әлеге проектта ҡатнашырға һәм яҡындарын, туғандарын иҫкә алырға саҡыра. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһын роbeda@bashtv.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Улар БСТ каналы сайтына – www. tv-rb. ru ҡуйыласаҡ. Фронтта ҡатнашыусыларҙың исем-фамилияһын, тыуған йылын, ҡайһы фронтта һуғышыуын күрһәтергә онотмағыҙ. |
|
|
|
Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменә республика ветерандар советы, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан баш ҡалаға тантанаға саҡырылған 270 һуғыш һәм хеҙмәт ветераны исеменән республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәлләмовтан рәхмәт хаты килде. «Оло байрам һәм Еңеү парадын ойошторғанығыҙ, Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, оло быуынды социаль яҡлау буйынса башҡарған эштәрегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Байрам көнөндә күргәндәр беҙҙе таң ҡалдырҙы. Ветерандарға хөрмәт артты, бөгөнгө быуын Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен нығыраҡ аңланы. |
|
|
|
Республика Президенты республика Хәрби дан музейы коллективын Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, Халыҡ-ара музейҙар көнө һәм республика Хәрби дан музейы эшмәкәрлегенең 10 йыллығы менән ҡотланы. Унда: «Музей 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фронттағы һәм тылдағы ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән булдырылды. Уның хеҙмәткәрҙәре иңенә республиканың героик хәрби үткәнен һаҡлау һәм пропагандалау, граждандарҙы ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләү буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелде.
|
|
|
|
|
|