Арбам һынды тип, күстәнҡалма, башым ауырта тип, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыланлы урын
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Енәйәт һәм яза
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үлемһеҙлек яулаған Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар
    Атайыбыҙ Әйүп Шәрип улы Рахманғоловтың 100 йыллығына бағышлайым.

    Әйләнеп ҡайт, тип оҙаттыҡ,
    Ҡайтманың шул, атайым.
    Ошо кескәй йырғынамды
    Мин һиңә бағышлайым.
    Инәйем дә, бик һағынып,
    Зарығып көтә ине.
    Күҙ йәштәрен күрһәтмәйсә,
    Йәшереп һөртә ине.
    Ете балаһын, ҡурсалап,
    Инәй бағып үҫтерҙе.
    Ҡайтыр, сабыр итегеҙ, тип
    Түҙемлеккә күндерҙе.
    Почтальон ҡыҙ, ҡалтыранып,
    Сәйер бер хат тапшырҙы.
    Ҡара ҡағыҙ менән бергә
    Ҡара ҡайғы ҡалдырҙы.
    Ерҙе ҡосоп батырҙарса
    Ватан өсөн үлгәнһең.
    Беҙ бәхетле йәшәһен тип,
    Атакаға ингәнһең.
    Еңеү килде.
    Бөйөк Еңеү!
    Ҡотлауҙар, фейерверк!
    Фашизмды тар-мар иттек,
    Килде тыныслыҡ, ирек.
    Мең-мең рәхмәт инәйемә,
    Шундай ҡыйын саҡтарҙа
    Ауырлыҡты еңә белдек,
    Булдыҡ алғы сафтарҙа.
    Һандыҡ төбөндә һарғайҙы
    Атайымдың хаттары.
    Һис кәмемәй, гелән арта
    Беҙҙең нәҫел сафтары.
    Сафыбыҙҙың иң алдында
    Атайым килә атлап.
    Ҡартаймаған, йәш көйөнсә,
    Йондоҙҙай балҡый ялтлап.
    Ҡайтмаһа ла, беҙ әле лә
    Көтәбеҙ ҙә көтәбеҙ.
    Күңелебеҙ менән һаман
    Бергә ғүмер итәбеҙ.
    Атайыбыҙ йәшәй, тере,
    Осоп ҡайта, яҙ етһә.
    Уның йөрәге лә тибә,
    Беҙҙең йөрәктәр типһә.
    Үлемһеҙлек яулаған ул,
    Яугирҙар мәңге үлмәй.
    Атайымдың көслө рухы
    Беҙҙең күңелдә һүнмәй.

    Әҡсән ШӘРИПОВ,
    БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
    Ғафури районы,
    Сәйетбаба ауылы.
    авторы: admin | 8 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ күргәнде балалар күрмәһен
  • Еңеү яҙын ҡаршылағанда
  • Ирәндек бөркөтө
  • Беҙҙең күргәндәрҙе яҙып та, ...
  • «Урал моңо» - еңеүсеһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru