Еләк берәмләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эш солтаны
  • Вакцина әҙер, әммә...
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙмыш ҡабатлана Еңеүгә 65 йыл
    Атайым фронтҡа киткәс, шунда уҡ Сталинград һуғышына эләккән. Ике тапҡыр йәрәхәтләнеп, икеһендә лә госпиталдә ятып сыҡҡан. Өсөнсө тапҡыр, аяғы йәрәхәтләнеп, госпиталдә ятҡанда фашистар уларҙы бомбаға тотҡан. Шул ваҡытта атайымдан өс хат килгән, һуңынан сәләмдәре килеүҙән туҡтаған.
    Мин егерме йыл элек атайымдың һуғышҡан ерҙәрендә булып ҡайттым. Сталинград һуғышы 144 көн дауам иткән. Мамай ҡурғанын алыу өсөн фашистар бик ныҡ һуғышҡан. Ул көнөнә 17-шәр тапҡыр берсә фашистар, берсә беҙҙекеләр яғына күскән, унда көндө төндән айырырлыҡ булмаған, сөнки Волга йылғаһына түгелгән нефть янып, бөтә күк йөҙөн ҡара төтөн ҡаплаған.
    Әйткәндәй, атайым һуғыш­ҡа киткәндә инәйем байтаҡ ҡына аҡса, мал-тыуар менән тороп ҡалған. Ауылдаштар әйтеүенсә, аҡса ғына түгел, башҡа байлыҡтары ла күп ҡалған булған. Һуғыш ваҡытында өйҙәге бөтә байлыҡ һалым, заем түләү өсөн киткән. Иң һуңында әсәйем иҫ киткес ҙур һәм матур итеп төҙөлгән мал ҡураһын һатырға мәжбүр булған, һуңынан һатырға бер нәмә лә ҡалмағас, беҙҙең икебеҙгә сыҡҡан пособие менән түләгән.
    Әсәйемдең наҙанлығынан файҙаланып, һәр саҡ күпләп заем алған булғандар. Һу­ңынан беҙ бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ.
    Һуғыш тамамланғанда мин 2-се синыфта ғына уҡый инем. Ашарға ризыҡ та, торор­ға торлаҡ та юҡ. Шулай итеп, беҙ, бер байҙың ике балаһы, хәйерселәй башланыҡ. Һуңынан апайым эшкә урынлашып, аҡса йыйып, донъя ҡорҙо. Үҙе уҡый алмағас, мине уҡытты. Вуз тамамланым, кейәүгә сығып, биш бала таптым. Балаларым хәйерсе хәленә ҡалмаһын, тип, һаҡлыҡ кассаһына аҡса йыйҙыҡ. Йыйған аҡсабыҙ һәр балаға берәр фатир алып бирерлек ине. Әммә… һаҡлыҡ кассаһына һалған аҡсабыҙ юҡҡа сыҡты. Шулай итеп, мин дә, атайым кеүек, аҡсаһыҙ тороп ҡалдым. Хәҙер терһәк алыҫ. Үҙ хөкүмәтебеҙ беҙҙе, хәләл көсө менән тырышып йәшәгән кешеләрҙе, төп башына ултыртты. Беҙҙән ярҙам булмағас, балаларыбыҙ үҙҙәренә-үҙҙәре юл ярып, беҙҙе ҡалдырып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралды.

    Латифа ФӘЙЗУЛЛИНА.

    Архангел районы.
    авторы: admin | 8 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Әсәйем хәтирәләре
  • Әсәйем атайымды 64 йыл буйы көттө
  • Мәңге һүнмәҫ ялҡының
  • 67 йылдан һуң
  • Беҙҙе кем яҡлар?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru