Бушты бушҡа бушатма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Әрме – 2008
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Онотолмай ағай ярҙамы Еңеүгә 65 йыл
    Баймаҡ районының Һәмән ауылында 1911 йылдың 15 февралендә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Туғыҙ йәштә генә атайһыҙ ҡалып, әсәһенә ярҙам итер өсөн, йәй һайын Таһир ауылының бер байына ялланып һарыҡ көтә. Бер көн Һаҡмар туғайы өҫтөнән, көтөүҙе өркөтөп, самолет осоп үтә. Тимер ҡош артынан, мине ултырт, тип күҙҙән юғалғансы йүгереп барған да, ҙурайғас, барыбер самолетҡа ултырасаҡмын, тип үҙенә маҡсат ҡуйған. Әмәлгә ҡалғандай, бер көн «Йылайыр» игенселәр совхозынан тракторсылар курсында уҡытыу өсөн малайҙар йыйырға киләләр. Ишетеп барһа, һин бәләкәйһең бит әле, тип, Ишдәүләт ағайҙы алмаҫҡа итәләр. Комиссиялағы үҙебеҙҙең ауыл кешеһе Ишмөхәмәт Йәнгилдин ағай, тел ярҙамы күрһәтеп, малай бик отҡор, тип исемлеккә индерә. Шулай итеп, ағайым 14 йәшендә генә ауылдан сығып китә. Йылайырҙа тракторсы һөнәренә уҡып, әҙерәк аҡса йыйып беҙгә иген алып килә торғайны. Бер аҙҙан осоусы булырға хыялланып, Бәләбәйгә юлланды. Бында парашюттан һикереп бер аҙ шөғөлләнгәндән һуң армияға китә. Әрмелә лә осоусы булып хеҙмәт итә. Һуңынан, өйгә лә ҡайтып тормаҫтан, Мәскәүҙә эшкә урынлаша.
    Яҙ көнө баш особоҙҙан бер самолет осоп үтте. Беҙ уны, урамға төшә икән тип, ҡурҡышып өйгә ҡастыҡ. Баҡтиһәң, ул ағайым булған. Һуңынан, һауанан бөтәгеҙҙе лә күрҙем, әллә нишләп йүгерешә инегеҙ, тип хат яҙҙы. Ул үҙендә стюардесса булып эшләгән йәһүд ҡыҙын кәләш итеп ала. Унан ике малайы тыуҙы. Береһе – Борис, икенсеһе Дәүләт исемле ине. Шунан күп тә тормай, һуғыш башланды. Ағайым һуғышҡа киткәндә еңгәйҙе, беҙҙә тыныс, әсәйҙәргә алып барайым, тип өгөтләй. Тик еңгәй риза булмай, ике балаһы менән Одессала тороп ҡала. Ағайым яуҙа немецтарҙы ҡырған мәлдә, фашист илбаҫарҙары бомба яуҙырып, Одессаны көл-күмергә әйләндерә. Ҡаты һуғыштан һуң был ҡала танығыһыҙға әйләнә. Һуғыштан һуң ағайым, биш йыл эҙләп тә, малайҙарын таба алмай. Ахыр сиктә, өмөтөн өҙөп, Ҡаҙанда йәшәргә ҡала. Яңынан өйләнеп, Әсмә еңгәй менән ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Шул һоҡландыра: ағайым йәштән ауылдан сығып китһә лә, тыуған яғын, телен онотманы. Йыл һайын беҙгә посылка һалыр ине, үҙҙәре лә йыл һайын ҡунаҡҡа килделәр. Ныҡ итеп ауырып киткәс, тыуған еремдән бер ус булһа ла ҡара тупраҡ алып килегеҙ, тип хат яҙҙы. Тыуған тупраҡты ҡулына алғас, шатлығының иге-сиге булманы. 1996 йылда һикһән биш йәшендә донъя ҡуйҙы. Атайҙан күрә алмаған ярҙамды ағайымдан күргәнемә әле булһа рәхмәт уҡыйым.

    Мәхмүзә АСҠАРОВА.
    Баймаҡ районы,
    Һәмән ауылы.
    авторы: admin | 8 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бала саҡтың әсе хәтирәһе
  • Аҡ нурҙарым
  • Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд| ...
  • Балыҡсы сәйәхәте
  • «Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru