Республика Президенты республика Хәрби дан музейы коллективын Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, Халыҡ-ара музейҙар көнө һәм республика Хәрби дан музейы эшмәкәрлегенең 10 йыллығы менән ҡотланы. Унда: «Музей 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фронттағы һәм тылдағы ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән булдырылды. Уның хеҙмәткәрҙәре иңенә республиканың героик хәрби үткәнен һаҡлау һәм пропагандалау, граждандарҙы ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләү буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелде. Әүҙем мәҙәни-ағартыу һәм ғилми хеҙмәттәре, ватандаштарыбыҙҙың хәрби батырлығын бөйөкләштереү буйынса күп планлы эшмәкәрлеге өсөн музей хеҙмәткәрҙәренә тәрән рәхмәтемде белдерәм. Коллективығыҙ киләсәктә лә еңеүсе халыҡтың тарихи хәтерен нығытыуға үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерер, тип ышанам», – тиелә. |