Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә ойошторолған «Мине иҫкә ал» социаль-патриотик акцияһы дауам итә. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла республика халҡын әлеге проектта ҡатнашырға һәм яҡындарын, туғандарын иҫкә алырға саҡыра. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотоһын роbeda@bashtv.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Улар БСТ каналы сайтына – www. tv-rb. ru ҡуйыласаҡ. Фронтта ҡатнашыусыларҙың исем-фамилияһын, тыуған йылын, ҡайһы фронтта һуғышыуын күрһәтергә онотмағыҙ. Шулай уҡ 22 июндә Еңеү паркында Хәтер таҡтаһы булдырыласаҡ. Унда бер ҡайҙа ла баҫылмаған тиҫтәләгән мең фото урын аласаҡ. Яҡындарыбыҙҙы хәтерләү акцияһында әүҙем ҡатнашығыҙ. Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа ҡатнашҡандарҙың ҡаһарманлығы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр!
Р. НУРИСЛАМОВА. |