Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменә республика ветерандар советы, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан баш ҡалаға тантанаға саҡырылған 270 һуғыш һәм хеҙмәт ветераны исеменән республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәлләмовтан рәхмәт хаты килде. «Оло байрам һәм Еңеү парадын ойошторғанығыҙ, Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, оло быуынды социаль яҡлау буйынса башҡарған эштәрегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Байрам көнөндә күргәндәр беҙҙе таң ҡалдырҙы. Ветерандарға хөрмәт артты, бөгөнгө быуын Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен нығыраҡ аңланы. Байрам көндәрендә башҡарылған изгелектәр, фронтовиктарға, тыл хеҙмәткәрҙәренә булған иғтибар көндәлек тормошта ла дауам итеүен теләйбеҙ», – тиелә унда. |