Кейеҙ ҡалыны беләккә төшә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» «Йәшлек»кә 30 июнгә тиклем яҙылырға м ...
» Янылыктар
» Былар ҡыҙыҡлы
» Ауыл хужалығы етештереүселәрен хәстәрл&# ...
» «Тылсымлы ҡурай»ҙың тылсым көсө ең ...
» Дәүләт теленең йылъяҙмаһы



«Шайморатов хаҡлы баһаға лайыҡ» Еңеүгә 65 йыл
«Йәшлек» гәзитенең 8 май (№52 – 53) һанында Баймаҡ районының Ярат ауылында йәшәүсе Ильяс Дәүләтбаевтың мәҡәләһен уҡығас, ҡәләм алып, уның саҡырыуына ҡушылмай түҙә алманым. Генерал Шайморатовҡа әллә ҡасан Советтар Союзы Геройы исемен юллап, уның иҫтәлеген мәңгеләштереү кәрәклеген, күпселек Башҡортостан халҡының теләген бойомға ашырыу өсөн ил етәкселәренә бихисап хат ебәрелгән.
Мәҡәләлә әйтелеүенсә, хатта И. Сталин да ВКП (б)ның l секретары С. Ваһаповтың: «М. Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелергә тейеш», – тигән юллауын яуапһыҙ ҡалдыра. Маршал С. Буденный тик 1958 йылдың йәйендә: «М. Шайморатовҡа, үҙе үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юлларға», – тип яуап бирә. Ә күпме күренекле яҙыусы һәм журналист Шайморатов хаҡында йөрәкте тетрәтерлек, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уятырлыҡ очерктар, китаптар яҙып сыға. Улар араһында билдәле яҙыусы һәм журналист Ризван Хажиев, Мансаф Ғиләжев, «Башҡорттар китте һуғышҡа» тигән документаль-әҙәби китап авторы Яныбай Хамматов һәм башҡалар бар.
Әлшәй районы эшсәндәре лә генерал М. Шайморатовтың ҡаһарманлығына һоҡлана һәм ғорурлана.
Ильяс Дәүләтбаевтың гәзиттәге яҙмаһын хуплап һәм яҡлап, Әлшәй районының бер төркөм һуғыш ветераны һәм тыл хеҙмәтсәне «М. Шайморатовҡа Герой исеме бирелергә тейеш!» тигән саҡырыуға берҙәм ҡушылабыҙ.

18 кеше исеменән –
Солтан ҒӘЛИЕВ.

Әлшәй районы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 8 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Шайморатов хаҡлы баһаға лайыҡ
  • Улар быға лайыҡ
  • «Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл» кроссворды
  • Миңлеғәле Шайморатовҡа кемдең һә ...
  • «АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА ШАЙМОРАТОВ ГЕНЕРАЛ!»
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru