Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Яңылыҡтар
  • Әсә абруйы
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ә әсәйҙәр көттө атайҙарҙы... Еңеүгә 65 йыл
    1941 йылдың 22 июне һымаҡ тарихҡа инеп ҡалырлыҡ йән әрнеткес фажиғәле, ҡайғы-хәсрәтле йыл кемдәрҙең генә иҫенә инеп сыҡмай икән. Был йылдарҙы үҙ иңдәрендә күтәргән һуғыш ветерандары, тыл һалдаттарының ҡаһарманлығын һис бер үлсәмгә лә һыйҙырып булмаҫ. Уларҙың ҡаһарманлығы мәңгелек.
    Мин атайымды хәтерләмәйем. Уның наҙына иркәләнеп үҫергә насип булманы. Фин һуғышынан ҡайтып, инде тыныс тормошта матур итеп кенә йәшәй башлағас, ҡәһәрле һуғыш башлана. Атайым, үҙенең әллә инде башҡаса ҡайта алмаясағын һиҙепме, әсәйемә балаларҙы бер үк етем итмәҫкә, уларҙы үҫтерергә, хәленән килгәнсе уҡытырға, кеше итергә, өй усағын һүндермәҫкә васыят итеп ҡалдырған. Әсәйем һәм ауылдаштарымдың барыһы ла атайымды һәр саҡ йылы һүҙ менән иҫкә ала ине. Ул изге күңелле, бик тә алсаҡ, шаян, кешеләргә мәрхәмәтле, эшһөйәр, ауылдың беренсе бейеүсеһе булған, тапшырылған һәр бер эшкә етди ҡараған. Ләкин һуғыш-һуғыш инде ул. Миллион ҡорбандар кеүек, атайым да тыуған ил алдындағы бурысын батырҙарса үтәп, сит ят ерҙәрҙә ятып ҡалды. Әгәр ҙә ошондай ҡәһәрле һуғыш сығып, ул яу яланында ҡорбан булмаһа, әсәйем дә, йәш кенә көйө (уға ни бары 27 йәш була) тол ҡалмаҫ, тормош ғазаптарын был тиклем дә татымаҫ ине. Атайымдың «похоронка»һы беҙҙең ғаиләгә сикһеҙ ҡайғы алып килде. Әсәйем был ҡайғылы хәбәрҙе үтә лә ауыр кисерҙе, ләкин бирешмәне, һынманы. Сөнки беҙҙе, өс балаһын, ашатырға, кейендерергә һәм уҡытырға кәрәк ине.
    Заманалар бик тә ауыр ваҡыт. Ауыл ир-егеттәрһеҙ етемһерәп тороп ҡалды, колхоз эштәре йәш үҫмерҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңенә төштө. Бесән мәле менән ураҡ осоро күп көс талап итә ине. Был ваҡытта бөтә эш тә ҡул көсө менән башҡарылһа ла, яланда һәм ҡырҙа эшләгән һәр бер кеше фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте. Ауыр эштән берәү ҙә зарланманы, кешеләр ас-яланғас булһа ла үҙ-ара ифрат татыу эшләне һәм йәшәне. Шуға күрә лә башҡарылған эш тә ырамлы барҙы, кешеләрҙең кәйефе төшөнкө булманы.
    Ул йылдарҙа үлән ҡуйы, бейек булып үҫә ине. Әсәйем колхоз эшенә киткәнсе «Ҡара бүләк» тигән ергә барып үләнде күп итеп сабыр ҙа: «Балалар, мин эштән ҡайтҡансы, бесәнде барып әйләндереп-тулғандырып, киптереп ташып бөтөп ҡуйығыҙ», – тип беҙгә эш ҡушып китер ине. Бесән осоро бөткәнсе шулай ҡабатлана. Бесәнде бәләкәй арба менән ташыныҡ. Ҡыш етһә, уны бәләкәй санаға тейәп, Майский ҡасабаһына алып барып һатабыҙ ҙа, аҙыҡ-түлек тейәп ҡайтабыҙ.
    Әсәйем, ғәҙәттә, бесән сапҡанда үҙе башлай торғайны. Уның артынан хатта ирҙәр ҙә эйәрә алманы. Үҙенең рәтен сығып, ял да итмәй, арттағыларға ярҙамға төшөр ине. Ә ураҡ ваҡытында һәр саҡ игенде игеп көлтәләргә бәйләү заданиеһын бер ярым-ике тапҡырға арттырып үтәне.
    Фронтовиктарҙың тол ҡатындарына был осор­ҙа икеләтә ауыр булды. Сөнки ал-ял белмәй эшләү менән генә түгел, ә һуғыш ауырлыҡтарын кисергән ирҙәрен дә көнө-төнө тигәндәй көттөләр, ҡасан да булһа ҡайтыуҙарына өмөтләнделәр. Ҡайғыларын тышҡа сығармай, эштән йыуаныс таптылар. Шуға күрә, ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, бер ерҙә лә һынатманылар. Тол ҡатындар бер-береһен йыуатып, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып бергә йәшәне.
    Шаһиҙә Хужәхмәтова, Зөһрә Ҡаҙбулатова, Әҡлимә Уразбаева, Миңлебикә Мирасова, Рәхимә Даутова, Алтын Тимербулатова, Фәтхиә Таһирова, Рауза Шәрәфетдинова, Сара Мирасова, Ғәтиә Юлдашбаева, Миниса Ғөбәйҙуллина, Ғәзимә Баһауетдинова инәйҙәр (кемдәрҙең әсәләрен, өләсәйҙәрен иҫкә төшөрә алмағанмын, мине бер үк ғәфү итһендәр ине) бергәләшеп эшкә барыр, эштән ҡайтыр ине. Бер үк ҡайғы килгәнгә уларға шулай бергә булыу еңелерәк булғандыр инде. Ауыр тупраҡтары – еңел, баҡый донъялары яҡты булһын.
    Бына оҙаҡ көткән Еңеү яҙы ла килде. Иҫән-һау ҡайтҡан фронтовиктар эшкә егелде. Байғужа ауылында тормош әкренләп яйға һалына башланы. Ә тол ҡатындар ирҙәрен, ҡыҙҙар һөйгән егеттәрен һаман да көттө. Әсәйем дә көттө, тик атайым ҡайтманы... Еңеү көнө яҡынайған һайын алыҫта ҡалған һуғыш йылдары хәтирәләре нығыраҡ яңыра.
    Әсәйем бер нисә саҡырылыш ауыл Советы депутаты итеп һайланды. Ул ваҡыттарҙа депутаттарға бүләктәр менән бергә тәм-том ризыҡтар ҙа бирә торғайнылар. Әсәйем бүләккә алып ҡайтҡан ризыҡтарҙан атайым рухына аят уҡытты, күрше-күләнде, тол ҡатындарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы.
    Һуғыш бөтһә лә, күптәр аслы-туҡлы йәшәне. Һәр яҙ һайын әсәйем иртә тороп, баҡсаларҙан туңған бәрәңге йыйып алып ҡайтты, уларҙан ҡоймаҡ бешереп ашар инек. Ураҡ мәле еткәс, беҙҙең шатлыҡ арта, сөнки башаҡ йыйырға сығабыҙ. Ләкин башаҡты йыйҙырмайҙар, ялан ҡарауылсыһы ыжғырып торған ат менән өҫкә менеп килеп, биҙрәләребеҙҙе тапатып, беҙҙе ҡыуып ҡайтара.
    Шулай бер ваҡиға иҫкә төштө. Ут күршем, йәшлек дуҫым Биктимер (хәҙер мәрхүм инде) менән Тимерле йылғаһы күпере яланында ҡасып-боҫоп берәр биҙрә башаҡ йыйҙыҡ та Ишембайға әсәйемдең белештәренә һатырға киттек. Һатып аҡсаны ҡулға алғас, ҡайҙа ҡуйыр­ға белмәйбеҙ. Салбар кеҫәһенә һалһаң, жуликтар кеҫәгә төшә. Башҡа кейгән кәпәстең эсен йыртып, аҡсаны шунда йәшерҙек. Сталин заводының эргәһендә морс һата торған киоск бар ине. Көн бик эҫе булғанлыҡтан, дуҫым менән берәй стакан морс эсергә булдыҡ. Аҡсаны кәпәстән алып, түләп, баш күтәреп эсә башлауыбыҙ булды, беҙҙең кәпәстәрҙе баштан һалдырып алып та киттеләр. Ҡараһаҡ, 3 – 4 ҡала малайы йүгереп китеп тә бара. Мин арттарынан бармаҡсы инем, дуҫым: «Үҙеңде әллә нишләтерҙәр», – тип туҡтатты. Беҙ илай-илай буш биҙрәләрҙе күтәреп, йәйәүләп, ауылға ҡайтып киттек.
    Бер нисә көн эсендә йыйылған иген бөртөктәрен ҡул тирмәнендә тартып, аҙ ғына булған ондо бер аҙ картуфҡа ҡушып әүәләп, мейес эсендә көлсә бешереп алыу һәр кем өсөн оло байрам булды. Ас ҡарын бер аҙ тулһа, беҙҙең өсөн бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Йәй урталары етһә, ҡыуанысыбыҙ тағы ла арта. Сөнки был ваҡыттарҙа еләк, муйыл өлгөрә. Әйткәндәй, ул ваҡытта хатта еләк тә йыйҙырмай торғайнылар. Сатра, Көҫкө яландарында еләк шәп уңа. Ҡыш урталары етеү менән, мәктәптән ҡайтабыҙ ҙа бәләкәй сана һөйрәп Сәлих урманына йыла ағасын ҡырҡып алып ҡайтырға китәбеҙ. Ҡайтып килә торғас, Биктимер дуҫым: «Риф, аяҡ бармаҡтарым бик тә өшөнө», – ти. Төплө быймамды сисә һалып, үҙемдең силғауым менән дуҫымдың аяҡтарын урап, өйөбөҙгә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып еттек. Йыла ағасын иртәгәһенә ваҡ ҡына итеп ҡырҡабыҙ ҙа, ҡайырыһын һыҙырып һыйырға бирәбеҙ, ә ағасын киптереп, утын итеп яға торғайныҡ.
    Бөгөнгөләй хәтеремдә, миңә ул саҡта 5–6 йәш тирәһе булғандыр. Шулай бер көн, төштән һуң, күршелә Бәләкәй Байыҡ ауылында йәшәгән Хәлимә өләсәйемдәргә юлландыҡ. Төш алдынан һәйбәт торған көн кискә табан боҙолоп китте. Ауылды сығып бер аҙ барғас, һепертмә буран башланды. Бара торғас, ул көслө өйөрмәгә әйләнде. Әсәйем мине етәкләп алды, ә инде хәлем бөтә башлағас, күтәрҙе. Ат юлы бөтөнләй күренмәй, көрт баҫты. Бер аҙ барғас, әсәйем дә арыны, күрәһең, мине төшөрөп ял итергә булды. Шул ваҡыт ни күҙебеҙ менән күрәбеҙ: 200 – 250 метр самаһы ғына алыҫлыҡтан юлдан арҡырыға бүре өйөрө сығып бара. Ауыл халҡы үлгән малын Бурлыҡтың соҡорона ташлай торғайны, былар шул емтектәр янына китеп бара, ахыры. Шул ваҡыт Хоҙай үҙе һаҡлағандыр инде, өләсәйемдең күршеһе Ниғмәт бабай ат менән Салихтан яғыулыҡ-майлау кәрәк-яраҡтарын алып ҡайтып килгән булған икән. Санаға менеп ултырғас, донъяға икенсе тапҡыр тыуғандай булдым. Һуңынан осрашып-күрешкән һайын бабайыма рәхмәт әйттем.
    Ауырлыҡ күреп, ас-яланғас йәшәһәк тә, әсәйем беҙҙе бер ваҡытта ла рәнйетмәне. Һәр саҡ изге күңелле булырға, кешеләргә кәрәк саҡта ярҙам итергә, уҡырға, йәмғиәтебеҙгә кәрәкле кеше булырға өйрәтте. Атайымдың васыятын үтәгәне өсөн әсәйемә мең-мең рәхмәтлемен! Үҙе лә егәрле, эшһөйәр, аҡыллы, уҫал булғанлыҡтан, бәләкәйҙән һәр беребеҙҙе эшкә күндем булырға, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәтте. «Эштән кеше үлмәй ул», – тип ҡабатларға ярата ине. Был мәҡәләмдә мин тик үҙемдең әсәйем хаҡында бәйән иттем. Сөнки уның яҙмышы – һуғышҡа ирҙәрен оҙатып та көтөп ала алмаған меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы ул.

    Риф ТИМЕРБУЛАТОВ.
    Ишембай районы.
    авторы: Нур | 24 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йүгереп ҡайтыр инем бала сағыма
  • Әсәйем хәтирәләре
  • Бала саҡтың әсе хәтирәһе
  • Fүмеребеҙ буйы бурыслыбыҙ
  • Етемhерәп ҡалды ауыл
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru