Ғәйрәт иткән тау ярыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Факил Әбделхалиҡ улы Әхмәтов
» Тиҙҙән «Байыҡ» телевизион конкурсы еңе&# ...
» Өс һөйләм менән
» Был донъяла ниҙәр бар?
» Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
» Янғындай ялмаған сир



Ярман һуғышы яланынан ебәрелгән хат Еңеүгә 65 йыл
Тарихта эҙләнеүҙәр алып барғанда көтөлмәгән табышҡа юлығыу бер ҙә ғәжәп түгел. Уҡыусыға тәҡдим ителгән был яҙма мин эҙләгәндәрҙән түгел. Журналист булараҡ, шөғөлөм – өсмөйөшлө хаттар. Уларҙы табыу, күсереп яҙыу, авторы һәм туған-тыумасалары тураһында мәғлүмәттәр, фоторәсемдәр, документтар менән тулыландырыу. Ә түбәндә килтерелгән яҙма – таныш булмаған яҡташыбыҙҙың 1914 – 1918 йылғы «ярман һуғышы» яланынан яҙған хаты.
Ғәрәп алфавитында яҙылған хаттың күсермәһен кириллицаға әйләндереп журналист Ғәшиә Мәғәлимова музейға килтерҙе. Үҙенән өҫтәп, шуны әйтте: хаттың нөсхәһе Әлшәй районында (ауыл исеме билдәһеҙ) йәшәгән Ғәйшә инә Ризуанова ла булған. Күсермә, уның әйтеп тороуы буйынса, һүҙмә-һүҙ яҙылған. «Мин уны 1981 йылдан бирле һаҡлап килдем», – тигәйне.
Хатты уҡымау мөмкин түгел. Уны яҙған мөхтәрәм яҡташыбыҙ белемле һәм абруйлы булған. Ул осорҙағы тормошто тәрән аңлаған һәм фронт хәлдәрен тасуирлаған. Башҡорт яугиры, алыҫта булыуына ҡарамаҫтан, ауыл тормошон һәйбәт белә, төплө кәңәштәр бирә.

Фәрит ВАХИТОВ,
Республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре.


* * *
«1916 йыл, февраль.

Хеҙмәт итеп йөрөүсе улығыҙ Ғабдулланан бик һағынышлы күптән-күп сәләм.
Үҙегеҙҙән хәйер-доға үтенеп ҡалдым вә бер туған ағай-энем Әхмәтшаға һәм бар булған оло һәм кесе туғандарыма бик һағынып, бик күптән-күп сәләм күндереп, хәйер-доғаларығыҙҙы теләп ҡалдым. Һәм дә Байбулат ағай­ға һәм еңгәйгә һәм дә Тимербулат туған­ға бик һағынып, бик күптән-күп доға сәләм күндерәм. Һәм дә Ғилман ағайыбыҙ һәм дә бөтә булған өй йәмәғәттәренә бик күптән-күп доға сәләм күндереп вә һәм дә Миңләхмәт ағайға булған өй йәмәғәтселәре менән бик күптән-күп доға сәләм күндереп һәм Ниғмәтйән ағайға булған өй эстәре менән бик күптән-күп сәләм күндереп, вә һәм дә Сабит туғанға өй эстәре менән бик күптән-күп доға сәләмдәрен һәм Мөхәммәтвәли ағайға бар булған өй эстәренә бик күп доға сәләм, улына күп доға сәләм күндереп вә һәм Сәрбиямал еңгәйгә, бар туғандарыма бик күптән-күп доға сәләмдәр күндереп, вә һәм Дәүлийәр ағайға, бар өй эстәренә бик күптән-күп доға сәләм, вә һәм дә Әхмәтйән ағайға бар өй эстәре менән бик күптән-күп доға сәләмдәр күндереп, вә һәм Аҙнабай ағайҙарға бик күптән-күп доға сәләм күндерҙем. Һәм дә Әхмәтвәли ағайға өй йәмәғәттәре менән бик күптән-күп доға сәләм күндерҙем, һәм дә бар булған олоға һәм кесе туғандарға бик күптән-күп доға сәләм күндереп һәм барса булған ил-иҡсан хәҙрәттәренә (мәсет ҡарттарына) бик күптән-күп доға сәләм күндереп, бәндәгә хәйер-доғалыҡҡа өмөт итеп ҡалыуҙамын. Вә һәм бар булған мөжәһәл ҡарттарға күптән-күп доға сәләм күндереп, хәйер доғалар көтөп ҡалабыҙ һәм дә Хәбиәхмәт кейәүгә, Мөьминә туғанға һәм уландарға күптән-күп доға сәләм күндереп, һәм дә Хисмәтулла ағайға бар өй эстәре менән бик күптән-күп доға сәләм күндереп, һәм дә әбейгә, Рәхмәтулла ҡәйнешкә күптән күп доға сәләм күндереп, бәндәләргә хәйер-доғалар үтенеп ҡалдым. Һәм Шәрифулла ҡайнағаға бар өй эстәре менән бик күптән-күп доға сәләм күндерҙем, һәм дә Хәйрулла ҡайнағаға бар булған өй эстәре менән бик күп доға сәләм күндерҙем. Бар булғандарығыҙҙан хәйер-доғаларығыҙҙан өмөт итеп ҡалдым (Ике юллыҡ бер һөйләм төшөрөп ҡалдырылды. Тәржемәлә мәғәнәһе аңлашылып бөтмәне – Ф. В.)
Һеҙҙең һалған 5 һум аҡсағыҙҙы юлығып алдым. Элгәре яҙған хаттарымда мәғлүм итеп яҙғайным.
Мәғлүм булһын, был көндәрҙә һуғыш сафтарында үҙгәрештәр юҡ. Һәм көндәр бик йонсоу, ҡар бик шәп. Көндәр бик һыуыҡ. Хеҙмәттәр бик ауыр. Һәр көн ҡарауылдан бушанып булмай. Ашау-эсеүҙәр бик насар. Шулай булһа ла был көндә һау-сәләмәт йөрөүгә бик шөкөр итәбеҙ. Бынан түбән дә Хаҡ Тәғәлә хәҙрәттәренең яҙғаны булһын.
Устиана ауылында квартирҙа торабыҙ. Халыҡтары бәрәңгенән башҡа нәмә ашамайҙар. Донъя көтөүҙәре бик ҡыйын. Был илдәргә ҡарағанда, беҙҙең илдәр рай икән. Үҙебеҙҙең ялҡаулығыбыҙ менән генә ярлы булып донъя көтәбеҙ икән.
Күптәренең бер бураҙна ла ерҙәре юҡ. Ерҙәре баяр ҡулында, үҙҙәре ҡол булып, баяр эшен эшләп тамаҡ туйҙыралар икән. Халҡының күбеһе еврей йә хохол.
Эй, балалар! Бында бәлә күргәндәребеҙ бик күп. Барын да яҙырға ялҡау килә башланы. Ҡайһы берҙәре һөйләргә ҡалһын инде.
Хаҡ Тәғәлә хәҙрәттәре барығыҙға именлек бирһен. Һау-сәләмәт ҡайтып, һайрашырға әйҙәһен. Амин!
Инде бында булған хәлдәрҙе бер сама һөйләп үтәйек. Хат-шәрифебеҙ иҫән-һау юлығып, именлегебеҙҙе белеп, үҙегеҙҙең унда булған хәбәрҙәрҙе мәғлүм итеп яҙығыҙ.
Вә йәнә был мәғлүм булһын. Әхмәтйән миңә бер хат һалған ине, юлығып алдым. Рәхмәт хат һалыуына. Хатында мәғлүм итеп яҙған: туған, миңә бер дисәтинәлек бойҙай бир орлоҡ өсөн, тип. Мин бында йөрөгән кеше. Күпме бойҙайҙары бар икәнен белмәйем. Бойҙайҙарығыҙ бармы-юҡмы? Күпме барын мәғлүм итеп яҙғанығыҙ юҡ. Әгәр ҙә күп булһа, ярты дисәтинәлек бирегеҙ. Ул һеҙгә ҡул ярҙамы итер. Шулай булһа ла һеҙҙең тормошоғоҙ миңә мәғлүм. Үҙегеҙгә тапшыр­ҙыҡ. Әгәр ҙә арттырһағыҙ, биш бот бирер­һегеҙ. Биш бот булмаһа, ғәйеп итмәҫһегеҙ. Һеҙҙең хәлегеҙ миңә мәғлүм түгел. Һәм артыҡ ерҙәрҙе артыҡ булһа, һатырһығыҙ. Һәм үҙегеҙгә кармауай бирәләрме-юҡмы, шуны ла мәғлүм итеп яҙа күрегеҙ.
Ашлыҡты бер дисәтинәнән артыҡ сәсмәгеҙ. Эш итеүе ауыр булыр. Һабан-душтарҙы һатмағыҙ. Уртағына булһа ла биреп эшләтерһегеҙ. Тауҙағы ерҙе һөрөп ҡалдырҙығыҙмы? Мәғлүм итеп яҙырһығыҙ.
Ошо был хатты юлығып алғас та хатҡа ҡаршы бар булған хәлдәрегеҙҙе мәғлүм итеп хат күндерерһегеҙ.
Үтенеп хат яҙыусы мәғлүмегеҙ Ғабдулла тип белерһегеҙ.
Ошо хатты уҡыусыға бер вагон сәләм».
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 24 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тапшырылмаған хаттар
  • Мәҙәктәр
  • Заманса башҡорт сибәрҙәре, һеҙ ҡа ...
  • Эй, замана, замана...
  • Рузидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева (К| ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru